Дата: 10.12.2018

Айгиз кемдең ерен үҙләштергән?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 14:25 Бүлешергә:
Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Мәшүровтар донъяһын хосусилаштырырға була.

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 14:19 Бүлешергә:
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушан Сәйетовтың һорауы буйынса Туймазы районының Егетәк ауылы эргәһендәге шишмәне төҙөкләндерергә ҡарар ителде.

Подъездар матурланыр

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 14:14 Бүлешергә:
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләренә – “Фейсбук”, “Инстаграм” һәм “Бәйләнештә” – республикала подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһының эшләй башлаясағы тураһында яҙҙы.

Бүләкле лә, гәзитле лә булдылар

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 14:11 Бүлешергә:
Рәсәй почтаһы иғлан иткән гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу декаднигынан сибайҙар ҙа ситтә ҡалманы.

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:53 Бүлешергә:
Һуңғы йылдарҙа республика муниципалитеттарында мөлкәт һалымын йыйыу әллә ни артмай, 50 процент самаһы тәшкил итә, тип белдерҙе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Марат Вахитов.

Сүпте ҡайҙа ташларға?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:48 Бүлешергә:
Ауыл биләмәләренә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ҡарамаған сүп-сарҙы һаҡлау урындарын ойоштороу буйынса саралар күрергә кәрәк тип иҫәпләй, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Генераль йыйыштырыу” проекты координаторы Морат Шафиҡов.

Бушҡа ...автомобиль!?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:47 Бүлешергә:
Башҡортостанда йәшәгән 16 кеше бушлай автомобиль аласаҡ.

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:44 Бүлешергә:
Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙән азат ителгәндәр даирәһе киңәйә.

Яңы юл айырсаһы төҙөлә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:39 Бүлешергә:
Яңы юл айырсаһы төҙөләЗинин ауылындағы тимер юл өҫтөнән яңы юл айырсаһы төҙөлөшө 2020 йылда башлана.

Ҡазандан еңеү менән

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:15 Бүлешергә:
Йылайыр районының Иван-Ҡыуалат мәктәбе уҡыусылары Олег Степанов менән Ольга Терпигорьева Ҡазандан оло еңеү менән ҡайтты.

Яңы йылға бурысһыҙ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:09 Бүлешергә:
Радий Хәбиров эш хаҡы буйынса бурысты яңы йылға тиклем түләүҙе талап итте.

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:59 Бүлешергә:
Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ район, ҡалаларында яңы йыл ҡаласыҡтары асыла.

Алданған өлөшсөләр иғтибарына!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:57 Бүлешергә:
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республиканың ҡайһы бер ҡала, райондарында алданған өлөшсөләр менән осрашыуҙар графигы тураһында хәбәр итте.

Амран Моратшин арабыҙҙан китте...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:45 Бүлешергә:
43 йыл дауамында Росстандарттың Төбәк бүлексәһен етәкләгән, Рәсәйҙең атҡаҙанған метрологы Амран Моратшин вафат булды. Ул ил метрологияһы үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше.

Халыҡ яуапһыҙ ҡалмаһын

Favicon for Табын Табын 11:38 Бүлешергә:
Халыҡ яуапһыҙ ҡалмаһынРеспубликала халыҡтың властарға һорауҙарын һәм уларҙың үтәлешен күҙәтеүсе аналитик система эшләй

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда Радий Фәрит улы Хәбиров респуб-лика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булып эшләй башлағаны бирле социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында халыҡтың мөрәжәғәттәрен күҙәтеп барыусы һәм мәғлүмәттәрҙе дәүләт структураларына тапшырыусы "Инцидент” аналитик интер-актив система индерелде.

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:32 Бүлешергә:
2014 йылдан алып илдә Билдәһеҙ һалдат көнө үткәрелә. Фронттан тыуған яғына ҡайтырға яҙмаған яугирҙәр иҫтәлегенә арналған иҫтәлекле лә, ҡайғылы ла көн был.

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтергә ҡушты

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:31 Бүлешергә:
Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу хеҙмәте өсөн хаҡты арзанайтырға ҡушты.

Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:29 Бүлешергә:
Тыныс тормошта йәшәһәк тә, яу яланындағы кеүек, кешеләр ғүмере өҙөлә. Ошо йылдың ун айында ғына республика ойошмаларында бәхетһеҙлеккә тарыған 101 кеше һәләк булған.

Араларҙы кем яҡынайта?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:22 Бүлешергә:
Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара семинары булып үтте.

Владимир Путин Сибай ҡалаһында йәшәүсе 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 10:14 Бүлешергә:
Арыҫлан Ҡәйепҡолов һирәк типтағы беренсел иммунодефицит менән сирләй. Был осраҡта иммунитет ҡаҡшай һәм организмда төрлө үҙгәрештәр, шул иҫәптән яман шештәр барлыҡҡа килеүе ихтимал. Арыҫландың һаулығын 250 мең һум торған дарыу ғына бер кимәлдә тота. Үҫмерҙең әсәһе судтар аша ғына препаратты дәүләт тарафынан бушлай бирелеүенә ирешкән. Тик был йыл аҙағына тиклем генә буласаҡ, киләһе йылда ла бирелеүе әлегә билдәһеҙ.

Хас та кинолағы кеүек!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:49 Бүлешергә:
Көйөргәҙе районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Хәүефһеҙлек мәктәбе” уҡыусыларының ярыштары булып үтте.

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:46 Бүлешергә:
Саҡмағош районының Йомаш ауылы халҡы Яңы йыл алдынан клублы булды. “Түҙгәнгә түш тейә”, тигәндәй, күркәм ваҡиғаны күптән түҙемһеҙлек менән көткән халыҡтың күңеле булды.

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:45 Бүлешергә:
3—13 декабрҙә Рәсәй почтаһы гәзит-журналдарға льготалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы иғлан итә. Был осорҙа “Башҡортостан” гәзитенә арзан хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ.

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:44 Бүлешергә:
Башҡортостандың “Йомарт шишәмбе” Бөтә Рәсәй акцияһына өсөнсө тапҡыр ҡушылыуы хаҡында яҙғайныҡ инде. Бер аҙна эсендә 103 мең 500 һум аҡса йыйылған.

“Ирина Винер ҡулынан награда алдым”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:35 Бүлешергә:
Ольга Изилаева Краснокама районында ғына түгел, хәҙер бөтә Рәсәйҙә билдәле тренер.

Модулле ФАП-тар “мода”ла

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:29 Бүлешергә:
Балтас районында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тутағас халҡы тәүге медицина ярҙамы алыуҙан тыш, бында төрлө дауалар ҙа аласаҡ.

Өфөлә Франсис Пуленктың "Кеше тауыш" моноопераһы ҡуйыла

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 09:25 Бүлешергә:

Премьера бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтә. Француз композиторының бөйөк әҫәрен сәхнәләштереүҙә Милли симфоник орекстр, "Башҡортостан" дәүләт концерт залы һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының ижади көстәре ҡатнаша.
Моноспектаклдә Ҡатын партияһын халыҡ-ара конкурстар лауреаты
Фларида Иркина башҡара.

“Сулпан”да — “Ҡәнифә юлы”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:24 Бүлешергә:
Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театрында күренекле драматург Сәрүәр Суринаның “Ҡәнифә юлы” пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектаклдең премьера булды.

Эшкә килгәндәргә — торлаҡ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:21 Бүлешергә:
Ишембай районына эшкә килгән табиптарҙы торлаҡ менән тәьмин итәсәктәр, шулай уҡ махсус ярҙам ҡаралған.

Маҡсатлы белем алыусыларҙы штраф ҡурҡытмаҫмы?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:20 Бүлешергә:
Ауыл ерендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ икәнен күптән беләбеҙ. Ни өсөн университет бөтөп, ҡулдарына диплом алған белгестәр райондарға барырға атлығып тормай?

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:18 Бүлешергә:
“Иномарка”нан текәһе юҡ”, ти торғас, артыҡ маҡтауҙан ялығып киттек ахыры. Рәсәйҙәр быйыл үҙҙәрендә етештерелгән автомобилдәргә йөҙ бора башланы.

Меңдән ашыу каратист...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:17 Бүлешергә:
Стәрлетамаҡта алтынсы тапҡыр каратэның бөтә төрҙәре буйынса ла Урал һәм Волга буйы кубогы ярыштары үтте.

" Берҙәмлек " үҫеш юлынан бара

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:15 Бүлешергә:
Өфөлә "Берҙәмлек " йәмәғәт ойошмаһы ойошторған " Үҫеш юлы" форумы үтте. Сарала ҡатнашыусылар башҡорт эшҡыуарлығы, этнотуризм, агротуризм тураһында фекер алышты.

Бүләккә — автобус

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:14 Бүлешергә:
Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу айҡанлы байрам саралары үтте.

Башҡортостанда иң матур яңы йыл ҡаласығын билдәләйҙәр

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 08:43 Бүлешергә:
Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү конкурсын Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойоштора.
Бүләк — 500 мең һум.

Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 06:14 Бүлешергә:
Уртаса алғанда ул 1617,2 һум буласаҡ.

Бәләкәс чемпион

Favicon for Табын Табын 05:58 Бүлешергә:
Бәләкәс чемпионКрасноусол башҡорт гимназия-интернатының 3-сө класс уҡыусыһы Тимербулат Арыҫланов шахмат буйынса респуб-лика чемпионы исеменә лайыҡ булған бәләкәс  шахматсыларҙың бе-реһе.

Радий Хабиров поручил снизить стоимость услуги за вывоз мусора

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 05:39 Бүлешергә:
Сегодня на оперативном совещании в Правительстве Башкортостана Радий Хабиров поручил снизить стоимость услуги за вывоз мусора. Утвержденный прогнозный платеж, сколько придется платить жителям Башкирии за вывоз мусора с 1 января 2019 года, врио Главы РБ назвал неподъемными для жителей республики.

Данлыҡлы осоусыны хөрмәтләп

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 05:31 Бүлешергә:
Илеш районында хәрби осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге тарих-мәҙәни үҙәк булдырыласаҡ. Бының турала белдереү республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында ҡуйылған.

Учреждение БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң бер филиалы статусын йөрөтәсәк. Республикала бындай 17 ойошма бар.

Иғтибар итегеҙ!

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 03:45 Бүлешергә:

10 декабрь, ДҮШӘМБЕ.

07:15, 15:15, 19:15. «Был көн».
09:15, 21:15. «Ижади портрет». Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ямал Исхаҡова.
10:15, 18:15. Башҡортостандың 100 йыллығын ҡаршылап. Матбуғатта республика тарихы.
11:15, 20:15. «Сәсмәүер». Хәкимйән Зарипов. «Хаҡмы, нахаҡмы?» 6-сы тапшырыу.
12:15, 22:15. «Беҙҙең донья». Башҡорт дәүләт Салауат драма театрына - 85 йыл.
13:15. «Кешеләргә бер йылмайыу етә». Концерт.
14:15. «Радио фондынан». Зәки Вәлиди тураһында иҫтәлектәр. 2000 йылғы яҙма.
16:45, 23:15. «Башҡортостан райондары». Әбйәлил.

читать далее

Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:

* * *
Бик һыуыҡ ҡышҡы көн. Балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлап ултыра. Араларынан береһе, бүреген сисеп, эргәһенә һалған.
– Һин нимә, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Туңаһың бит! Тиҙерәк кей бүрегеңде!
– Шулай итмәй ни, ана, кисә лә тегендәге иптәштәр араҡы эсергә саҡырған. Ә мин, йүләр, ошо бүрек арҡаһында саҡырғандарын ишетмәгәнмен.

«Салауат»тың уҡсылары ҡайҙа булған?..

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:

йәки «Салауат Юлаев» хоккейсылары дүрт осрашыуҙа бер генә шайба индерҙе

Бала менән беренсе етди һөйләшеү

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Бына нисәнсе тапҡыр улымдың кеҫәһенән йәшкелтерәк төҫлө гранулалар табам. Тәүҙә, был нимә, тигән һорауға, ҡый төшкәндер, тип яуапланы. Бер тапҡыр булһа, бәлки был хәл, онотолған булыр ине. Юҡ шул! Тағы, тағы, тағы килеп сыҡтылар. Кисә генә кеҫәһенән шыптыр ҡапта килеш шул нәмәләр ята ине. Аптырағас, интернеттан ярҙам һорарға булдым. Уҡығандарымдан күҙем түбәгә менеп, иҫем китеп ултырам. Минең улым насвай ҡуллана бит! Бер бөртөк баламды наркоман булһын тип үҫтерәмме ни? Хәҙер нимә эшләргә? Нисек аңла­тырға, һүҙҙе ниҙән башларға? Атаһына әйтергәме? Уф, көйөп ултырам!
Фирҙәүес.

Дата: 09.12.2018

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры юбилейы уңайынан китап әҙерләнә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 18:51 Бүлешергә:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына быйыл 80 йыл тула. Ошо айҡанлы “80 исем” китабы әҙерләнә. Театрҙың генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов башланғысы менән әҙерләнгән китаптың материалы ике ҙур бүлеккә — операға һәм балетҡа бүленгән. Һәр бүлектә 80 артист, дирижер, режиссер, рәссам, концертмейстер һәм башҡа ижади хеҙмәткәр тураһында тулы мәғлүмәт бирелә. Текстарҙың һәр береһенә иллюстрация бар. "80 исем” китабының исем туйы 14 декабрҙә, театрҙың юбилейы алдынан үтәсәк. Был көндө шулай уҡ Заһир Исмәғилевтың "Салауат Юлаев" операһы ҡуйыла.

