Дата: 25.09.2018

АБДУЛЛА СОЛТАНОВҠА

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 15:14 Бүлешергә:
Һауа тығыҙ. Ағымына уның
Ҡаршы ҡуйғаныңда күкрәкте,
Ул йәшенле күктәр
Нисәнсе ҡат
Аң-ғәмеңде һинең күкрәтте?

Пенсия ҡануниәте: эштән ебәргәнгә – енәйәт яуаплылығы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:17 Бүлешергә:
Рәсәй Дәүләт Думаһы пенсия алды йәшендәге граждандарҙы эшкә алмаған йә эштән ебәргән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһында закон ҡабул итте.

Яҡтыкүл Рәсәйҙә ял итеү өсөн иң популяр урын тип танылды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 12:43 Бүлешергә:

Tvil.ru торлаҡ бронләү сервисы ағымдағы йылдың көҙ башында Рәсәйҙең ял итеү өсөн иң популяр күлдәрен атаны. Беренсе урында — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы Яҡтыкүл. Артабан Тверь өлкәһендәге Селигер һәм Иркустк өлкәһендәге Байкал күлдәре килә.

читать далее

Өфөлә Ф. Шаляпин исемендәге конкурс тамамланды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 12:39 Бүлешергә:

Федор Шаляпин исемендәге II Халыҡ-ара вокалсылар конкурсының конкус тыңлауҙары тамамланды Башҡорт опера һәм балет театрында икенсе турға үткән16 йәш (35 йәшкәсә) артист баш дирижер Артем Макаров идаралығында театрҙың симфоник оркестры менән сығыш яһаны. Икенсе тур ғәҙәттәғесә сағыуыраҡ була һәм тулы зал йыя. Йырсыларҙың һәр ҡайһыһы икешәр ария башҡарҙы, күбереһенсә берәүһе сит ил репертуарынан, икенсеһе рус классикаһынан булды.
Вокалсыларҙы Өфөнән, Башҡортостандың халыҡ артисы һәм Мариин театры солисы Асҡар Абдразаҡов рәйеслегендә жюри баһаланы.

читать далее

Тырышлыҡтан тыуған матурлыҡ

Favicon for Табын Табын 12:02 Бүлешергә:
Тормошта матурлыҡ һәр саҡ күҙгә ташланыр, күңелгә яҡын нәмә. Ә инде бар яҡтан да килгән, тәбиғи сифаттар ғына үҙендә булған кешегә нисек һоҡланмайһың? Красноусол ауылында йәшәүсе
Анжела Фаат ҡыҙы Рәхмәтуллина үҙенең сибәрлеге, матур тауышлы,  алтын ҡуллы булыуы менән бер рәттән эргә-тирәләге кешеләргә  иғтибарлы, һәйбәт мөнәсәбәтле, һәр саҡ ҡояштай балҡып тороуы менән дә күңелде арбай.

Мутлашыусылар йоҡламай

Favicon for Табын Табын 12:00 Бүлешергә:
Хөрмәтле Ғафури райо-ны халҡы! Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлеге Һеҙҙе сиған милләтенән булған, элек хөкөм ителгән кешеләрҙең   үҙҙәрен ЖЭУ, газ, энергия һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүсе хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре тип танытып, мутлашыу осраҡтарының йышайыуы хаҡында иҫкәртә.

Республиканың көньяҡ төбәге журналистары - Ғафури ерендә

Favicon for Табын Табын 11:54 Бүлешергә:
Матур йолаға ярашлы, республиканың район-ҡала гәзиттәре журналистарының төбәк семинар-кәңәшмәләре үткәрелә килә. Көньяҡ төбәктең район-ара ижади берекмәһе журналистары ла йолаға тоғро ҡала. Быйыл көньяҡ төбәк журналистар берекмәһенең мәртәбәле йыйынын  19 сентябрҙә, сиратҡа ярашлы, "Ғафури” мәғлүмәт үҙәге үҙендә ҡабул итте (семинар беҙҙә бынан 10 йыл элек, йәғни 2008 йылда уҙғайны). Йыллыҡ эшмәкәрлекте барлау, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында йыл да уҙғарыла килгән сарала Стәрлетамаҡ, Сала-уат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡала, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка һәм Ғафури район гәзиттәре мөхәррирҙәре һәм журналистары ҡатнашты.
Республиканың көньяҡ төбәге  журналистары - Ғафури ерендә
Республиканың көньяҡ төбәге  журналистары - Ғафури ерендә

Оло йәштәгеләр көнөн байрам итеү тураһында

Favicon for Табын Табын 11:21 Бүлешергә:
"Башҡортостан Республикаһы Ғафури райо-ны муниципаль районында халыҡты социаль яҡлау” муниципаль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәм Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө уңайынан муниципаль район хакимиәте өлкән йәштәгеләргә ярҙам күрһәтеү, уларҙың хәлен яҡшыртыу маҡсатында ҡарар ҡабул итте.

Ике районда ҡотороҡ карантины иғлан ителде

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 11:20 Бүлешергә:
Ике районда ҡотороҡ карантины иғлан ителде
Федоровка районының Федоровка ауылында һәм Ауырғазы районының Аҫаубаш ауылында хайуандарҙың ҡотороҡ ауырыу буйынса карантин иғлан ителде. Бының туралағы указға БР Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Карантин мәлендә ҡортсолоҡ биләмәһенә эт-бесәйҙәрҙе индереү, ҡыр хайуандарын тотоу һәм уларҙы ситкә сығарыу тыйыла.