читать далее

Сибай концерт-театр берекмәһе “Башҡортомдоң йөҙ йыры” тип исемләнгән аудиодиск сығарҙы

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 18:46 Бүлешергә:

Проект Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан эшләнде. Дискта тупланған башҡорт халыҡ йырҙары Сибай филармонияһы йырсылары башҡарыуында яҙҙырылған. Йыйынтыҡты мәктәп уҡыусыларына, уҡыу йорттары студенттарына, тел, әҙәбиәт һәм музыка уҡытыусыларына кәрәкле ҡулланма булараҡ дәрестәрҙә файҙаланырға мөмкин. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театрында аудиодисктың исем туйы үтте.

Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейы акция иғлан итә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 18:40 Бүлешергә:

25 декабргә тиклем теләгән һәр кем музейға бушлай инә ала. Революционер, журналист Шәһит Хоҙайбирҙин эшмәкәрлеге, ижады хаҡында һәм мәшһүр балерина, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Тамара Хоҙайбирҙинаның тормош юлы, ижадына арналған күргәҙмә менән танышыу мөмкинлеген ҡулланып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар. Ҡунаҡтар был шәхестәр хаҡында кинофильм ҡарарға теләүҙәрен алдан иҫкәртеп килһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр, - ти музей хеҙмәткәрҙәре.
Йорт-музей Өфө ҡалаһы, Яңы күпер урамы, 20 адресы буйынса урынлашҡан.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 272- 65-43.

читать далее

Пьер Кристиан Броше Башҡортостан тураһында тапшырыу төшөрә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 18:38 Бүлешергә:

Пьер Кристиан Броше Францияла тыуған, Англияла һәм Германияла белем алған. 90-сы йылдар башында ул Рәсәйгә күсеп килә. Мәскәүҙә "Авангард" нәшриәт йортон аса. Нәшриәт бар донъяға билдәле Le Petit Fute белешмәһенең рус версияһын сығара. Пьер Броше шулай уҡ "Рәсәй, мөхәббәтем минең" тигән тапшырыу ҙа алып бара. Проект "Культура" телеканалында 2013 йылдан башлап сыға. Ошо көндәрҙә алып барыусы һәм продюсер Башҡортостанға килде. Ул тамашасыларҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырырға теләй. "Йатаған" этно-төркөмө, ҡурай, башҡорт театры тураһындағы тапшырыуҙар өсөн материал төшөрөлгән дә инде.

Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығы “Өфө-II ҡаласығы” китабын нәшер итте

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 18:36 Бүлешергә:

Баҫма “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығының археология фондында һаҡланған Урта быуаттар дәүерендәге музей әйберҙәренең ентекле каталогын үҙ эсенә ала. Улар араһында ҡиммәтле, төҫлө һәм ҡара металдан, һөйәктән, быяланан һәм аҫыл таштарҙан, балсыҡтан яһалған әйберҙәрҙең фоторәсемдәре бар. Баҫмала шулай уҡ алтын, көмөш, бронза биҙәүестәрҙе, кейем-һалым деталдәрен, Иртә Византия һәм Алтын Урҙа дәүерендәге тәңкәләрҙе күрергә мөмкин. Китап археолог Нияз Мәжитов иҫтәлегенә арналған. Ғалим хәҙерге Өфө аҫтындағы урта быуаттар биләмәһен асыуға һәм тикшереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе.

13 декабрҙә Рәсәйҙә Театр йылына старт бирелә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 18:32 Бүлешергә:

2019 йыл ил Президенты Указы менән Театр йылы тип иғлан ителгәйне. Рәсәйҙә Театр йылына быйыл старт бирелә. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, исемле йылды асыу өсөн ил буйынса берҙәм көн - 13 декабрь һайланған. Башҡортостанда был көндә театрҙарҙа төрлө тамашалар, премьералар планлаштырылған.

Барҙала мәҙәни-мәғлүмәти акция үтә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 18:31 Бүлешергә:

10 декабрҙә Барҙа район үҙәгендә “Ғәйнә башҡорттарының тарихы һәм бөгөнгөһө” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. Унда Башҡорт автономияһының тарихи әһәмиәте, Пермь еренән сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр Мөхәмәтғата хәҙрәт Мансуров, Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов тураһында һүҙ барасаҡ. Сарала ғәйнә башҡорттарының милли кейем үҙенсәлектәре менән таныштырыу ҙа планлаштырыла. Мәҙәни-мәғлүмәти акция Пермь крайының ижади коллективтары әҙерләгән концерт менән тамамланасаҡ.

Флүр Ғәлимовтың әҫәре Бөйөк Британияла нәшер ителә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 18:28 Бүлешергә:

Башҡорт яҙыусыһының "Аҙғын тәүбәһе" трилогияһы The Taste of Forbidden Fruit - "Тән ғазабы" тигән исем аҫтында инглиз теленә тәржемәләнгән. Инглизсә баҫтырыу тәҡдимен "Нәфис әҙәбиәт" нәшриәтенең генераль директоры Алексей Гришанов индергән. “Роман-газета” серияһында иһә әҙәбиәт һөйөүселәр Флүр Ғәлимовтың “Златокрылая птица Хумай” романын ҡулдарына алды. Әйткәндәй, һуңғы тапҡыр башҡорт яҙыусыһының әҫәре “Роман-газета”ла утыҙ йыл элек сыҡҡан.

Таланттар байрамы!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:58 Бүлешергә:
Башҡортостанда йәш таланттарға иғтибар көслө, Хөкүмәт кимәлендә бүләкләү йыш ойошторола.

Санала елеп кенә!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:55 Бүлешергә:
Һуңғы ваҡытта Белорет районы яҡтарына юл йышайып китте. Бирҙеғол ауылына етәрәк ат менән бесән алып ҡайтып килгән дүрткә яҡын ылау осраны.

Яңы йылға ҙур бүләк

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:49 Бүлешергә:
Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел.

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:37 Бүлешергә:
Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Нияз Мирхәйҙәровтың шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. Ул оҙаҡ йылдар фото төшөрөү менән ҡыҙыҡһына, фотосәнғәт төрө серҙәре менән яҡындан таныша.

Урыҫбайҙа - социаль-мәҙәни үҙәк

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:13 Бүлешергә:
Хәйбулла районының Урыҫбай ауылында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә элекке мәктәп бинаһы капиталь ремонтлана.

Төркмәндәрҙең оло еңеүе

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:10 Бүлешергә:
Силәбе өлкәһендә рус шашкаһы буйынса VI Бөтә Рәсәй беренселеге үтте. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән барлығы 149 уҡыусы көс һынашты.

Favicon for Башҡорт драма театры Башҡорт драма театры 12:00 Бүлешергә:

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:52 Бүлешергә:
Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ.

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ"

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:48 Бүлешергә:
“Ҡуштауҙы эшкәртеү хаҡындағы ҡарар 2,5 мең эш урынын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк. Уларҙы БСК киләһе йылдан уҡ ҡыҫҡарта башларға мәжбүр булыр ине”, — тип белдерҙе Рәсәй дәүләт социаль университеты ректораты ҡарамағындағы советник Рөстәм Әхмәҙинуров.

Гимназияла — ШОК

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:46 Бүлешергә:
“Үҙеңдең телеңде һәм халҡыңды бел, ярат” тигән темаға Саҡмағош ауылы гимназияһында шуҡтар, отҡорҙар конкурсы (ШОК) үтте.

Иң оҙондар ҡайһы ауылда?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:44 Бүлешергә:
Район үҙәгендәге спорт-һауыҡтырыу комплексында төбәктәге ауыл биләмәләренең йыйылма командалары волейбол буйынса финал уйыны үткәрҙе. Унда дүрт ауылдан – Дедов, Гончаровка, Үрге Яуыш һәм Разиндан спортсылар ҡатнашты.

Урлашҡан... төрмә начальнигы!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:41 Бүлешергә:
Билдәле: төрмәлә тәртип боҙғандар ултыра. Ә бына уларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл булырға тейешле етәкселәр нимә эшләй?

Уңайлы булһын өсөн

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:38 Бүлешергә:
11 декабрҙән Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Күп функциялы үҙәк “бер тәҙрә” принцибы буйынса дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр үтәүҙең уңайлығын һәм хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу маҡсатында халыҡты яңы залда ҡабул итә башлаясаҡ.

Ун кеше бушлай фатир алды

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:36 Бүлешергә:
Мәләүез ҡалаһының Ленин урамындағы 18-се йортта күптән түгел ун кешегә фатир асҡысы тапшырҙылар. Яңы йыл байрамы алдынан бик һәйбәт бүләк буләк был.

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:33 Бүлешергә:
“Һылыуҡай– 2018” республика матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһе Әлфинә Кашапова Башҡортостан данын Ҡытайҙа яҡлаясаҡ.

“Масторавань морот” Бишбүләктә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:19 Бүлешергә:
Район мәҙәниәт йорто майҙанында шау-гөр килеп барған күңелле сара бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ булды. “Масторавань морот” — мордваларҙың мәҙәниәтен, традицияларын үҙ эсенә алған боронғо байрамдарҙың береһе.

Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 11:00 Бүлешергә:

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Әүҙем эшмәкәрлек өсөн әлегә ваҡыт килеп етмәгән. Үткән ваҡиғаларҙы барлап сығыу зыян итмәҫ. Артабан алға барыу өсөн, һис шикһеҙ, ҡайһы бер нәмәләрҙән, ышанысһыҙ кешеләр­ҙән ҡотолорға кәрәк булыр. Мәл эштәге мөнәсәбәттәр­ҙе яйға һалыу өсөн уңайлы.

ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Бурандан һуң медпунктҡа
Барырға ла юлы юҡ..
Кибеткә лә үтеп булмай,
Өс көн икмәгебеҙ юҡ..

Хеҙмәттәшемдең ире менән ҡауыштыҡ

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Күрше ҡалаға эш сәфәре менән барғанда осраҡлы рәүештә ауылдаш ҡатынды осраттым. Йәш айырмаһы ҙур ғына, ауылдан китеүенә лә байтаҡ йылдар үткән. Етмәһә, мин дә хәҙер баш ҡалала йәшәйем. Ҡыҫҡаһы, аралашҡаныбыҙ юҡ, Яңы йыл, Һабантуй байрамдарында ғына бер-беребеҙҙе күрһәк, һаулыҡ һорашып үтәбеҙ. Кеше һөйләүе буйынса ғына уның Урал аръяғы районына кейәүгә сығып уңмауы, бөгөн Бөрө ҡалаһында ҡыҙы менән икәүһе генә йәшәп ятыуы тураһында белә инем. Төҫкә матур, йылмайғанда бит остары уймаҡланып торған, ҡыйғас ҡашлы, оҙон керпекле, йәшкелт көрән күҙле Миңлегөл апай йәш сағында байтаҡ ир-егетте йоҡоһоҙ ҡалдырған. Хәҙер ҙә, 50 йәшкә етеп килеүенә ҡарамаҫтан, һомғоллоғон, йәшлек матурлығын ташламай.
Хәйер, ташламаған ине. Күрше ҡалаға мәҙәни сара ваҡытында юлым төшкәндә өйкөм-өйкөм булып торған кешеләргә иғтибар итмәй, тамаша залына йүнәлдем. “О-о, яҡташтарым да килгән!” – тигән шатлыҡ ҡатыш аптыраулы тауышҡа әйләнеп ҡараным да, бер аҙға һүҙһеҙ ҡалдым. Танауынан алып сикәһенә тиклем һуҙылған тәрән яра йөйө арҡаһында Миңлегөл апайҙы бер аҙ танымай торҙом. Ә ул, күрәһең, бындай ҡараштарға, аптырауҙарға өйрәнеп бөткән, әллә ни ҡыйынһынып торманы.

“Кешеләргә ярҙам итә алыуыма шатмын”

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:00 Бүлешергә:
Йәштән үк үҙ маҡсатын билдәләп, шуға ирешеү өсөн бар тырышлығын һалған, белем алырға ынтылған, ғөмүмән, тормошта үҙ юлын билдәләп, шунан тайпылмайынса атлаған йәштәр һәр саҡ һоҡланыу уята. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы Руслан Фуат улы ФӘТТӘХОВТЫ тап шундайҙар рәтенә индерер инем. Табип булырға ниәт иткән егет Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап ҡына туҡталып ҡалмай, интернатура үтә, артабан Мәскәүҙә Бакулев исемендәге клиникала йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы буйынса махсуслашыу курсы үтеп, белемен камиллаштыра.