Тәрбиә нигеҙе бында һалына

Favicon for Табын Табын 11:19 Бүлешергә:
Бала үҫешендә тәрбиәнең роле ҙур. Мәктәпкәсә тәрбиә һәм белем биреү - икеләтә яуаплы. 2013 йылдың 1 октябрендә ҡабул ителгән "Мәғариф тураһында” законға ярашлы, балалар баҡсаһы белем биреүҙең тәүге баҫҡысы ул. Ә 2014 йылдың 1 ғинуарынан мәктәпкәсә белем биреүҙең социаль әһәмиәтен күтәреү маҡсатында федераль дәүләт белем биреү стандарттары тормошҡа ашырыла. Белем биреү учреждениелары алдына балаларҙың физик, эмоциональ сәләмәтлеген, именлеген, аң кимәле, рух үҫешен тәьмин итеү бурысы ҡуйылды.

Шарттар бар, тырышып уҡырға ғына кәрәк

Favicon for Табын Табын 11:17 Бүлешергә:
Яңы уҡыу йылы Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылар коллективы өсөн шатлыҡлы яңылыҡтан башланды: информатика кабинетына өр-яңы заманса компьютерҙар, интерактив таҡта һатып алынды.

Шарттар бар,  тырышып уҡырға ғына кәрәк
Шарттар бар,  тырышып уҡырға ғына кәрәк

Һәр сабый – илгә биҙәк

Favicon for Табын Табын 11:12 Бүлешергә:
Бурлы урта мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәре Бурлы, Ҡормантау, Яугилде, Байымбәт, Березовка ауылдарында  урынлашҡан. Уларҙа 95 бала тәрбиәләнә, 1 өлкән тәрбиәсе, 5 тәрбиәсе, 5 тәрбиәсе ярҙамсыһы эшләй. Күптән түгел коллективҡа йәш көстәр ҙә өҫтәлгән: Яугилде филиалына Илзирә Рәхимова, Ҡормантауға Алһыу Йәноҙаҡова  (икеһе лә быйыл
Стәрлетамаҡ педагогия колледжын тамамлаған), Березовка ауылындағы балалар баҡсаһына Өфө педагогия колледжынан һуң Регина Фәйзуллина эшкә килгән.
Бурлы мәктәбендә урынлашҡан "Айгүзәл” балалар баҡсаһы быйылғы уҡыу йылында балаларҙы капиталь ремонттан һуң тағы ла йәмлерәк булып киткән, яңы йыһаздар менән йыһазландырылған яҡты, йылы бинала ҡаршылаған.
Һәр сабый – илгә биҙәк
Һәр сабый – илгә биҙәк