Дата: 08.12.2018

9 декабрь

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 18:35 Бүлешергә:

9 декабрь, ЙӘКШӘМБЕ

07:15, 15:15, 19:15 «Был көн».
09:15 «Фатиха» - дини тапшырыу.
10:15, 21:15 «Атайсал». Балаҡатай, Ҡыйғы райондары.
11:15, «Илһам». “Ябалаҡлап ап-аҡ ҡарҙар яуа”. Башҡортостандың халыҡ артистары Ғәләүетдинова һәм Әхәт Мортазин уҡый. 2006 йылғы яҙма.
12:15, 16:15 «Ашҡаҙар»ҙа-премьера. “Ҡышҡы ҡояш”. Родион Мортазин көйө һәм һүҙҙәре. Фәриҙә Ғаззалова йырлай.
13:15 Иҙрис Ғәзиев йырлай. Концерт.
14:05 . Заһир Исмәғилев “Ҡоҙаса”. Радиоспектакль. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары башҡара. Нәилә Ғәләүетдинова алып бара. 1985 йылғы яҙма.

читать далее

"Ш" билдәһе кәрәкмәй

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:30 Бүлешергә:
Автомобилдәргә "Ш" билдәһе ҡуйыу кәрәк түгел, тигән һығымтаға килделәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Бының сәбәбен: "Был билдә хәҙер үҙенең әһәмиәтен юғалтты. Юлдағы хәрәкәт башлыса машинаның төҙөлөшөнә, тормоздар системаһының төҙөклөгөнә бәйле.

Баймаҡтарға яңы бина

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:00 Бүлешергә:
10 декабрҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк Салауат Юлаев проспекты, 25-се йорт адресы буйынса эшләй башлаясаҡ.

Быға тиклемге бина ҡануниәттәге федераль талаптарға тулыһынса яуап бирмәгә н. Мәҫәлән, мөрәжәғәт итеүселәр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылмаған, ҡайһы бер хеҙмәттәр тулы кимәлдә күрһәтелмәгән.

Башҡорт һөтө шә-ә-ә-әп!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:30 Бүлешергә:
Францияның Savencia Fromage & Dairy компанияһының генераль директоры Жан-Поль Торрис Башҡортостанда етештерелгән һөт сифатын юғары баһаланы. Был хаҡта ул Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үткән "Рәсәй саҡыра" тигән йыйындың пленар сессияһында белдергән.

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:00 Бүлешергә:
Күгәрсен районындағы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре 25 мал ҡарау майҙансығы әҙерләне. Әле үк йөҙҙән ашыу миндек, бер тоннанан ашыу тоҙ һәм бер тонна иген фуражы әҙерләп һалынған.

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:30 Бүлешергә:
Илештәр эштә, спортта ғына түгел, ә ял итеүҙә лә ал бирмәй. Райондың ауыл биләмәләре араһында үткәрелгән күңелле һәм тапҡырҙар клубы конкурсының финал ярыштарына йомғаҡ яһалды.

Офис өй туйланы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:00 Бүлешергә:
Электр энергияһы ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндергән Бүздәк клиент офисы өр-яңы бинаға күсте. Элек ул ауыл ситендә урынлашҡанға күрә өлкәндәргә йөрөү өсөн уңайһыҙлыҡ тыуҙыра ине.

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:44 Бүлешергә:
Бәләбәй ере йәнә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән профессиональ ансамблдәрҙе һәм халыҡ инструменттары оркестрҙарын үҙенә йыйҙы.

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:42 Бүлешергә:
Баҡалы районының хакимиәт башлығы Александр Андреев Туҡбирҙе ауылындағы социаль учреждениеларҙың торошон ҡараны. Ауыл мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, спорт залы һәм мәктәп урынлашҡан йылы, йәмле, һәр ерҙә лә тәртип һөргән бина ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ҡалдырҙы.

Сәстәр нимә тураһында һөйләй?

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:

Сәстәрҙән күп нәмә хаҡында белергә була. Криминалистар улар­ҙы тикшереп, кешенең үлеменең дә сәбәбен асыҡлай ала. Әйткәндәй, бында енәйәттең ҡасан ҡылыныуы мөһим түгел. Мәҫәлән, 1998 йылда криминалист, биология фәндәре кандидаты Т. Макаренко Иван Грозныйҙың әсәһе – 1538 йылда вафат булған Елена Глинскаяның сәсендә ағыу тапҡан. Батшаның ҡатыны Анастасия Захарьинаның үлеменең сәбәбе лә асыҡланған – терегемөш тоҙҙары менән ағыуланған.

Эльвина РИЗУАНОВА

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Төмән өлкәһенең Когалым ҡалаһында тыуғанғалырмы, үҙемде Себер ҡыҙы тип һанайым. Әле ғаиләбеҙ менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйбеҙ. Атай-әсәйем икеһе лә сығышы менән Әлшәй районынан.
[b][/b]

Көрәшсе ҡыҙ

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:00 Бүлешергә:
Башҡорт ҡыҙы Динә Ғизәтуллина дзюдо буйынса Рәсәй беренселегендә беренсе урын яуланы!

Дата: 07.12.2018

8 декабрь

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 20:55 Бүлешергә:

8 декабрь, ШӘМБЕ

07:15, 15:15, 19:15 «Был көн».
9:15, 18:15 Мәҙәни аҙна.
10:15 «Ижади портрет». Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
11:15, 20:15 «Илһам». Салауат Рәхмәтуллин шиғырҙары. Фаяз Солтанов укый. 2004 йылғы яҙма.
12:15, 22:15 «Ашҡаҙар»ҙа-премьера.”Бала өмөтө”. Сәйфулла Ғайсин көйө һәм һүҙҙәре. Лилиә Ишемйәрова йырлай.
13:15 Данил Хәсәншин ижад иткән йырҙар. Концерт.

читать далее

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 16:37 Бүлешергә:
Башҡортостан сода компанияһының Шахтауға ҡағылышлы эштәре буйынса биргән вәғәҙәләрен махсус килешеүҙә нығытырға кәрәк, тигән фекерҙә Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев. Уның әйтеүенсә, “Рәсәй Федерацияһында йәмәғәт контроле нигеҙҙәре тураһында”ғы 212-се Федераль закон биргән вәкәләттәргә ярашлы, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына был эшкә контроллек итергә кәрәк.

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул"

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 16:35 Бүлешергә:
Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы яңылыҡты мәғлүмәт киңлегендә бик күптән көтәләр ине, тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.

Толкачев Красногорскта

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 16:33 Бүлешергә:
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе Секретары Константин Толкачев та эш сәфәре менән Красногорск ҡалаһында. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, унда әлеге мәлдә “Берҙәм Рәсәй” партияһының ХVIII съезы үтә. Башҡортостан делегацияһына республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселек итә.

Ҙур баһа

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:35 Бүлешергә:

Бөрйән районы хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы уҙғарылды. Унда 2018 йылда районда үткән команда-штаб уҡыуҙарына һәм дөйөм был өлкәләге эшмәкәрлеккә һығымта яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.

“Һаулыҡ һаҡлауҙы кешеләргә яҡынайтыу”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:28 Бүлешергә:
Сираттағы “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә Радий Хәбиров власть алдына ошондай уртаҡ бурыс ҡуйҙы. 1 – 6 декабрҙә медицина темаһы буйынса граждандарҙан 20 мөрәжәғәт теркәлгән. Уларҙың күбеһе белгестәр етешмәүгә ҡағыла. Кешеләр ашығыс ярҙам автопаркының иҫкереүенә зарлана.

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:27 Бүлешергә:
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә инвесторҙар менән осрашты. Кәңәшмәлә республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, үҫеш институттары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.

"Бергә йәшәйек"

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:15 Бүлешергә:

Бай икәнеңде белгең килһә, күсенеп ҡара, тип белмәй әйтмәгәндәр икән! Йә, әллә нимә лә юҡ һымаҡ, оҙон көн үтте лә китте. Машинаға һуңғы ваҡ-төйәк әйберҙәрен тейәп ебәргәс, солан ишеген бикләп маташҡан Ураҙбай үҙ алдына һөйләнде.

"БСК сеймалы өсөн бәхәстең тамамланыуы — Башҡортостандың абруйын арттырыуҙа ыңғай күренеш"

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:04 Бүлешергә:
“Әүәлге республика етәкселеге менән финанс-сәнәғәт төркөмдәренең береһе араһындағы Башҡортостан тауҙарын — шихандарҙы эшкәртеүгә бәйле низағ һуңғы йылдарҙа республика өсөн һиҙелерлек кире экстрафакторҙарҙың береһе булды”, — тине политолог Дмитрий Казанцев.

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:02 Бүлешергә:
Башҡортостан сода компанияһыныңҠуштауҙы үҙләштереүен контролдә тоторға кәрәк. Был эш вәхшиҙәрсә башҡарылмаҫҡа тейеш, рекультивацияны контролдә тотоу шарт.

“Берҙәм Рәсәй” ҡор йыя

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:01 Бүлешергә:
Мәскәү эргәһендәге Красногорск ҡалаһында бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының XVIII съезы эш башланы. Фекер алышыу “Яңырыу”, “Асыҡлыҡ” һәм “Лидерлыҡ” тип аталған өс майҙансыҡта ойошторолдо.

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:00 Бүлешергә:
Стәрлетамаҡта сода етештереү маҡсатында Ҡуштауҙы эшкәртеү киләһе 30 йылда ошо тауҙағы туристик объекттарға, атап әйткәндә, тау саңғыһы базаһына, йәйәүлеләр маршруттарына йоғонто яһамаясаҡ, тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәтендәге сығанаҡ.

БСК: “Республика Башлығының ҡарашы ҡәтғи, әммә беҙ уның менән килешергә әҙербеҙ”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:56 Бүлешергә:
Башҡортостан сода компанияһының Ҡуштауҙы өйрәнеүгә ғәмәлдәге лицензияһы бар, “БСК” ошо йүнәлештә эш алып бара. “БСК” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Марина Бортова ошо турала хәбәр итте.

Ун көнлөктә яҙылып ҡалығыҙ!

Favicon for Табын Табын 10:17 Бүлешергә:
Ун көнлөктә яҙылып ҡалығыҙ!Декабрҙең 3-нән 13-нә тиклем Матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө бара. Ошо арауыҡта барлыҡ матбуғат баҫмаларына, шул иҫәптән район гәзит-тәренә, ташламалы хаҡҡа яҙылып була.

«Зөләйха күҙҙәрен аса» СТӘРЛЕТАМАҠТА!

Favicon for Башҡорт драма театры Башҡорт драма театры 10:15 Бүлешергә:

18 декабрь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәргә юллана!

Гүзәл Яхина романы буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған спектаклде Стәрлетамак башҡорт драма театры сәхнәһендә күрә алаһығыҙ!
Билеттар буйынса Лилиә Жамаловаға +79374975073 тел. буйынса мөрөжәғәт итергә була, йәки театр кассаһына: Стәрлетамаҡ, Ленин проспекты, 30В. Тел. 24-15-46

Онотолмаҫлыҡ ғүмер йылдары

Favicon for Табын Табын 10:09 Бүлешергә:
Бар булмышы, һөнәри оҫталығы, йәшәү рәүеше, хеҙмәт һәм тормош юлы күптәргә өлгө Вәхит Мәһәҙи улы Бикҡоловтың исеме район мәғарифы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.

“Дуҫтар осрашыуы” күңелле үтте

Favicon for Табын Табын 10:02 Бүлешергә:
“Дуҫтар осрашыуы” күңелле үтте3 декабрҙә район мәҙәниәт һарайында сәләмәтлек торошо бу-йынса мөмкинлектәре сикле балалар өсөн "Дуҫтар осрашыуы” тигән сара үтте. Уны мәҙәниәт һарайы һәм Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре ойоштороп уҙғарҙы. Сарала район хакимиәтенән һәм "Ғаилә” үҙәгенән вәкилдәр ҡатнашты.

“Башҡортостан сода компанияһы” сеймал сығанағы тапҡан: Торатау эшкәртелмәйәсәк

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:51 Бүлешергә:
“Башҡортостан сода компанияһы” етештереү өсөн сеймал базаһы итеп Ҡуштауҙы файҙаланасаҡ, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтендә.

Вәғәҙә үтәлде

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:48 Бүлешергә:
Әбйәлил районында эш сәфәре ваҡытында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Күсем мәктәбе автобусының иҫке булыуын күреп, уны тиҙ арала яңыртырға һүҙ биргәйне.

“Театр – ул сәнғәт һарайы!”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:36 Бүлешергә:

Йоҡомһораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебәреүсе тылсымға эйә ул...

Сәхнәлә – “Тере тупраҡ”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:33 Бүлешергә:

Ул тарихыбыҙға алып ҡайтыр.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Ишмулла Дилмөхәмәтовтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Тере тупраҡ” спектакленең премьераһы ҙур аншлаг менән үтте.

Хаҡ мосолман булайыҡ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:28 Бүлешергә:
Мосолман – ул намаҙ уҡыған кеше. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, беребеҙҙән икенсебеҙ арттырып һөйләргә әүәҫ. Кемгә кәрәкһә, динде шуға аңлатабыҙ.

Аҡыллылар көс һынаша

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:27 Бүлешергә:
Башҡорт дәүләт аграр университетында Йәштәр сәйәсәте лигаһы тарафынан ойошторолған "Ике турнирҙар фестивале" һәм "Аҡыл һарайы" интеллектуаль һәм дискуссия ярыш майҙансыҡтары эш башланы.

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:24 Бүлешергә:

Юлдарым гел уңып тора.

Ҡасан ғына әле яулыҡ ябынып йөрөү уйымда ла юҡ ине, хәҙер үҙемде яулыҡһыҙ күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Туғандарым, дуҫтарым яулыҡ ябыныуымды өнәп етмәй, сит кешеләр ҙә йыш ҡына урамда ғәжәпләнеп ҡарап китә...

Дин юлына баҫығыҙ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:22 Бүлешергә:

Ете фәнде белеү фарыз.

Ислам дине тураһында дөрөҫ аңлайыш булһын өсөн, мосолмандар дини белем алырға тейеш. Бының өсөн билдәле фәндәр өйрәнелә. Ошо фәндәрҙе белмәй тороп, динде лә тулыһынса дөрөҫ аңлап булмай. Мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләр, ислам динен аңлау өсөн бер-ике китап йә гәзит-журнал уҡыу ҙа етә, тип уйлай. Был, әлбиттә, яңылыш фекер.

Имбирь менән дуҫлаш

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:15 Бүлешергә:
Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин кәштәләрендә лә күбәйҙе.

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:14 Бүлешергә:
Иртәнге көнөбөҙ сәй эсеүҙән башлана. Ҡунаҡ килһә лә иң тәүҙә сәй менән һыйлайбыҙ, сөнки әүәлдән халҡыбыҙ яратып ҡулланған был эсемлекте. Әммә күбебеҙ әле һаман, файҙалыраҡ булһын өсөн, уны нисек бешерергә һәм ҡулланырға икәнен белмәй.

Мөһим форум ойошторолдо

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:47 Бүлешергә:
Кисә Учалы ҡалаһында Эшҡыуарлыҡ көнө уҙғарылды.

Ҡыш етте, ит ашарға ваҡыт

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 07:46 Бүлешергә:
8-9 декабрҙә Өфө ҡалаһында ит йәрминкәләре үтә.

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:42 Бүлешергә:

Ул кешегә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итһен.

Күренекле яҙыусы һәм журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның сираттағы “Бетеү” исемле йыйынтығында повестар, хикәйәләр һәм эсселар тупланған. Әҙибәнең был китабын да әҙәбиәт һөйөүселәр бик йылы ҡабул итте. Ошо уңайҙан Гөлшат Фәйзи ҡыҙына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Фельшерҙарға яңы вәкәләт бирелә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:36 Бүлешергә:
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бер аҙна эсендә фельдшерҙарға ауырығанлыҡ ҡағыҙҙары һәм дарыуҙарға рецепт яҙыу вәкәләте биреү тураһында аныҡ тәҡдимдәр әҙерләү бурысын йөкмәтте.

Был донъяны ирҙәр төҙөгән

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:31 Бүлешергә:

Ысын ир-егет өсөн ҡатын-ҡыҙ көслө була алмай.

Интернетта машинаның артҡы быялаһында фотолағы ошо яҙыуҙы беренсе тапҡыр күргәс, аптырап ҡалдым. Бер аҙҙан фото, “лайыҡ”тар, репостар йыйып, күҙгә йыш салына башланы.

Ағас “ене” ҡағылған...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:21 Бүлешергә:
Ҡырмыҫҡалы уңғандары араһында ағас менән эш итеүсе йүнсел менән танышҡас, уны сәнғәт кимәлендә эшкәртеп булыуын күреп, хайран ҡалдыҡ.

Ах, билмәне лә билмәне!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:17 Бүлешергә:
Эшҡыуарлыҡ нисек башлана? Нимәнелер эҙләй башлағас, ул тауарҙың юҡлығы асыҡлана. Уйсан кеше “Ә ниңә үҙебеҙ эшләп ҡарамаҫҡа?” тигән һорау ҡуя.

Уңғандарҙың икмәге лә уңа

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:14 Бүлешергә:

— Миңә Ҡырмыҫҡалы икмәген бирегеҙ әле. Ҡомалаҡтан ғына һалынғанын.
— Тик шул икмәкте алһам ғына, күңелем була.
Өфө магазиндарында Ҡырмыҫҡалы икмәге оҙаҡ ятмай, һайлау мөмкинлеге ҙур булған хәлдә лә, һатып алыусыларҙың күпселеге уларҙың ҡаласын өҫтөн күрә.

Хәрәкәттә – Бәрәкәт

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:10 Бүлешергә:
Ҡырмыҫҡалы ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә һәр саҡ йәнлелек. Бында уҡыусылар волейбол, футбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, шахмат, шашка, саңғы, рус лаптаһы, милли көрәш, гер күтәреү, туризм, тхэквондо, ҡул көрәше, хоккей, еңел атлетика һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса шөғөлләнә, төрлө ярыштарға әҙерләнә.

Ғафуан Шәйхетдинов эшенән китте

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 06:31 Бүлешергә:
Бөгөн, 7 декабрҙә Иглин районы муниципаль районы Советы ултырышында район хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдиновтың үҙ теләге буйынса эштән китеүе тураһындағы ғаризаһы ҡаралды.
Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса Николай Самойленко башҡарасаҡ. Бығаса ул Ғафуан Шәйхетдиновтың урынбаҫары ине.

“Балапандар”- еңеүсе!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:23 Бүлешергә:
Сибай ҡалаһының “Балапандар” ирекмәндәр төркөмө “Рәсәй ирекмәндәре 2018” конкурсында ҡатнашты.

Бәхил бул, Ҡуштау!

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 06:21 Бүлешергә:
Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "Башкирская содовая компания" өсөн сеймал базаһы итеп Ҡуштау тауы һайланған.

Килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:07 Бүлешергә:
Иртәгә Дәүләкән ҡалаһының мәҙәниәт йортонда бик ҡыҙыҡлы сара уҙмаҡсы. “Ҡашмау” ижад берекмәһе оҫталары теләге булған һәр кемде ҡатын-ҡыҙҙарҙың боронғо биҙәү әйберҙәрен эшләргә өйрәтәсәк.

Бурыстар теүәл үтәлә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:00 Бүлешергә:
Район үҫешенә тос өлөш индергән ойошмалар бихисап. Ҡырмыҫҡалы районының иҡтисадын һәм социаль үҫешен “Кармаскалинсксельхоз­энерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.

Еҙем-Ҡаранда – “Йөрәк һүҙе”

Favicon for Табын Табын 05:53 Бүлешергә:
Еҙем-Ҡаранда – “Йөрәк һүҙе”"Йөрәк һүҙе” республика телевизион проекты (проект авторы - Наилә Сәфәрғолова) тиҙ арала танылыу алып, уны беҙҙең райондың шиғриәт һөйөүселәре лә күтәреп алды. "Йөрәк һүҙе”нең тәүгеһе Сәйетбаба ауылында үтһә, артабан Красноусол башҡорт гимназия-интернатында, Бурлы ауылында дауам итеп, күптән түгел ошондай уҡ сара Еҙем-Ҡаранда үтте, унда ауыл биләмәһенә ҡараған Үзбәк, Бәләкәй, Оло Үтәш, Ибраһим, Абдулла, Баҡраҡ ауылдарынан тел оҫталары ҡатнашты.

Улар һәр ваҡыт эш менән мәшғүл

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:48 Бүлешергә:

Ҡырмыҫҡалы ауылына — 260 йыл.

Йыртҡыстарҙан аралап...

Favicon for Табын Табын 05:47 Бүлешергә:
[thumb=left]http://tabin.ru/uploads/posts/2018-12/1544161582_ibragim-losenok-15.jpg[/thumbИбраһим ауылында йәшәүсе Альмира менән Мансаф Килмөхәмәтовтар йәрәхәтле мышы балаһын бүреләрҙән аралап, үҙҙәрендә һыйындырғандар.

Киҫеп алма, һатып ал!

Favicon for Табын Табын 05:44 Бүлешергә:
Киҫеп алма, һатып ал!Яңы йыл яҡынлаша. Өйҙө матур байрам шыршыһы биҙәүен ниндәй бала теләмәһен инде. Урман ҡупшыҡайын рөхсәтһеҙ киҫеп, ғаилә бюджетын бүҫкәртмәҫ өсөн бик һәйбәт ысул бар. Шыршыларҙы махсус урындарҙа, уларҙы һатырға рөхсәте булған кешеләрҙән һатып алырға кәрәк.

“Яҙам йөрәк хатын, йөрәк антын”

Favicon for Табын Табын 05:35 Бүлешергә:
“Яҙам йөрәк хатын, йөрәк антын”Тыуған ерен, ғәзиз телен өҙөлөп яратҡан, уның хаҡына үҙен аямай хеҙмәт иткән танылған яҙыусы, шағирә, тәржемәсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ж.Кейекбаев исемендәге район, М.Гәрәев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры, 20 китап авторы Гөлнур Миҙхәт ҡыҙының 70 йәшлек күркәм юбилейына тирә-яҡ ауылдарҙан да ҡунаҡтар күп килгәйне.

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:34 Бүлешергә:

“Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсына килгән әҫәрҙәргә күҙәтеү.

Тәүәкәндәр һәр саҡ тәүәккәл

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:12 Бүлешергә:

Шуға ла уларҙың эше йылдам бара.

Этҡолдарҙан дәрт һәм дарман алдыҡ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:01 Бүлешергә:

Башҡортостандың “Иң егәрле ауыл”ында эшһөйәр халыҡ йәшәй.

Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 04:55 Бүлешергә:
Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының рәйесе Данир Ғәйнуллин билдәле йырсы Элвин Грейға (Радик Юлъяҡшинға) ойошманың юғары наградаһын - «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалын тапшырҙы. 

№49 (11200)

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 04:54 Бүлешергә:
«Йәшлек» гәзитенең 49-сы һаны йәнә лә бай йөкмәткеле мәҡәләләре менән уҡыусыларын һөйөндөрә. Тәүге биттәрҙә республиканың ижтимағи-сәйәси тормошо тураһындағы яңылыҡтар менән танышырһығыҙ.

Беҙгә трактор кәрәк

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:53 Бүлешергә:
Ауыл ерендә хәл итеүҙе көткән проб­лемалар әҙ түгел, һәм уларҙы, әлбиттә, үҙаллы ғына еңеп сығыу ауыр. Шуға ла “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы әлеге көндә бик мөһим.

Төп маҡсат – асыҡ һайлауҙар

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:46 Бүлешергә:
Рәсәй Федерацияһында һәм республикала һайлау системаһы барлыҡҡа килеүгә 25 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә байрам саралары ойошторолдо. 

“Ошондай ваҡиғалар тормошобоҙҙо яҡшырта”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:42 Бүлешергә:

Оҙаҡламай районда социаль-мәҙәни үҙәк тә сафҡа инәсәк.

Был аҙнала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Белорет районында эш сәфәрендә булды. Тирлән ауылында төбәк етәксеһе яңы “Планета” физкультура-һауыҡтырыу комп­лексын асыу тантанаһында ҡатнашты, унан һуң урындағы халыҡ менән көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Радик Юлъяҡшинға миҙал тапшырылды

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:10 Бүлешергә:
Өфөлә йырсы Радик Юлъяҡшин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы - «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.

Иглин районы башлығы эшенән китте

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:07 Бүлешергә:
Иглин районы хакимиәте етәксеһе Ғафуан Шәйхетдинов отставкаға китте. Ул был вазифала 2015 йылдан эшләгәйне. Иртәгә яңы башлыҡ менән таныштырасаҡтар.

Гайморитты дауалайбыҙ

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
- Бер үк күләмдә бал, көнбағыш майы һәм араҡы алырға.
- Башлы һуған менән кер һабынын блендер менән иҙергә.

Яҙмыш һәм уның серҙәре

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:

Аллаһы Тәғәлә бар иткән һәр нәмәнең үҙ тәғәйенләнеше, маҡсаты бар. Тормошобоҙҙа булып үткән бөтә ваҡиға асылда яҙмыш һыҙаттары. Ай, Ҡояш, йондоҙҙар, үҫемлектәр, хайуандар һәм бихисап башҡа бөтә барлыҡ нәмә тәҡдир программаһы эсендә. Ағастан өҙөлөп төшкән япраҡ та шуның бер өлөшө.

Дата: 06.12.2018

7 декабрь

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 21:48 Бүлешергә:

7 декабрь, ЙОМА

07:15, 12:15, 16:15 «Был көн».
09:15, 18:15 «Фатиха»-дини тапшырыу.
11:15, 20:15 «Сәсмәүер».“Һуңғы һартай”.
12:15, 22:15 «Беҙҙең донъя». Башҡортостан рәссамдәре. Уңыштар, еңеүҙәр, ҡаҙаныштар.
13:15 Әсмә Шайморатова башҡарған йырҙар.Концерт.
14:15 Мәшһүр йырсы Әсмә Шайморатова. Радио фондынан. 2004 йылғы яҙма.
16:45, 23:15 «Башҡортостан райондары». Архангел районы.
17:15 «Үткәндәр һағында».

Ауыл ерендә эшләнеңме? Пенсияға өҫтәмә ал!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 15:04 Бүлешергә:
Яңы 2019 йылдан ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса пенсия алған ауыл эшсәненә билдәләнгән түләмдең 25 процентына ярашлы өҫтәмә түләнәсәк. Тик граждан ауылда 30 йылдан күберәк эшләгән булырға тейеш.