Алтын көҙҙөң сағыу төҫтәре

Favicon for Табын Табын 11:03 Бүлешергә:
Үткән йыл Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәте тәҡдиме менән "Гөл сәскәле ихата – 2017” конкурсында ҡатнашыусы ауылдаштар, бигерәк тә гүзәл заттар, быйыл сәмләнеп "Иң яҡшы баҡса” конкурсында әүҙем ҡатнаштылар.
Быйыл был йоланы Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күтәреп алды һәм мәҙәниәт йорто алдында ҙур сара үткәрҙеләр. Баҡсалағы гөл-сәскәләр генә түгел, көҙгө уңыш та иҫәпкә алынды.Үткән йыл Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәте тәҡдиме менән "Гөл сәскәле ихата – 2017” конкурсында ҡатнашыусы ауылдаштар, бигерәк тә гүзәл заттар, быйыл сәмләнеп "Иң яҡшы баҡса” конкурсында әүҙем ҡатнаштылар.
Быйыл был йоланы Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күтәреп алды һәм мәҙәниәт йорто алдында ҙур сара үткәрҙеләр. Баҡсалағы гөл-сәскәләр генә түгел, көҙгө уңыш та иҫәпкә алынды.
Ауыл буйлап ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Сәриә Мәхмүтова, былтырғы Гран-при хужабикәһе Флорида Әбделмәнова, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәзинә Исҡужина, ветерандар советы рәйесе Мәрйәм Кейекбаевалар икегә бүленеп, һәр ихатаға инеп баҡсаларҙы тикшереп сыҡтылар.
Мәҙәниәт йорто алды аллы-гөллө сағыу сәскәләр һәм көҙгө байлыҡты сағылдырған уңыш менән тулды.
"Иң яҡшы баҡса” конкурсында 1-се урынды алыусы уҡытыусы Фәнүзә Кәримова ҡапҡаһынан ингәс тә сафҡа баҫҡан һалдаттар кеүек, күҙҙең яуын алған сәскәләр теҙелгән, йәнәшәлә мул уңышлы йәшелсә баҡсаһы урынлашҡан. 2-се урынды уҡытыусы-пенсионер Кифая Садиҡова алды. Сәхнәлә лә, баҡсаһында ла матурлыҡ, гүзәллек ярата ул. 3-сө урын тәрбиәсе-пенсионер Фәниә Мәҡсүтоваға бирелде, уның донъяһы ла, баҡсаһы ла урамға йәм биреп ултыра. "Гран-при”ға Ғәлиә Ғәликәева (пенсионер) лайыҡ булды. Уның баҡсаһына, сәскәләренә бер ҡараһаң, бөтә арыу-йонсоуҙарың юғала.
"Гөл-сәскәле ойошма” конкурсында беренсе урын Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенә бирелде. Икенсе урынды М.Ғафури музейы менән Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәте бүлеште. Өсөнсөнө Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһы алды.
"Иң матур сәскә композицияһы” янында байрамға килгән халыҡ өҙөлмәне, өҫтәлдәрҙәге иң сағыу сәскәләргә һоҡланып туя алманылар. 1-се урынды мәктәп, мәҙәниәт йорто, дауахана бүлеште. 2-сене Ибраһим мәҙәниәт йорто, "Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһы һәм пенсионер Рәмилә Ишҡолова алды. 3-сө урын почта, дарыухана, китапханаға бирелде.
"Иң шәп уңыш” номинацияһында "Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһына тиңләшеүсе булманы. Сәриә Мәхмүтова һәр призлы урын алыусыларға матур шиғырҙар ҙа сығарған. Мәҫәлән:
Теш тә ала, дауалай ҙа
Башарова Винера.
Был тиклем дә сәскәләрҙе
Үҫтерҙең ней арала.
Гөл ярата Фәнүзә,
Ихатала шуғалыр ҙа,
Сәскәләр гөрләп үҫә.
Өфөләреңде ҡалдырып
Әл дә ҡайттың ауылға.
Һин үҫтергән сәскәләрең
Барыһын таң ҡалдыра.
Их, Гөләмзә, Гөләмзә,
Ихатаң тулы гөл-сәскә.
Орлоҡтарын һораһалар
Береһенән дә йәлләмә.
Бик һылыу ҙа, егәрле лә,
Йәш киленкәй Зөлфиә.
Иҫ китәрлек гөл үҫтерә
Өс балаһы өҫтөнә.
Шулай итеп, был сарала ҡатнашыусылар һәм гөл-сәскәле баҡса үҫтереүселәр береһе лә байрамдан иғтибарһыҙ һәм бүләкһеҙ ҡайтманы.
Ҡыҙыу эш ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, ошо сараны ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға, унан ләззәт алып һоҡланыусы ауылдаштарға ҙур рәхмәт, алдағы йылда ла был йола дауам итһен ине, тип әйтке килә.
Әлфиә ИСҠУЖИНА,
хеҙмәт ветераны.
Еҙем-Ҡаран ауылы.

Алтын көҙҙөң сағыу төҫтәре
Алтын көҙҙөң сағыу төҫтәре

Беҙ айыҡ тормош яҡлы!

Favicon for Табын Табын 10:54 Бүлешергә:
Бына инде бер нисә йыл рәттән 11 сентябрҙә Бөтә донъя айыҡлыҡ көнө билдәләнә. Тарихтан билдәле булыуынса, Рәсәйҙә уны 1913 йылда православие сиркәүенә йөрөүселәр үткәрә башлай. Ә 2015 йылда Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы был көндө байрам тип иғлан итә.Беҙ айыҡ тормош яҡлы!

Саф шишмә кеүек

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:51 Бүлешергә:
Шундай кешеләр осрай: ҡарашы ла, һүҙе лә тынысландырып ебәргәндәй була. Һәр кемгә ихлас күңелдән сыҡҡан шифалы һүҙҙәр табып, кәйефен күтәрә белеүендә генә лә түгел икән хикмәт. Һүҙем “Юлдаш” радиоһы журналисы, бик күп тапшырыу авторы булараҡ күптән билдәле Венера Ситдиҡова тураһында. Ул – матур күңелле ихлас кеше һәм оҫта журналист! Сығышы менән йырҙарҙа йырланған, әҙәбиәттә данланған ҡеүәтле һәм моңло яҡтан – Бөрйәндән.

Бөтә дауаны тәбиғәттә табабыҙ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:46 Бүлешергә:
Ауырыһаң, үлән эс, тигән боронғолар. Һәр халыҡтың был йәһәттән йылдар һуҙымында һыналған дауалау серҙәре булған. Тәбиғәт беҙҙе шифалы үләненән дә, йәшелсә-емешенән дә өҙмәй —рәхмәтле булып, ҡуллан ғына. Сәс ҡойолоуҙан да тәбиғи дауалау мөмкинлектәрен – төрлө үлән төнәтмәләрен — ҡулланырға мөмкин. Уларҙың бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ.