Һөйөнсө: ҡаргиҙәрҙә йөрөргә рөхсәт

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 15:03 Бүлешергә:
“Башҡортостан” милли паркы туристарға ҡаргиҙәрҙә инергә рөхсәт бирҙе. Ләкин техникала раҫланған маршруттар буйынса ғына йөрөргә мөмкин.

Йөҙөү буйынса тренер – Милли спорт премияһы лауреаты

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 14:59 Бүлешергә:
Краснокама районының Николо-Березовка ауылынан йөҙөү буйынса тренер Ольга Изилаева 2018 йылдың Милли спорт премияһы лауреаты булды.

Толом-толом... сыр үрәләр

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:11 Бүлешергә:
Үрелгән сәс толомо рәүешендәге ыҫланған сырҙы яратмаған кеше бармы икән? Ул формаһы менән генә түгел, ә үҙенсәлекле тәме һәм сифаты менән дә айырыла.

Нимәгә хаҡ артҡан?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:10 Бүлешергә:
“Башҡортостанстат” хәбәр итеүенсә, республикала “аҙыҡ-түлек кәрзине”нә йәнә хаҡ артты.

Хоҡуҡи диктантта ҡатнашығыҙ!

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 11:28 Бүлешергә:
3-10 декабрҙә илебеҙҙә Икенсе Бөтә Рәсәй хоҡуҡи (юридик) диктант үтә. Быйыл ул Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 25 йыллығына арналған.

АУЫЛ КЕШЕҺЕНЕҢ БӨГӨНГӨ МӘШӘҠӘТТӘРЕ НИНДӘЙ?

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 08:50 Бүлешергә:
Баязит СОЛТАНҒУЖИН, Йылайыр районы, Һабыр ауылы: Бына ҡар көрәйбеҙ инде хәҙер, Алла бирһә, оҙаҡ көттөрөп, ҡар яуҙы бит, ниһайәт! Еребеҙгә ысынлап ҡыш килгәс, күңеллерәк тә булып китте әле, юғиһә, ноябрҙә ҡара саң туҙрап ятты бит. Һәр нәмәнең үҙ мәле булырға тейештер инде. Туҡай әйтмешләй, "ел дә ваҡытында иҫеп, ямғыр ҙа ваҡытында яуған" замандар ише. Беҙҙең Һабыр ҙур ғына ауыл: 11 йыллыҡ мәктәбебеҙ, мәҙәниәт йортобоҙ, медпункт, мәсетебеҙ бар. Ауыл кешеләре, йәшенә ҡарап, һәр кемеһе үҙ эше менән мәшғүл: донъя көтә, ғаиләһе хаҡында хәстәрлек күрә. Кеше мал аҫрай, шуның көсө менән тереклек итә.

Тынмаһын сулпы сыңдары

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 08:42 Бүлешергә:
"Тамыр" каналы ойошторған "Сулпылар" республика телевизион конкурсы сирек быуаттан ашыу талантлы балаларҙы үҙенә йыя. Йыл башында республикабыҙҙың төрлө ҡала-районынан 200 самаһы йыр-моңға һәләтле малай-ҡыҙы бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергәйне. Интернетта барған онлайн-тауыш биреү һөҙөмтәһендә уларҙың 70-е һайлап алынды. Икенсе турға үткән 30 кешенән 12-һе генә финалға килеп етте.

Ҡар, боҙлауыҡ...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:41 Бүлешергә:
“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иртәгә төндә яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ бер аҙ ҡар яуасаҡ, еңелсә боҙлауыҡ буласаҡ.

ИРҘӘР ШУЛАЙ ТӘРБИӘЛӘНӘ!

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 07:46 Бүлешергә:
Ошо көндәрҙә "Динамо" стадионында ирекле көрәш буйынса башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев иҫтәлегенә арналған республика асыҡ турниры уҙғарылды. Ярышты БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Өфө ҡала округы хакимиәте, "БР спорт көрәше федерацияһы" төбәк спорт йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо. Турнирҙа ун ауырлыҡ категорияһы буйынса балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашты.

КИЛӘСӘКТӘ БЫЛ ЕРГӘ ХОҘАЙ ҮҘЕ ҠЫҘЫҒЫР...

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 07:30 Бүлешергә:
Мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың "Башҡортостан" шиғырында шундай юлдар бар: Уралҡайҙың аҫты алтын, Өҫтө шиғыр, үҙе нур; Киләсәктә был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр; Фирҙәүестәр төҙөлөр, Әлуап ниғмәт теҙелер; Күкте ташлап мәләктәр, Был ерҙәрҙә гиҙенер... Ысынлап та, Бабичтың әйткән шул көндәре килдеме икән, еребеҙгә Хоҙай ғына түгел, барыһы ла ҡыҙыға, һәр кем ынтыла. Һәр кем килә. Ярай әле, еребеҙҙең аҫты һәм өҫтө бай булыуы беҙгә бәрәкәт булып әйләнеп ҡайтһа. Мәҫәлән, Күмертау ҡалаһының йә булмаһа Хәйбулла районының Бүребай ауылы янында ян-яҡҡа ағыуын бөркөп ятҡан һыу ятҡылығын күҙ алдына килтерһәң, бының киреһен аңларға мәжбүр булаһың. Байлыҡтарыбыҙ күпләп ситкә ағылып, беҙгә эсергә яраҡһыҙ һыуҙар, зарарлы газдар, радиация ғына тороп ҡала һымаҡ. Ошо һәм башҡа проблемалар, ғөмүмән, ер аҫты файҙалы ҡаҙылма байлыҡтары хаҡында күренекле дәүләт эшмәкәре, тау геологы, Рәсәй ер аҫты байлыҡтарын разведкалау отличнигы, Урал тау премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы Рәсих Әғзәм улы ХӘМИТОВ менән әңгәмә ҡорабыҙ.

КҮПТӘН БИЛДӘЛЕ ХӘҠИҠӘТ, ЙӘҒНИ IX-X БЫУАТТАРҘАҒЫ БАШҠОРТ ҠАЛАЛАРЫ ТУРАҺЫНДА

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 07:28 Бүлешергә:
Тарих фәндәре докторы, профессор Нияз Мәжитов үҙе тере саҡта Өфө ҡалаһының үҙәк өлөшөндәге ҙур археологик асыш тураһында бихисап хеҙмәттәр яҙҙы, мәғлүмәтте Башҡортостан һәм Рәсәй йәмәғәтселеге иғтибарына еткерә торҙо. Нияз Ғәбделхаҡ улы 2006-2007 йылдарҙа Пушкин урамының түбәнге кварталдарында урынлашҡан Өфө-II ҡаласығында алып барылған археологик ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәһендә табылған ҙур ултыраҡ ҡалдыҡтарын (ҡәлғә стенаһы, торлаҡ урындары, тимер иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы, бик күп табыштар, шул иҫәптән XIV быуат аҡсалары) тикшертеү өсөн ваҡытында Мәскәүҙән һәм Ҡаҙандан юғары квалификациялы белгестәрҙән торған ирекле эксперттар төркөмө саҡырыуға өлгәште. Улар археологик ҡаҙылма материалдары менән ентекләп танышҡас, был ҡаласыҡтың V быуаттан алып XVI быуат баштарына тиклем өҙлөкһөҙ кеше йәшәгән ҙур ултыраҡ (ҡала) цитаделе (кремле) булыуы тураһында һығымта яһаны. Нияз Мәжитовтың гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителгән был материалы Өфө-II ҡаласығы тарихы һәм башҡа башҡорт ҡалалары тураһында.

ЙОҠОНАН ЯҘҘЫРҘЫ БЫЛ ҠАР...

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 07:24 Бүлешергә:
Был аҙнала ҡала округы хакимиәтендәге оператив кәңәшмәнең тәртибе бер аҙ үҙгәрешкә дусар булды. Ғәҙәттә, быға тиклем уҙған аҙналағы мөһим ваҡиғаларға һәм сараларға байҡау яһалһа, әле ул контролгә алынған мәсьәләләр буйынса яуаплы вазифа биләүселәрҙең отчетынан башланды.

Башҡортостанда ғәрип балаларҙың ата-әсәләре транспорт һалымынан азат ителәсәк

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 06:42 Бүлешергә:
Республикала күп балалы ғаиләләрҙән тыш, мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә транспорт һалымы түләмәйәсәк.

Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ташлама

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:41 Бүлешергә:
Күп балалыларҙан тыш, Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә транспорт һалымынан азат ителәсәк.

Башҡорт бал ҡортон... Үзбәкстанға ебәрмәкселәр

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:31 Бүлешергә:
Бал ҡорттарын ҡышҡылыҡҡа йылы яҡҡа ебәреү тәҡдимен республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илшат Фәзрахманов Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһе башлығы Шөһрәт Ғәниев менән осрашыуҙа индерҙе.

Сулпан Татарстанды яулай

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:08 Бүлешергә:
Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға, спорт ярыштарына йәлеп итеү.

Квитанция һәр ауыл өйөнә киләсәк

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:03 Бүлешергә:
11 декабрҙә Өфөнөң Дим районының “Бәйләнештә” һәм “Фейсбук”тағы рәсми төркөмдәрендә ҡалдыҡтар менән эш иткән 1-се төбәк операторы – “Махсус автохужалыҡ” муниципаль предприятиеһы директоры урынбаҫары Ринат Биккинин тура эфирға сығасаҡ.

Ҡалмашбашта – ҡаҙ өмәһе

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:59 Бүлешергә:
Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылында ҡаҙ өмәһе үтте. Унда ауыл халҡы менән бергә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте етәксеһе Өлфәт Мостафиндың хәләл ефеттәре лә ҡатнашты.

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 04:43 Бүлешергә:
Кисә Өфөнөң яңы мэры Өлфәт Мостафин менән Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың дуҫтарса осрашыуы уҙҙы.

Супруги врио главы Башкирии и мэра Уфы ощипали гусей на празднике в Чекмагушевском районе

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 04:42 Бүлешергә:
5 декабря в деревне Калмашбашево Чекмагушевского района Башкирии отметили традиционный праздник гусиного пера. По традиции, селяне заготавливают гусиное мясо, ощипывают пух и перья на подушки, которые пойдут на приданое невестам.

Әҙәби уҡыуҙар

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Китап уҡырға ваҡыт ҡалдырмаған етеҙ заманда ла тыңлаусыларын әҙәби юҫыҡтан айырмаҫҡа тырышҡан «Юлдаш» радиоһында даими рәүештә уҡымлы әҫәрҙәр тыңлаусыларға еткерелеп килә. Декабрь айында эфир тулҡындарына сығасаҡ исемлеккә иғтибар итәйек.

Актер булмаған йырсы

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
[b]йәки Тимур Рамаҙан ни өсөн татар телен өйрәнгән?

Иң күп гәзитте Рая апай алдыра

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Үткән аҙналағы “Аҙна һайын – бүләк” уйынында бәхет Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Рая БИЛАЛОВАҒА йылмайҙы. Ул салат һауыттары йыйылмаһы отто.

Файҙалы эсемлектәр

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Баллы-лимонлы һыу.
Бер стакан йылы һыуға бер балғалаҡ бал һәм ике ҡалаҡ лимон һуты ҡушып бутағыҙ. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан эсегеҙ. С витамины организмдан шлактарҙы сығарырға һәм иммунитетты күтәрергә булышлыҡ итә.
[b]

Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:

Боросло кәбеҫтә
10 кг кәбеҫтә, 0,5 кг татлы ҡыҙыл борос, шул уҡ миҡдар­ҙа һары һәм йәшел борос, 150 г тоҙ, 3 л һыу алына.
Кәбеҫтә менән татлы боросто нәҙек кенә итеп турап, тоҙлоҡ ҡойорға. Ул 3л һыу һәм 150 г тоҙҙан әҙерләнә. Өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйып, һалҡын урында һаҡлайҙар.

Баллы ла, тоҙло ла

10 кг кәбеҫтә, 2 кг татлы болгар боросо, 300 г бал, бер ҡуҙаҡ әсе борос, 3 л һыу, 150 г тоҙ.
Кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп, ә татлы боросто ҙур киҫәктәргә турарға. Бөтәһен дә бергә ҡушып, яҡшылап бутағас, тоҙлап, әсе борос өҫтәргә. Һауытҡа тултыр­ғанда ҡайнар һыуҙа иретелгән бал ҡатнашмаһын ҡойорға. Һалҡын урында һаҡларға кәңәш ителә.
[b]

Дата: 05.12.2018

6 декабрь

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 17:46 Бүлешергә:

6 декабрь, КЕСАҘНА

07:15, 15:15, 19:15 «Был көн».
09:15, 18:15 Республика журналдарына күҙәтеү. “Аҡбуҙат” журналы. Декабрь һаны.
10:15 «Рухиәт». Нимә ул “Кейеҙ?”.
11:15, 20:15 «Сәсмәүер». “Хаҡмы, нахаҡмы?”. Х. Зарипов. 4-се тапшырыу.
12:15, 22:15 «Беҙҙең донъя». Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры эшмәкәрлеге.
13:15, 23:15 Райман Ишбаев башҡарған йырҙар. Концерт.
14:15 “Яҙмыштарҙа ил тарихы”. Радио фондынан. Мирас Иҙелбаев. 2016 йылғы яҙма.
16:45, 23:15 «Башҡортостан райондары». Бүздәк.
17:15 «Телһөйәр".