Ҡойолоуы хафаға һалһа...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:45 Бүлешергә:
Төрлө шарттарҙа сәс әҙ-әҙләп ҡойолоуға дусар. Әгәр ҙә был тәбиғи процесс йә иһә бигүк етди булмаған зарарлы тәьҫирҙең һөҙөмтәһе икән, ваҡытында иғтибар биреп, сәбәптәрен асыҡлап, етешһеҙлекте бөтөрөргә мөмкин. Ә инде сәстең ҡойолоуы саманан тыш булғанда тикшеренеү өсөн трихологка мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Динебеҙҙә – сәс хаҡында

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:42 Бүлешергә:
Һаулыҡта матурлыҡтың сағылышы бар, тиҙәр. Ысынлап та, тән сәләмәтлеге, күңел бөтөнлөгө һәм таҙалыҡ – гүзәллектең бер билдәһе. Бындай камил сифаттарға эйәме беҙ? Һаулыҡ-сәләмәтлегебеҙ, тимәк, матурлығыбыҙ хаҡында даими хәстәрлек күрәбеҙме? Ошо хаҡта динебеҙҙә бик матур һәм фәһемле һүҙҙәр бар. Шулай ҙа күп осраҡта боронғоларҙың әйткәне онотола, ә заман ағышында аҡыл һәм хаҡлыҡ өлгөһө булған ҡайһы бер тәғлимәттәргә үҙебеҙ ҙә иғтибар итмәйбеҙ кеүек. “Күңелдәрҙе яҡтыртыусы нур” тибеҙ... Нимә ул? Таҙалыҡ – ярты иман тигәне ни? Кеше һаулығына, таҙалыҡҡа һәм матурлыҡҡа ҡағылышлы һанһыҙ һорауҙарҙың яуабы ни? Ошо хаҡта бер кәлимә һүҙ.

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:31 Бүлешергә:
Илебеҙҙе һаҡлаған, кешелек донъяһын фашизмдан ҡотҡарған кешеләргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ булырға тейеш. Ир-ат менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙ ҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡ күрһәтте. Шулар рәтендә Инйәр ауылынан Таисия Голубева ла бар.

Инйәрҙә тыуып үҫкән ҡыҙ 1942 йылда Белорет районы военкоматы тарафынан хеҙмәткә саҡырылып, элемтәсе һөнәрен үҙләштерә. Яуҙың аҙағына тиклем ҡатнашып, ефрейтор Таисия Михайловна тыуған яғына орден-миҙалдар тағып ҡайтып төшә. Тыныс тормошта ла һынатмай ул, һәр саҡ алдынғылар рәтендә була. Оҙаҡ йылдар Инйәр урман хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған иҫке йортта көн күрергә мәжбүр була.

Батырҙарҙы онотмайыҡ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:30 Бүлешергә:
Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман батырҙарының береһен йыш иҫкә алам. Генерал-майор Ғәлийән Ғәлиев ул. Мин оҙаҡ йылдар Мишкә районы эске эштәр бүлегенә етәкселек иттем. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ойошманың тарихын фәнни яҡтан тикшереп, “Мишкә районының эске эштәр бүлеге тарихы” исемендәге китап баҫтырып сығарҙым. Бына ошо эш ваҡытында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, Совет Армияһының генерал-майоры Ғәлийән Шәйхетдин улы Ғәлиев тигән исемгә тап булдым.

Булдыҡлының эше уң

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:28 Бүлешергә:
Байым ауылында өлгөлө ғаиләләр күп. Улар тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауыл ерендә эш юҡ тип, еңел тормош артынан ҙур ҡалаға китмәгән, тыуып үҫкән йәнтөйәгендә ҡалып, үҙ эшен асҡан, башҡаларҙы ла икмәкле иткән бер ғаилә хаҡында һүҙем.

Икеләтә яуаплылыҡ тойоп

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:27 Бүлешергә:
Ипле, намыҫлы, эшенә етди ҡараусан, үҙ-үҙенә талапсан... Был аҡ халатлы белгес тураһында ошондайыраҡ һүҙҙәрҙе йыш ишетергә мөмкин. Һүҙем Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табибы – реаниматолог-анестезиолог Фәнүр Суҡбаев хаҡында.

Артабан да бергә ҡалайыҡ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:23 Бүлешергә:
Һәр ваҡыттағыса, редакцияға хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар ағымы туҡтамай. Уларҙың һәр юлы матур, яҡты хис-тойғоға мансылған.

Әүҙем авторҙарыбыҙ Рәшит Шәкүр, Ринат Камал, Зөһрә Ҡотлогилдина, Әҡлимә Сафина, Ҡәҙриә Ғәйфуллина, Миңнур Ҡасимова, Айҙар Ғәзизов әленән-әле йөкмәткеле, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән мәҡәләләре менән сығыш яһай.

Ваҡытында асыҡлау мөһим

Favicon for Табын Табын 09:20 Бүлешергә:
Һөт биҙҙәре сирҙәре – ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырыуса киң таралған ауырыуҙар төркөмөнә инә. Улар яман булмаған һәм яман, йәғни онкологик була.

Әсәйле лә, атайлы ла саҡтар...

Favicon for Табын Табын 09:18 Бүлешергә:
Әсәйле лә, атайлы ла
саҡтар
Ғүмеремдең
йырлы йылдары.
Бала сағым
хәтирәһе булып,
Ҡолағымда сыңлай
моңдары.
Ҡаранйылға ауылында ғүмер кисергән әсәйебеҙ Мәстүрә Зиннәт ҡыҙы менән атайыбыҙ Хәсәйетдин Ямалетдин улы Вәлиевтарға быйыл 90 йәш тулыр ине. Эйе, тормоштоң аяуһыҙ, үтә лә ауыр саҡтарында 14 йәшенән Бөйөк Ватан һуғышына алынған ата-йым, 7 бала тәрбиәләп үҫтергән, хеҙмәт ветераны әсәйем мәңгелек донъяға иртә, бик иртә күстеләр. Пәйғәмбәр йәшенә етһәм дә, балалыҡ, йәшлек хистәремдән һис арына алмайым. Күңелем өҙлөкһөҙ шул йылдарға алып ҡайта.

Әсәйле лә, атайлы ла саҡтар...

Таш хәтерен яңыртыусы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:17 Бүлешергә:
Геолог тормошона арналған саралар үтте.

Күренекле геолог һәм дәүләт эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған геологы Басир Мәһәҙиевтең 85 йыллығын республика йәмәғәтселеге киң билдәләне. Бер юлы яңыраҡ З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан “Тауҙарым минең” исемле китаптың исем туйы үткәрелде. Ул Басир Дәүләт улының тормош юлына арналған, баҫмала шәхестең үҙенең дә шиғырҙары, хикәйәләре һәм фәһемле мәҡәләләре урын алған.

Юл түләүле буласаҡ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:13 Бүлешергә:
М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ Өфө ҡалаһынан Көнсығыш сығыу юлы автомобиль йөрөтөүселәр өсөн түләүле буласаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты белдерҙе.

Тележурналистар тәжрибә уртаҡлаша

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:12 Бүлешергә:
27-29 сентябрҙә Өфө ҡалаһы билдәле тележурналистар десантын ҡабул итә. III Бөтә Рәсәй “Йылдың мобиль репортеры” премияһын тапшырыу – тантаналы сара булыу менән рәттән көсөргәнешле хеҙмәт тә ул.

Әбейҙәр сыуағы хушлаша

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:11 Бүлешергә:
Башҡортостан биләмәһендә һауа торошо үҙгәрә: сыуаҡ көндәргә алмашҡа көҙгө ямғырҙар башланыуы һәм ҡар яуыуы көтөлә.

Ҡомартҡылар тарих һөйләй

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:07 Бүлешергә:
Көслө зат яҙмышы иленекенән айырылғыһыҙ.

Музей. Тынлыҡ. Яй ғына баҫып, бер ҡомартҡынан икенсеһенә ҡарашымды төшөрәм. Бына Граждандар һуғышы осороноҡо: снаряд, винтовка гильзалары, “максимка” пулеметы таҫмаһы, ҡылыс, “буденовка”, Беренсе донъя һуғышы каскаһы… Ирекһеҙҙән күҙҙәрҙе йомаһың да уйға сумаһың. Ана Һыуыҡҡул ауылының тау башында “максимка” тыҡылдай, урыҡ-һурыҡ винтовканан аталар, ҡылыс болғаған һыбайлы ҡыҙылармеецтар ауылға бәреп инә. Әле быяла эсендә ятҡан гильзаларҙан үлем сәселә, ҡылыс осонан ҡан тама, кемдеңдер башында “буденовка” ялпылдай, кемдекенән каска оса…

Сик буйында тора һаҡсы...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:02 Бүлешергә:
Ошондай һәйкәлдәр һәр төбәктә бармы?

Төбәгебеҙҙең рухи мәккәһе булған Сибайҙа тарихыбыҙға, йәштәр күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Унда, мәҫәлән, күптән түгел сик буйы һаҡсыларына һәйкәл асылды. Тантаналы сарала ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, Сибайҙың һәм Хәйбулла районының хәрби комиссариаты етәксеһе Ринат Зәбиров, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары, кадеттар һәм төрлө яҡтан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.

Республиканан әбейҙәр сыуағы китә: көҙгө ямғырҙар һәм ҡар башлана

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 08:49 Бүлешергә:
Республиканан әбейҙәр сыуағы китә: көҙгө ямғырҙар һәм ҡар башлана
Ҡыҫҡа әбейҙәр сыуағы Башҡортостандан китә. Синоптиктар бөгөн был аҙнаның һуңғы йылы көнө тип фаразлай.
Иртәгә һауа 23 градусҡа тиклем йылынасаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көсәйеүсән.
26 сентябрҙә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы +8,+13°, таулы райондарҙа +3°. Көндөҙ бер аҙ ямғыр, урыны менән уртаса, республиканың көньяҡ-көнсығышы буйынса яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы +14,+19°, көньяҡ-көнсығыш буйынса +24°.

Алдағы көндәрҙә һауа температураһы 14 градустан юғары күтәрелмәй, көн дә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ә 1 октябрҙә төндә ҡар яуыуы фаразлана.

Бәхетле үтһен ғүмерегеҙ!

Favicon for Табын Табын 07:52 Бүлешергә:
Тарихҡа бай, ғорур, хозур  тәбиғәтле Ғафури районы Юлыҡ ауылына сәфәргә сыҡҡанбыҙ. Был ерҙә беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле - бер төркөмдә уҡыған һабаҡташыбыҙ Альмира Сабит ҡыҙы Юлмөхәмәтова (Ғайсина) тормош иптәше Таһир Ситдиҡ улы менән донъя көтәләр.Бәхетле үтһен ғүмерегеҙ!

Бала ғүмере һеҙҙең ҡулда

Favicon for Табын Табын 07:50 Бүлешергә:
Хөрмәтле ата-әсәләр, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлеге көнкүрештә балалар араһында үлем һәм имгәнеү осраҡтары артыу сәбәпле, бәләкәй балаларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмаҫҡа, хәүефһеҙ-лек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.