Тиҙҙән сүп-сар сығарыу өсөн хаҡиғлан ителәсәк

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 14:16 Бүлешергә:
Мәғлүм булыуынса, яңы йылдан халыҡ төбәк операторҙары сүп-сарҙы йыйып алып китеп, эшкәрткән өсөн хаҡ түләй башлаясаҡ. Ә урындарҙағы ҡыйлыҡтар ябыла.

“Башҡортостан” Сибайҙа нимә эшләй?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 14:07 Бүлешергә:
Әлеге мәлдә “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Урал аръяғында эш сәфәре менән йөрөй.

Еңелһәң дә, саҡыралар...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:58 Бүлешергә:
Вәт, ҡыҙыҡ, “Салауат Юлаев” рәттән дүрт тапҡыр еңелде, капитанының ҙур штраф алыуҙан башы сыҡмай, шулай ҙа уға ихтыяж ҙур.

76 йылдан һуң... ҡайтты

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:55 Бүлешергә:
Бөгөн Учалы ҡалаһының Хәтер скверында Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған һалдат һөйәктәренең тыуған яғына ҡайтарылыуы айҡанлы митинг ойошторолдо.

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:01 Бүлешергә:
Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур премьера көтөлә – “Урал батыр” спектакле сәхнәгә сыға.

Шәкәр күп, етерлек!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:59 Бүлешергә:
Өс шәкәр заводы (Шишмәлә, Мәләүездә, Раевкала) бөгөнгә 145 мең тонна шәкәр сығарған — был республика ихтыяжының икеләтә күләме.

Рәсәй халҡына ваҡытлыса ипотека кредитын түләмәй торорға рөхсәт

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:58 Бүлешергә:
Ауыр тормош хәлендә ҡалған Рәсәй кешеләренә ваҡытлыса ипотека бурысын түләмәй торорға рөхсәт ителәсәк. Был тәҡдим менән Рәсәй банкы сығыш яһаны. Әлеге ваҡытта закон проекты тикшереү өҫтөндә.

Ҡыҙҙар ҙа гер күтәрә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:57 Бүлешергә:
Билдәлелек яулау өсөн күп кәрәкме? Уҡыусы балаларға килгәндә, тырышып уҡыу ҙа етә, тип әйтер күптәр. Дөрөҫ, белем эстәү һәр саҡ кәрәк, әммә физик яҡтан көслө булыу ҙа артыҡ түгел.

Ҡорос арҡан етештерәбеҙ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:54 Бүлешергә:
Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Мечел” төркөмөнә ингән Белорет металлургия комбинатында өр-яңы канат производствоһын сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты.

Фекер алышайыҡ - Ҡабан йылы киләме әллә Сусҡа йылымы?

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 09:54 Бүлешергә:
"Бәйләнештә" селтәрендәге гәзитебеҙ төркөмөндәге фекер алышыу темаһына инеп яуаптар яҙығыҙ:

https://vk.com/wall-35065816_28351

Бәхәс һорауын "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнән алдыҡ.

“Тормошта әүҙемлек кәрәк”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:08 Бүлешергә:

Сығымдар үҙен аҡлай.

Рәсәй һәм Азия илдәре араһында мөнәсәбәттәр яҡшырған һуңғы осорҙа экзотик телдәрҙе өйрәнгән кешеләр айырыуса иғтибарға лайыҡ. Уларға түҙемлек, үҙ эшенә ҡыҙыҡһыныу, үҫешкә ынтылыу кеүек ыңғай сифаттар хас.

“Юлымды табыуыма шатмын”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:04 Бүлешергә:

Тыуған илен донъяға күрһәтмәксе.

Айнур Асҡаров – йәш режиссер, “Өфөнән һөйөү менән”, “Еңмеш”, “Пилорама”, “Әсе бал”, “Әсә” һәм башҡа башҡорт фильмдары авторы, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты. 2011 йылда ул кино сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Санкт-Петербург ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр премияһына лайыҡ була.

Нәзәкәтле, нәфис Нәзифә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:47 Бүлешергә:
Башҡортостандан Нәзифә Иҫәнбаева “Санкт-Петербургтың милли һылыуҡайы” халыҡ-ара конкурсында “Мисс Нәзәкәтлек” исемен яуланы. Был конкурс тәүгә үткәрелде.

Өфөгә арналған яңы клипты ҡарайыҡ

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 06:46 Бүлешергә:
[media=]
Баш ҡаланың «Дамаск» төркөмө үҙенең «Случайными» тип исемләнгән яңы йырына клип төшөргән.

Йырҙың авторы — Булат Аминов, унда шулай уҡ Патрик (Илья Тавлияров) рэп стилендә куплет башҡара. Клипта Айнур Асҡаровтың «Из Уфы с любовью!» романтик комедияһы күренештәре лә бар.

Уҡытыусының ниндәй хоҡуҡтары ҡалды?

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 06:37 Бүлешергә:
йәки Мәсьәлә йыртыҡ кейемдәге генәме?

Әленән-әле мәктәп тормошонан төрлө видеороликтар интернетҡа һалына, ҡайһы берәүҙәрендә педагог һәм уҡыу­сының үҙ-ара мөнәсәбәте оло хафаға һала. Күптән түгел Сахалинда уҡытыусы тарафынан йыртыҡ кофтаһы өсөн әрләнгән уҡыусы ҡыҙҙы йәлләп борсолһаҡ, ошо арала Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында педагог уҡыу­сыға ҡарата йоҙроҡтарын йәлләмәгән видео таралды. Унан һуң – Томскиҙа 2-се класс балаһының башын партаға бәргән башланғыс класс уҡытыусыһы... Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған да инде. Ә зыян күргән тәртип­һеҙ уҡыусыларҙың парта ултыр­ғысын бәреп, күҙгә ручка менән төртөп «мәрәкә» тапҡаны иҫәпкә алынмай. Замана уҡытыусыларының ҡанһыҙлығы хаттин ашҡан, тип әйтеү дөрөҫмө?

Ипотеканы түләмәй торорға мөмкин булырмы?

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 06:17 Бүлешергә:
Рәсәй Банкы граждандарға ауыр тормош хәленә ҡалғанда ипотеканы түләмәй торорға рөхсәт итергә ниәтләй. Әле был проект буйынса фекер алышалар.
Әгәр ҙә был тәҡдим раҫланһа, ипотека эсендә махсус килешеү - опцион буласаҡ. Айлыҡ иғәнәләрҙе үләмәй торған осраҡта ипотека ваҡыты оҙайһа ла, опцион эшләгәс өҫтәмә проценттар тупланмай.

“Яҡташтарым менән тик үҙебеҙҙең телдә һөйләшәм”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:01 Бүлешергә:

Геройҙары ижадҡа этәргес бирә.

– Әгәр үҙебеҙҙең телдә үҙебеҙ һөйләшмәһәк, кемгә кәрәк ул? – тип башланы һүҙен Гөлназ Ғәлимуллина. Һис шикһеҙ, килешәм, “Беренсе” каналда эшләп йөрөгән, Халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге сараларҙа киң танылған режиссерҙан бындай фекерҙе ишетеү йөрәккә майҙай яғылды…

“Ун туғыҙ йәштә –миллионер”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:43 Бүлешергә:

Уңышҡа алты аҙым

Азат Вәлиев 16 йәшендә үҙенең тәүге эшен аса, ә 19 йәшендә айлыҡ килеме миллион һум тәшкил итә.

Башҡорттар хаҡында – “Bashkort 2.0”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:41 Бүлешергә:
Күптән түгел башҡорт йәмәғәтселеге ҡыуаныслы хәл кисерҙе: өр-яңы форматтағы “BASHKORT 2.0” китабының исем туйы үтте. Замана башҡорт йәштәренең уңыш серҙәрен туплаған хеҙмәттең авторы – Эльвира Моталова.

Иҫке-моҫҡо йыяһығыҙмы?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:31 Бүлешергә:

Бөгөнгө менән йәшәгеҙ!

Күптән кәрәге бөткән, йортоғоҙҙо сүп-сар ояһына әүерелдергән иҫке-моҫҡонан нисек арынырға? Бүлмәгеҙҙе әйбер келәтенә әүерелдереүҙән тыш, уның туҙан һандығына әйләнеүе, аллергияға сәбәпсе булыуы ла ихтимал бит әле.

Филармонияла өрлөк емерелгән

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:28 Бүлешергә:
Өфөләге Башҡорт дәүләт филармонияһында ғәҙәттән тыш хәл булған. Сәхнәлә өрлөк емерелеп төшкән.

Шикселлек тә – сир билдәһе

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:18 Бүлешергә:

Невроздар йәшәү сифатын түбәнәйтә.

Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу, физик күнегеүҙәр менән шөғөл­ләнеү, саф һауала йөрөү, күңел тет­рән­дерерлек ваҡиғаларҙан азат булыу, тыныс мөхит, көсөргәнешле эш­тән һуң яҡшы ял, тәрән йоҡо үҙәк нервы системаһына бик ыңғай тәьҫир итә.

Белеү зыян итмәҫ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:15 Бүлешергә:

Кешене өс-алты сәғәт эсендә ҡотҡарып була.

Йыл һайын йәмәғәтселек, медицина ойошмалары Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнөн билдәләй. Маҡсаты билдәле: халыҡтың сир тураһында мәғлүмәткә эйә булыуын арттырыу, диспансерлаштырыу һәм иҫкәртеү, медицина тикшеренеүҙәренең мөһимлеген, хәүеф факторҙарын аңлатыу.

“Һаулыҡ һағында осраҡлы кешеләргә урын юҡ”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:08 Бүлешергә:

Ауылда ғына түгел, ҡалала ла табиптар етешмәй.

1-се клиник дауахана ҡаланың 56 мең кеше йәшәгән көньяҡ-көнбайыш районы халҡын хеҙмәтләндерә. Заман ҡуйған талаптарға яраҡлашырға тырышып, яңыртыу ағымынан ҡалышмай, өр-яңы дауалау ысулдарын ҡыйыу үҙләштерә медицина коллективы.

Өфө аэропортына – Мостай Кәрим исеме

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:01 Бүлешергә:
4 декабрҙә «Рәсәй-1» телеканалы эфирында Рәсәй аэропорттарына биреләсәк еңеүсе-исемдәрҙе атанылар. Өфө ҡалаһы аэропорты киләсәктә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк.

Ярҙамсы табылды

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:42 Бүлешергә:
Башҡортостандың Арбитраж суды “Нефтекамскстройзаказчик” муниципаль унитар предприятиеһының ҡала биләмәһендәге “Интеграл” йәмғиәтенең төҙөлөп бөтмәгән объекттарын һәм ер участкаһын алыу теләге тураһындағы ғаризаһын тикшереүгә ҡабул итте.

Булды! "Өфө" халыҡ-ара аэропорты Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк!

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 04:37 Бүлешергә:
Өфө аэропорты Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк.

Элеватор туҙаны оса...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:30 Бүлешергә:
Республикала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары менән прокурорҙар Ғафури районының Аҡкүл ауылындағы элеваторҙың эшмәкәрлеген тикшерҙе.

Өфө — дәғүәселәр иҫәбендә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:27 Бүлешергә:
Башҡортостандың баш ҡалаһы киләһе йыл уҙғарылған Халыҡ-ара велоконгрестың баш ҡалаһы исеменә дәғүә итә.

Көрәш сәнғәте оҫталары йыйыла

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:00 Бүлешергә:
14 — 17 декабрҙә Өфөлә халыҡ-ара көрәш сәнғәте форумы уҙғарыла.

Представители Республики Башкортостан приняли участие в работе съезде Общероссийского народного фронта

Favicon for Табын Табын 03:57 Бүлешергә:
Представители Республики Башкортостан приняли участие в работе съезде Общероссийского народного фронтаПредставители Общероссийского народного фронта в Республике Башкортостан приняли участие в работе съезда Движения, который прошел в Москве и собрал более 4 тыс. человек. Делегаты съезда обсудили   приоритеты народного контроля за исполнением «майского указа» президента по направлениям, которые являются наиболее значимыми и чувствительными для простых людей.  Также на съезде были определены эффективные инструменты народного контроля за реализацией 12 национальных проектов, определенных «майским указом» президента. Они позволят вовлечь в процесс как можно больше простых людей и выяснить, что важно конкретному человеку и как он воспринимает изменения.

Элек сер ине...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:53 Бүлешергә:
Элек сер ине...Федераль һалым хеҙмәте компанияларҙың һалым бурыстары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тәүге тапҡыр үҙ сайтында баҫтырып сығарҙы.

Сауҙала ғәҙеллек – намыҫ эше

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:49 Бүлешергә:

Һатып алыусыны шул йәлеп итә.

Әллә ни һыуыҡтар көтөлмәй

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:42 Бүлешергә:
Был аҙнала Башҡортостанда әллә ни ҡаты һалҡындар көтөлмәй.