Айлыҡ түләүҙәр кемдәргә тәғәйенләнә?

Favicon for Табын Табын 07:49 Бүлешергә:
Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан ил кимәлендә, шул иҫәптән республикала  балалы ғаиләләрҙе яҡлауҙың яңы социаль саралары билдәләнде.

Ҡолҡандың өлгөлө йәш ғаиләһе

Favicon for Табын Табын 07:20 Бүлешергә:
Ҡолҡан ауылына командировка ваҡытында ауылда төпләнеп, ишле балалар үҫтереп, тырышып донъя көткән, ауылдаштарына өлгө булып йәшәгән йәш ғаиләләр хаҡында белешкәйнек, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Айгөл Фәхретдинова һис икеләнмәйенсә Нурсилә менән Зариф Вәлиевтарҙы атаны. Матур донъя көтөп, төпкөл ауылдың киләсәге – ишле балалар үҫтереүсе улар кеүек йәнтөйәктәрендә төпләнеүсе йәштәрҙең булыуы һөйөндөрә.

Ҡолҡандың өлгөлө йәш ғаиләһе
Ҡолҡандың өлгөлө йәш ғаиләһе

Элвин Грей ауырыған

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:15 Бүлешергә:
Кисә йырсы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уның сирләп китеүе тураһында хәбәр барлыҡҡа килде.

Матур эштәргә башланғыс һалып...

Favicon for Табын Табын 07:06 Бүлешергә:
 Матур эштәргә башланғыс һалып...
15 сентябрҙә бөтөн донъя буйынса Таҙалыҡ көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан республикала, шул иҫәптән райондарҙа тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған экологик өмәләр үтте. Проекттың маҡсаты булып дәүләт органдары, муниципалитеттар, бизнес вәкилдәрен, йәмәғәтселекте һәм республика халҡын үҙебеҙҙе уратып алған биләмәбеҙҙе көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартыу маҡсатында бер командаға йыйыу торҙо.
 
Был экологик акцияға ғафуриҙар ҙа әүҙем ҡушылды. Уның сиктәрендә "Ғаилә” район-ара үҙәге бүлексәһе, район ветеринария станцияһы һәм Красноусол ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәренән торған төркөм район үҙәгендәге "Полянский” быуаһының тирә-яғын тәртипкә килтерҙе. Биләмәнән тиҫтәнән ашыу тоҡ көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылып, сүп-сар түгеү урынына оҙатылды. Акцияға ҡушылыусылар үҙ артыңдан ғына түгел, ә тирә-яҡ мөхитте бысратыусы намыҫһыҙҙар ҡалдырған көнкүреш ҡалдыҡтарын йыя алыуҙарын үҙ миҫалдарында күрһәттеләр, шулай уҡ уларҙың хеҙмәте бушҡа булмаҫына ышаныс белдерҙеләр.
Индира ИШКИНА.

Вьеттар иленән ҡунаҡ килде

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:06 Бүлешергә:
Башҡортостанға Вьетнамдың Бария-Вунгтау провинцияһынан рәсми делегация килде.

Ир терәге – ер

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:03 Бүлешергә:
Йәш агрономдың уңыш серҙәре

Вил Мийәновтың агроном һөнәрен һайлауы юҡҡа түгел. Бала саҡтан әсәһенең баҡсала төрлө үҫенте, сәскә, әллә күпме йәшелсә-емеш үҫтереүен күреп, ярҙамлашып үҫә ул. Асҡарҙың 1-се мәктәбен тамамлағас, документтарын Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы университетының агрономия факультетына тапшыра. Һәм үкенмәй. Бәхет асҡысын үҙ ерендә тапҡан егет бөгөн баш агроном йөгөн лайыҡлы тарта.

Ватан һуғышының 205 йыллығына бағышлана

Favicon for Табын Табын 07:03 Бүлешергә:
29 сентябрҙә Красноусолда 1812 йылғы Ватан һуғышының 205 йыллығына һәм 1813-1814 йылдарҙа Рәсәй армияһының сит илдәрҙәге походтарына арналған "Төньяҡ амурҙары – 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙары” хәрби-тарихи реконструкцияһы республика фестивале үтәсәк.
Ватан һуғышының 205 йыллығына бағышлана

Ғәҙеллек илсеһе

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:57 Бүлешергә:
Матбуғат һәр заманда ла әйҙәүсе көс булып ҡала.

Ер – яуын, кеше белем менән йәшәрер, тигән халҡыбыҙҙың аҡыл эйәләре. Уҡыған ил генә уҙырын, кире осраҡта туҙырын улар ныҡлы төшөнгән. Йәшәйештә белемһеҙ ғәмәл юҡ. Ә уны өләшеүселәр – дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, хоҡуҡ белгестәре, философтар, социологтар, тарихсылар, мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре, яҙыусылар, журналистар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, педагогтар, табиптар... Ғилем таратыу­сылар, рухи донъябыҙҙы балҡытыусылар матбуғат баҫмаларының бәҫен, мәртәбәһен арттыра, уларҙы һәр саҡ кәрәк белешмә, өҫтәл китабы һымаҡ ҡабул итә.

Инженер, табип...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:48 Бүлешергә:
Беренсе курс студенттары өсөн яңы тормош башланды. Быйыл иң юғары балл йыйғандарҙың күбеһе медицина университеттарына инергә тырышты. Инженер булырға теләгәндәр ҙә бихисап, педагогик уҡыу йорттарының ҡайһы бер факультеттарын һайлау өсөн дә юғары балл талап ителде.

Башҡортостанда мәҙәни үҙәк төҙөлә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:41 Бүлешергә:

Белоретта яңы күп функциялы мәҙәни үҙәк төҙөлә. Бюджет инвестициялары буйынса Эксперт совет барышында ҡабул ителгән ҡарар тураһында төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов хәбәр итте. Бынан тыш, республиканың Федоровка районы Федоровка ауылында район мәҙәниәт йортон яңыртыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Алдан ошо тораҡ пункттарында мәҙәниәт йорттары менән бәйле мәсьәләне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хәл итергә ҡушҡайны, тип хәбәр итте Премьер-министр.

читать далее

Табиптарға ихтыяж ҙур

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:31 Бүлешергә:
Республикала табиптар иҡтисад баҙарында иң кәрәкле 15 һөнәр эйәһе исемлегенә ингән. Райондарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре талап ителә.

Кемгә – иген?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:28 Бүлешергә:
Быйыл һигеҙ айҙа республикала 319,7 мең тонна иген уңышы һатылған. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда ете тапҡырға күберәк.

Шул иҫәптән экспортҡа 210 мең тонна иген культураһы оҙатылған (былтырғы ошо ваҡыттан 11 тапҡырға күберәк). Сит илдәр башлыса бойҙайға, һолоға, ҡарабойҙайға өҫтөнлөк бирә. Ашлыҡты Латвия, Литва, Беларусь, Бельгия, Бангладеш, Иран илдәре һатып ала.

Микроавтобустар килә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:25 Бүлешергә:
“Башавтотранс”– төбәктә халыҡты ташыу хеҙмәтен үтәгән иң ҙур компанияларҙың береһе. Республикала уның 33 филиалы бар.

Лимондар ҡайҙа үҫә?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:21 Бүлешергә:
Республикабыҙҙың ғорурлығы ул Өфөләге лимонарий. Уңған ғалим-биолог Фәриҙә Садиҡова тырышлығы менән булдырылған теплица бөгөн — өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да яратҡан урыны. Илдең күп төбәктәрендә бындай баҡсалар бер-бер артлы юҡҡа сыға барһа, Өфөлә иһә заман ҡаршылыҡтарына бирешмәй үҫешеүен дауам итте.

Ә уларҙа нисек?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:18 Бүлешергә:
Ә уларҙа нисек?Пенсия ҡануниәте. Был өлкәлә Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла әленән-әле үҙгәрештәр булып тора. Үҫешкән илдәр уҙған быуаттың 80-се йылдарында уҡ пенсия йәшен арттыра башланы.

Рәсәйгә яҡын дәүләттәрҙә хаҡлы ялға сығыу ваҡытын күтәрҙеләр. Мәҫәлән, Молдовала һәм Азербайжанда ирҙәр — 65, гүзәл зат 63 йәштән пенсияға сыға. Әрмәнстанда ла ошо уҡ йәш билдәләнгән, тиҙҙән Ҡаҙағстанда ла шул кимәл тәғәйенләнәсәк. Беларусь Республикаһында хаҡлы ял ваҡыты 2017 йылдан ирҙәр — 63, ҡатын-ҡыҙҙар 58 йәшкә еткәнсе йылына алты айға арта бара. Ҡырғыҙстанда һәм Тажик­станда ла ошондай шарттар ҡуйылған.

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:14 Бүлешергә:
Риэлтор эшмәкәрлеге ниҙән ғибәрәт?

Яңы фатир алам тип бөтөнләй мөйөшһөҙ ҡалғандар хаҡында ишетеп-белеп торабыҙ. Шуға ла торлаҡ һатыу, алыу йәки алмаштырыу мәсьәләһе килеп сыҡһа, күптәр шөбһәләнә башлай. Нисек алданмаҫҡа? Кемгә мөрәжәғәт итергә? Минең алда ла шундай һорау килеп тыуғас, танышым риэлтор Рөстәм Хисмәтуллин менән таныштырҙы. Шулай ҙа күңел урынында түгел — бөгөнгө заманда ни генә булмай. Рөстәм эшләгән агентлыҡҡа барып, компанияның эшмәкәрлеге менән яҡындан танышҡас, ниәт иткән эшемдең уңышлы теүәлләнәсәгенә ышандым.

Һөт кәрәк, һөт!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:10 Бүлешергә:
“Башҡортостанда һөт тармағы үҫеше” дәүләт программаһы раҫланды.

Сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе сикләү, урынына үҙебеҙҙекен етештереү йәһәтенән бөгөн шаҡтай уңыштар бар. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек кенә йәй етһә, шәкәргә хаҡ бер нисә тапҡырға күтәрелә торғайны, хәҙер бөтөнләй башҡа күренеш. Сауҙа кәштәләрендә йыл әйләнәһенә татлы аҙыҡ тулып ята, хаҡы ла сағыштырмаса арзан. Ҡарабойҙай ярмаһы тип зыҡ ҡупҡандар ҙа юҡ, сөнки бөгөн ул тейешле кимәлдә үҫтерелә. Тауыҡ, сусҡа ите, йомортҡа етештереү йәһәтенән дә күрһәткестәр һәйбәт.