Байрамда нисек ял итәбеҙ?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:40 Бүлешергә:
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Яңы йыл байрамында ял итеүҙең рәсми графигын баҫтырып сығарҙы.

Еңеүсе киләһе йыл асыҡлана

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:38 Бүлешергә:
Өфө ҡалаһының 159-сы мәктәбендә “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2019” һәм “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019” һөнәри оҫталыҡ конкурсын асыу тантанаһы булды.

Мәшһүр оҫта иҫтәлегенә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:34 Бүлешергә:

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә мәшһүр балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең “Ғүмерлек бейеү” концертында булды.

Халыҡты тыңларға кәрәк

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:31 Бүлешергә:
Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын халыҡ менән тығыҙыраҡ эшләргә саҡырҙы.

Тотош ҡала ус төбөндәгеләй

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:18 Бүлешергә:

Был хеҙмәттең эше күҙгә күренмәһә лә, бик мөһим.

– Ҡотҡарығыҙ, кеше һыуға батты! – тип ҡысҡырыша көтөлмәгән хәлгә албырғап ҡалған ярҙағылар. Кемдер – таныштарына, кемдер полицияға шылтырата, нисек бәләгә тарыған кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға тип ҡаңғыралар.

5 декабрь

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 03:18 Бүлешергә:

5 декабрь, ШАРШАМБЫ

07:15, 15:15, 19:15 «Был көн».
09:15, 18:15 «Хазина». “Бейеш”.
10:15 «Ашҡаҙар»ҙа-премьера. “Ҡыңғырауҙар” Илшат Сибәғәтуллин көйө, Гөлфиә Юнысова шиғыры. Илшат Сибәғәтуллин башҡара.
11:15, 20:15 «Сәсмәүер. “Хаҡмы, нахаҡмы?” Х. Зарипов. 3-сө тапшырыу.
13:15. «Халыҡ таланттары» шәлкеменән концерт.
14:15 Талантлы актер Ғәлимйән Ҡарамышев. Радио фондынан. 1983 йылғы яҙма.
16:45, 23:15 «Башҡортостан райондары». Дыуан районы.
17:15 «Һеҙ һайлаған өс йыр». Радик Юльяҡшиндың иң шәп 3 йыры.

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:15 Бүлешергә:

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү.

Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был тәңгәлдә белем усаҡтары ла маҡсатлы уй-ниәттәрен уңышлы тормошҡа ашыра, ил әһәмиәтендәге ошо эш эҙмә-эҙлекле дауам итә.

"Йөрәк һүҙе"ндә еңеүсегә автомобиль биреләсәк

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Өфөлә йәнә «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһе ойошторола.

44, йәки тормош миңә ике дүртле ҡуйғанда...

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Яңыраҡ яҡын туғанымда ҡунаҡта булдым. Үҙем алыҫта булғас, ошолай ҙу-у-ур ҡунаҡтарға һирәк эләгәм. Бында бик күп туғандарым, синыфташтар, дуҫтар менән күрештем.

Дата: 04.12.2018

Белорет металлургия комбинаты импортты алмаштырыусы ҡорос канаттар етештерә башланы

Белорет металлургия комбинатында бөгөн импортты алмаштырыусы ҡорос арҡандар производствоһы асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Бөгөн 4 декабрь һеҙҙең өсөн театрҙа

Favicon for Башҡорт драма театры Башҡорт драма театры 11:16 Бүлешергә:

Ҡәҙерле дуҫтар!
Бөгөн, 4 декабрь, театрыбыҙҙың тыуған көнө уңайынан һеҙҙең өсөн «Ҡаһым түрә» тарихи драмаһын тәҡдим итәбеҙ! Бөгөн тарихи шәхесебеҙ Ҡаһым Мырҙашевтың тыуыуына ла 240 йыл тула.
Театр музейында филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлсәсәк Саламатова театр тарихы һәм күренекле сәнғәт әһелдәре тураһында һөйләйәсәк.
Бөгөн 1-се ҡатта Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте һатыу-күргәҙмә ойоштора, улар театр тураһында һәм тарихи китаптарҙы һатыуға сығарасаҡ.
Һәр ваҡыттағыса, спектакль алдынан, театр оркестры күңелле көй-моңдар уйнап, тамашасыларҙың кәйефтәрен күтәрер.
Рәхим итегеҙ!

Кемгә өҫтөнлөк бирелер?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:10 Бүлешергә:
Республикабыҙҙа, шул иҫәптән Өфөлә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм мөғәллимдәрҙе дәртләндереү маҡсатында төрлө бәйгеләр ойошторола.

Өйлө булыу — ҙур бәхет

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:07 Бүлешергә:
Сибай ҡалаһында йәшәгән 20 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тәғәйенләнгән социаль таныҡлыҡ алып һөйөндө. Уларҙың дөйөм суммаһы — 6 миллион һумдан ашыу.

БӨГӨН, 4 ДЕКАБРЬ – ТЕАТРЫБЫҘҘЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ!

Favicon for Башҡорт драма театры Башҡорт драма театры 10:49 Бүлешергә:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры республикабыҙ менән бер йылда барлыҡҡа килгән һәм 99 йыл дауамында халыҡтың рухи донъяһын байытып йәшәй.
Беҙҙең театрҙа хеҙмәт иткән бик күп артистарҙың, режиссерҙарҙың, драматургтарҙың, рәссамдарҙың, композиторҙарҙың, сәнғәт әһелдәренең исемдәре киң донъяға танылды, улар тыуған театры менән бергә Башҡортостаныбыҙҙы ла данланы! Сәхнәбеҙҙә илебеҙ тормошондағы мөһим ваҡиғалар ҙа, халҡыбыҙ яҙмышындағы тарихи мәлдәр ҙә урын алды.
Бөгөнгө көндә беҙҙең театр Рәсәй театрҙары араһында иң көслө милли театрҙарҙың береһе булып тора! Артабан да театрыбыҙ яңы үрҙәр яулаһын, ижади бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһарға насип булһын! Тамашасыларҙың ҡайнар алҡыштары күңелдәрҙе йылытһын, коллективыбыҙ берҙәм булһын!

Йөҙ йылға бер аҙым ни бары – данлы, шанлы беҙҙең үткәнебеҙ!
Маҡсаттар оло, изге һәм юғары - илһамлы, матур булһын киләсәгебеҙ!

Бергә булайыҡ, ҡәҙерле дуҫтар! Театрға рәхим итегеҙ!

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:02 Бүлешергә:
Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһе менән аралашҡанда Белорет районында ағас әҙерләү проблемаһына иғтибар йүнәлтеүҙе һораны.

Радий Хәбиров – Белоретта сәфәрҙә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:00 Бүлешергә:
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Белорет районында булды.

“Поручик Раевский” гөрләп торҙо

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:59 Бүлешергә:
Әлшәй районының йәштәр эштәре буйынса комитеты Берҙәм Рәсәйҙең “Йәш гвардия” ағзалары менән берлектә “Поручик Раевский” үҙәгендә музыка кисәһе ойошторҙо.

Яҡташтарын алҡыштарға күмде әлшәйҙәр

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:57 Бүлешергә:
Әлшәй районында тыуып үҫеп, хәҙер үҙҙәренең таланттары менән бөтә республиканы данға, йәмгә күмеп йәшәгән шәхестәре лә күп төбәктең.

Белорет районының Тирлән ҡасабаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 09:53 Бүлешергә:
Тирлән ҡасабаһы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Белорет районы буйлап эш сәфәренең тәүге пункты булды. Бында ул «Планета» физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыуҙа ҡатнашты.

Боҙҙағы дискотека эҫе булды...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:52 Бүлешергә:
Раевка ауылындағы 2-се мәктәптең хоккей ҡабында йәштәр өсөн “Боҙ дискотекаһы” үткәрелде.

Тирләндәр яңы “Планета” асты

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:39 Бүлешергә:
Бөгөн Белорет районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Тирлән ауылында өр-яңы “Планета” физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Ә дәүләт ҡайҙан һатып ала?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:37 Бүлешергә:
Теләһә ниндәй эште башҡарыу ҙа матди сығымдарға нигеҙләнә, шул иҫәптән дәүләт органдары үтәргә тейешле ғәмәл дә. Дауаханаға яңы медицина ҡорамалдары алыуҙан башлап, балалар баҡсаһы өсөн ҡәләм һатып алыуға тиклем ҡаҙна аҡсаһы түләнә.

Ҡыш бабай сәләм ебәргән

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:35 Бүлешергә:
Бөтә ил Яңы йылға әҙерләнгән, балалар Ҡыш бабай көткән мәлдә Ишембай районының Этҡол ауылы мәктәбенә ғәжәп ҡунаҡ килгән. Яҡындағы тауҙан Мәктәп урамына марал төшкән.

“Хәйерсе” фатир бүләк иткән

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:29 Бүлешергә:
“Пятница” телеканалында “Секретный миллионер” реалити-шоуының өсөнсө сезоны башланды.

Белорет районының Тирлән ҡасабаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Тирлән ҡасабаһы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Белорет районы буйлап эш сәфәренең тәүге пункты булды. Бында ул «Планета» физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыуҙа ҡатнашты.

Кушнаренко районына рәхим итегеҙ!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:27 Бүлешергә:
Кушнаренко район хакимиәте башлығы Р. В. Нурғәлиев, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары А. Л. Исмәғилев, Кушнаренко үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Х. Хәйҙәров Өфөлә БДМУ студенттары менән осрашты.

Етәксе алмашынды

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:23 Бүлешергә:
Башҡортостан Республикаһы буйынса Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығында яңы етәксе.

В день рождения театра

Favicon for Башҡорт драма театры Башҡорт драма театры 09:22 Бүлешергә:

Дорогие друзья!

В свой день рождения наш театр для вас дарит спектакль -  историческую драму "Кахым туря", в эти дни исполняется 240 лет со дня рождения полководца. Также мы приглашаем вас посетить Музей истории театра, где кандидат филологических наук, доцент Гульсасак Саламатова проведет лекционную экскурсию об истории создания и развитии театра, а также об его выдающихся деятелях. Посещение Музея истории театра бесплатно с 18.00ч. до 19.30ч.

Также организуется выставка-продажа книг совместно с ГУП Башкирское издательство
«Китап» им. Зайнаб Биишевой. На 1 этаже Вам будут предложены исторические книги, книги о театре и о деятелях театра, книги издательства (1 этаж).

В театре традиционно для вас оркестр в фойе будет играть музыку. Ждем с нетерпением встречи с вами, уважаемые зрители!

99-сы ижад миҙгеле

Favicon for Башҡорт драма театры Башҡорт драма театры 09:08 Бүлешергә:

1919 йылдың көҙөндә Башревком Башҡортостанда хөкүмәт труппаһын булдырыу өсөн бик ҙур эштәр башҡара. Драма студияһы төҙөлә, был студияға төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүсе 30 башҡорт егете ғәскәри сафтарынан бушатылып Стәрлетамаҡҡа ебәрелә. Улар араһында башҡорт театрына нигеҙ һалыусылар -Исхаҡ Зәйни, Ғиният Ушанов, Ғәлимйән Ҡарамышев, Бәҙәр Йосоповалар була.Насип Бикбаев инициативаһы менән ошо драма студияһы 1919 йылдың 8 ноябрендә Стәрлетамаҡтың “Мираж” бинаһында саф башҡорт телендә Фәтхелҡадир Сөләймәновтың “Аҡшан батыр” әҫәрен ҡуя. Декабрь аҙаҡтарында Мөхәмәтша Буранғоловтың “Ашҡаҙар” драмаһы уйнай. Артабан Фазыл Туйкиндың “Ватан ҡаһармандары”, Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол”, Рәүеф Ниязбаевтың “Беренсе таң” әҫәрҙәре сәхнәгә ҡуйыла.

Башҡорт театры хаҡында донъя күргән китаптарҙа, күп һанлы мәҡәләләрҙә театрҙың тыуған көнө 1919 йылдың 4 декабре, тип бирелә. Ни өсөн тап ошо көн, ошо фактты раҫлаған ниндәй документ бар, тип һораусылар табылыр. Ысынлап та, 1919 йылдың 4 декабрь көнө менән бәйле бер факт бар - йәғни, тап ошо көндә Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта, Халыҡ мәғарифы комиссарлығының киңәйтелгән ултырышы була. Ултырышта актер Вәлиулла Мортазин - Иманскийҙың труппаһын Стәрлетамаҡҡа саҡырырға һәм уның үҙен сәнғәт бүлеге хеҙмәткәре итеп алырға тигән ҡарар сығарыла. 1919 йылдың дауамында барған әҙерлек эштәренең һөҙөмтәһе булып - 1920 йылда Хөкүмәт театры төҙөлә.

Бөгөн театр үҙенең 99 - сы ижад миҙгелен барлай. Ошо дәүер эсендә башҡорт театры уңыштары, милли сәнғәтте үҫтереү юлындағы ҙур хеҙмәте менән Башҡортостан тарихына бай өлөш индерҙе.

Бөгөн, 4 декабрь көнө, театр үҙ тамашасыларына “Ҡаһым түрә” әҫәрен тәҡдим итә.

Әйткәндәй, “Ҡаһым түрә” драмаһы беренсе тапҡыр театрҙа бынан 75 йыл элек, 1944 йылдың башында, ҡуйыла. Башҡорттоң ҡаһарман улдарына арналып яҙылған Баязит Бикбайҙың был әҫәреБөйөк Ватан һуғышы осоронда тамашасылар һорауы буйынса бик күп тапҡыр ҡуйыла. Яңы быуат тамашасыларын да был әҫәр битараф ҡалдырмаҫ, тигән ышаныс менән һеҙҙе Б.Бикбай тарафынан яҙылып, Хәмит Ирғәлин тарафынан заманса яраҡлаштырылған “Ҡаһым түрә” спектаклен ҡарарға театрыбыҙға саҡырып ҡалабыҙ.

Гөлсәсәк Саламатова

 

Сәйәси һәм ижтимағи ҡаһарманлыҡ өлгөһө

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:36 Бүлешергә:

Башҡорттар шәхестәрен күтәрә белә

Рәсәй Президентының Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын билдәләү тураһындағы Указына ҡул ҡуйылғандан һуң республика райондарында, Рәсәй төбәктәрендә ошо ваҡиғаға бәйле саралар әленән-әле үтеп тора.

“Аҡтырнаҡ” ярҙамға әҙер

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:12 Бүлешергә:

Күреү һәләтенән яҙғандарға – өйрәтелгән эт.

Республикабыҙҙа бер йыл дауамында “Аҡтырнаҡ” тип аталған үҙенсәлекле клуб эшләп килә.

Кеше кешегә һәр саҡ мохтаж

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:08 Бүлешергә:

“Беҙҙең яңы йорт” проектының тәүге аҙымдары.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының иң тыныс, кеше күҙенән алыҫ, йәмле, әммә тораҡтар һәм йәмәғәт транспорты менән яҡшы бәйләнгән урынында урынлашҡан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән психо-неврология интернаты.

Эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 07:45 Бүлешергә:
Альберт Марат улы Йәримов БР Мәғарифы өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы бурыстарын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән.

Рух ныҡлығы – ғаиләнән

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:24 Бүлешергә:
Республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә Аҡъяр телевидениеһы һәм район китапханаһы менән берлектә ойошторолған “Рух яҙыуы” конкурсы ошо көндәрҙә үҙ еңеүселәрен билдәләне.

Премияға кем лайыҡ?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:22 Бүлешергә:
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы буйынса комиссия 2018 йылдың 31 декабренә тиклем дәүләт премияһына тәҡдим итеүгә ижади эштәрҙе ҡабул итә.

Өфөлә уртаса эш хаҡы аталды

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 07:19 Бүлешергә:
Баш ҡалала уртаса эш хаҡы 42,3 мең һум тәшкил итә. Бының турала Өфөнөң дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Оксана Даянова бөгөн мэриялағы оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Офоҡтар киңәйә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:18 Бүлешергә:

Конкурс республика кимәленә сыҡты.

Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала мәктәптәренән килгән йәш ҡәләм тирбәтеүселәр йыйылды.

Илаһи моң ҡалды, үҙе киткәс...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:56 Бүлешергә:

[b]Мәләүездәр данлыҡлы яҡташын иҫкә алды.

Радий Хәбиров балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығына арналған концертта булды

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 06:27 Бүлешергә:
3 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең күренекле балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған концертта булды.

Музейға сәфәр

Favicon for Табын Табын 06:26 Бүлешергә:
Музейға сәфәрКөҙгө каникулдарҙың матур бер көнө. Мәктәп автобусына ултырып, Бурлы урта мәктәбенең бер төркөм уҡыусылары Еҙем-Ҡаран ауылына юл тотто. Делегация етәксеһе, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлиловаға уҡыусыларҙы йыйыуы бер ҙә ауыр булманы. Бөгөнгө сара үҙенсәлекле бит: яҡташыбыҙ, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейының тыуған көнө. Музей КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты бюроһының 1965 йылдың 30 октябрь ҡарарына ярашлы һәм Октябрь Социалис-тик революцияһының 50 йыллығына әҙерлек айҡанлы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә 1970 йылдың 30 октябрендә асыла.

Яңы тормош башлана!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:20 Бүлешергә:

Йәки Скворчиха ауыл советы биләмәһенең бер көнө.

Еңеүселәргә - дипломдар

Favicon for Табын Табын 06:15 Бүлешергә:
Еңеүселәргә - дипломдарРайондың урындағы үҙидара органдары һәм ойошмалары араһында запастағы граждандарҙы хәрби иҫәпкә ҡуйыу һәм ошо эште алып барыу буйынса йыл һайын үткәрелгән смотр-конкурстың һөҙөмтәләре район хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә иғлан ителде.

Сибайҙар «Башҡортомдоң 100 йыры» дискы менән таныштырасаҡ

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 05:59 Бүлешергә:
Бөгөн киске сәғәт 7-лә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында концертта йыйынтыҡ менән таныштырыу үтәсәк.

Талант ҡанаттары талмаһын!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:40 Бүлешергә:

“Яблонька” ғаилә ансамбле төрлө байрамдарҙа ҡатнаша.

“Матур ғаилә – ил күрке” тигән әйтемде йыш ишеткәнем бар. Эргә-тирәбеҙгә күҙ һалайыҡ әле. Кемде осратырбыҙ тиһегеҙме? Һәммәбеҙҙе үҙ артынан әйҙәгән, айырыуса балалары өсөн өҙөлөп торған күркәм ғаиләләр бихисап.

Яҡын булыуына һөйөнәләр

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:38 Бүлешергә:

Балалар баҡсаһы 150 урынға иҫәпләнгән.


Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу уңайынан төрлө объекттар төҙөлә. Исемлектә белем биреү усаҡтары ла бар. Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһында өр-яңы балалар баҡсаһы һалына.

Хаҡтар “тешләшмәне”

Favicon for Табын Табын 05:37 Бүлешергә:
Хаҡтар “тешләшмәне”Уҙған шәмбелә, йәғни 24 ноябрҙә район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.

“Зәңгәр береттар” менән осрашыу

Favicon for Табын Табын 05:27 Бүлешергә:
“Зәңгәр береттар” менән осрашыуМәктәптәрҙә уҡытыу менән бер рәттән патриотик тәрбиә биреүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Хеҙмәт сынығыуы үткән егеттәр уҡыусылар алдында сығыш яһап, фәһемле осрашыуҙар үткәрәләр. Күптән түгел "зәңгәр береттар” – Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр Красноусолдың 1-се мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары менән осрашты. Мәктәп директорының тәрбиә эштәре бу-йынса урынбаҫары Ләлә Рәсим ҡыҙы Хәбибуллина был кисәне асып, сараның маҡсаты һәм саҡырылыусылар менән таныштыр-ғандан һуң, һүҙҙе уларға бирҙе.

Яҡташтары рухландыра

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:00 Бүлешергә:
Яҡташтары рухландыра
Матур заман килде, мөмкинлектәрҙән файҙаланып ҡал.

“Хорҙар алышы” шәп үтте

Favicon for Табын Табын 04:32 Бүлешергә:
“Хорҙар алышы” шәп үттеБеҙҙең мәктәп уҡыусылары араһында йыл да "Тауыш”, пат-риотик һәм башҡа йыр конкурстары үтеп тора. Уларҙа һәр класс үҙ башҡарыусыларын, уҙа барһа, төркөмләп йырлаусыларҙы тәҡдим итә. Ә бына быйыл тотош класс ҡатнашҡан бәйге ойошторорға булдыҡ һәм уны "Хорҙар алышы” итеп үткәрҙек.

Баһадирҙар бил һынашты

Favicon for Табын Табын 04:17 Бүлешергә:
Баһадирҙар бил һынаштыШәмбе көнө Красноусол башҡорт гимназия-интернатында Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә район хакимиәте башланғысында милли көрәш буйынса район бәйгеһе булып үтте.
Был турнир районда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, милли көрәште популярлаштырыу, үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо.

Иғтибар итегеҙ!

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 04:07 Бүлешергә:

4 декабрь, ШИШӘМБЕ.
07:15, 15:15, 19:15 «Был көн».
09:15,18:15 «Халыҡ гәүһәрҙәре». Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәүәҫкәр йырсы, ҡурайсы Фуат Юнысбаев.
11:15, 20:15 «Сәсмәүер». “Хаҡмы, нахаҡмы?” Х. Зарипов. 2-се тапшырыу.
12:15, 22:15 «Беҙҙең донъя». Замандаштар ижады. Луиза Кирәева һәм Миләүшә Ҡыҙрасова.
13:15. Скрипка моңдары. Концерт.
14:15 “Радио фондынан”. Башҡорт театрына нигеҙ һалыусы Вәлиулла Мортазин-Иманский тураһында тапшырыу. 1985 йылғы яҙма. Р.Тойғонов.
16:45, 23:15 «Башҡортостан райондары». Өфө.
17:15 «Йәшәү йәме». Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова.

“Тырыштарға беҙҙә хөрмәт ҙур”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:01 Бүлешергә:

Был төбәк инвесторҙарҙы ла ҡыҙыҡһындыра.

Матур тәбиғәте, тарихи ҡомартҡыларға бай булыуы менән һоҡландыра Бәләбәй төбәге. Райондың төньяҡ биләмәләрендә ылыҫлы ағастар гөрләп үҫһә, көньяғында мөһабәт имәндәр, аҡ ҡайындар тигеҙлектәр менән аралаша. Ҡалала сәнәғәт үҫешә, ауыл эшсәндәре иһә иген, малсылыҡ, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә. Район хакимиәте башлығы Азат Альверт улы СӘХӘБИЕВ менән райондың бөгөнгө тормошо, иҡтисады, уңған кешеләре хаҡында әңгәмәләштек.

Тоғролоҡ өсөн... бүләк

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:45 Бүлешергә:
“Башҡортостан” гәзитенә киләһе йылға яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәргәндәр араһында Мәләүез районының Ергән ҡасабаһында йәшәүсе Тәлғәт Мөхәмәҙуллиндан хат бар.

Ике шатлыҡ бергә килде

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:27 Бүлешергә:
Краснокама районының Арлан ауылында йәмәғәт үҙәген һәм төҙөкләндерелгәндән һуң өр-яңы төҫ алған балалар баҡсаһын асыу тантанаһы үтте. Был төҙөлөштәр “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль программаһына ярашлы алып барылды.

Билмәндәрен өлгөртөп, ҡаластарын күпертеп...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:17 Бүлешергә:

Гөлшат Сәләхованың эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдә эшҡыуарлыҡ киң ҡолас алғас, Гөлшат Сәләхованың әсәһе үҙ эшен булдырып, баҙарҙа сауҙа итә башлай.

Декабрь айына һынамыштар

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
- Һалҡын ҡыш – эҫе йәй.
- Ҡышҡы йылы – йәйге һыуыҡ.
- Ҡыш ҡоро һәм һалҡын икән, йәйҙең ҡоро һәм эҫе булыуын көт.

Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Әле йәшелсәнең мул осоро. Магазинда ла беҙҙең яҡта үҫмәгән емеш-еләктәр тулып ята. Ә һеҙ уларҙы нисек һаҡларға беләһегеҙме?

Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:

* * *
Биш йәшлек малайға кәңәш бирәләр.
– Үҫкәс, капитан булырһың.
– Юҡ. Караптар бата.
– Шофер булыуға нисек ҡарай­һың?
– Автомобилдәр аварияға осрай.
– Улайһа, кем булаһың?
– Матрас, мендәр тегеүсе.
– Ниңә?!
– Эшләнең дә яттың.

Юл япрағы

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Бейеклеге 30 см-ға етә. Юл япрағы әрһеҙ үлән. Ул ташландыҡ ерҙә, юл буйҙарында, баҡсаларҙа, болон - туғайҙарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған дарыу үҫемлеге. Июнь һәм июль айҙарында ҡыҙғылт- көрән сәскә ата, шул мәлдә йыйырға кәрәк.

Дата: 03.12.2018

4 декабрь

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 17:52 Бүлешергә:

4 декабрь, ШИШӘМБЕ

07:15, 15:15, 19:15 «Был көн». З. Шаймарҙанова.
09:15,18:15 «Халыҡ гәүһәрҙәре». Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәүәҫкәр йырсы, ҡурайсы Фуат Юнысбаев. З.Сафина.
11:15, 20:15 «Сәсмәүер». “Хаҡмы, нахаҡмы?” Х. Зарипов. 2-се тапшырыу.
12:15, 22:15 «Беҙҙең донъя». Иман. Әҙәп. Әҙәбиәт. Ғүзәл Ғәлиева, Фатима Моратова ҡатнаша.
13:15 Скрипка моңдары. Концерт.
14:15 Башҡорт театрына нигеҙ һалыусы Вәлиулла Мортазин-Иманский тураһында тапшырыу. Радио фондынан. 1985 йылғы яҙма. Р.Тойғонов.
16:45, 23:15 «Башҡортостан райондары». Өфө районы.

читать далее

Радий Хәбиров балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығына арналған концертта булды

3 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең күренекле балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған концертта булды.

Бөтә яңылыҡтарҙы уҡырға