Барыһынан да элек — ышаныс һәм мөхәббәт

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:53 Бүлешергә:
Иң изге төшөнсәгә ҡарата фекер үҙгәрәме?

Нимә ул бәхет? Кемдер был һорауға ғүмер буйы уйлап, эҙләнеп тә яуап таба алмай. Әммә беҙ уның алтын да, биткоин да түгеллеген, миллион һумдар менән дә үлсәнмәгәнлеген яҡшы беләбеҙ. Ул — кешенең эске тойғоһо, бары йылы ғаилә мөнәсәбәттәре, бер-береңә һөйөү аша тыуған ҡиммәт...

2018 йылды Ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһында Указға ҡул ҡуйғанда республика Башлығы: “Беҙ ғаилә аша үҙебеҙгә кәрәкле мәҙәниәт элементтарын да, традицияларын да, телде лә, белемде лә һәм башҡаһын да тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Быларҙың бөтәһе лә — ғаилә. Башҡа рецепттар юҡ”, — тигәйне.

Ул әле лә беҙҙең арала

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:38 Бүлешергә:

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтер кисәһе үтте.

Баш ҡаланың 158-се башҡорт гимназияһы буҫағаһынан аша атлап инеү менән бөйөк ижадсының рухы ҡаршы алды. Стеналарға һәр беребеҙ яратып уҡыған әҫәрҙәрҙең сағыу буяуҙар менән төшөрөлгән геройҙары бала саҡ иленә әйҙәй. “Өс таған” малайҙары үҙҙәре кеүек эскерһеҙ, дуҫ, татыу булырға саҡыра...

Изгелеккә тартыла сабый күңеле...

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 05:36 Бүлешергә:
Изгелеккә тартыла сабый күңеле...
Бала күңеле ғәжәп һиҙгер. Һинең уға ҡарата мөнәсәбәтеңде, уйкисерештәреңде, хатта кемлегеңде тәү ҡараштан уҡ тойорға һәләтле ул. Оҙаҡ ваҡыт балалар баҡсаһына өйрәнә алмай йөҙәгән ҡыҙыбыҙҙы, мөдир менән кәңәшләшеп, икенсе төркөмгә күсерҙек. Беҙҙе нурлы йөҙлө, күңелгә майҙай яғылыр йомшаҡ ҡына тауышлы яңы тәрбиәсебеҙ ҡаршы алды. “Ҡайһылай ҙа матур ҡыҙ килгән төркөмгә, үт, бәләкәсем, үт әйҙә...” - оялып ҡына ҡарап торған ҡыҙыҡайҙы арҡаһынан һөйөп, етәкләп инеп киткән тәрбиәсенең, быға тиклем балалар баҡсаһын ғазап урынылай күргән сабыйҙы йәһәт кенә әүрәтә алыуына ғәжәпләнеп, бер ғауым ышанмай торҙом...
Эйе, ҡалабыҙҙың 3-сө һанлы “Ынйыҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Эльвира Сәлих ҡыҙы Сафуанованың бала йөрәген яулар өсөн бер яғымлы ҡарашы, наҙлы өндәшеүе лә етә шул. Кескәй күңел шундуҡ һиҙә - бар булмышынан йылылыҡ ипкене бөркөлгән матур апай янында өйҙәгеләй тыныс та, рәхәт тә...
...Завод эшселәре Роза һәм Рәшит Ғәрифуллиндарҙың татыу ғаиләләрендә наҙ-һөйөүгә сорналып үҫкән ҡыҙ тәрбиәсе һөнәренә үҫмер сағынан ғашиҡ. Орсоҡтай һеңлеһен етәкләп балалар баҡсаһына барған һайын был мөғжизәле илдә бар донъяһын онота ул. Һеңлеһе кеүек кескәй генә тиктормаҫтарҙың мәж килеүен ҡарап тороу үҙе бер кинәнес икән дәһә! Ҡайһылай көләкәстәр, ихластар, шуҡтар улар! Эх, бәләкәстәр менән геү килеп уйнарға, һәр береһен ҡосоп-ҡосоп яратырға ине! Көн дә шул уйҙар менән балалар баҡсаһы юлын тапаған үҫмер киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағын яҡшы белә хәҙер. Алдына ҡуйған маҡсатын тормошҡа ашырып, мәктәпте тамамлау менән Белорет педагогия училищеһының тәрбиәселәр әҙерләү бүлегенә, һис икеләнеүһеҙ, документтарын тапшыра...

Тракторлы ла булдылар, торбалар ҙа яңырҙы

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 05:35 Бүлешергә:
Тракторлы ла булдылар, торбалар ҙа яңырҙы
Абҙаҡ һәм Егәҙе ауыл хакимиәттәренә тағылмалы тракторҙар алыу, Әзекәй ауылында стадионды ҡорамалландырыу, Йөйәктә мәктәп ҡыйығын, Олойылғала электр линияларын ремонтлау, Уҡшуҡ биҫтәһендә урам яҡтылығын реконструкциялау, Рысыҡайҙа мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлау һәм башҡалар. Былар барыһы ла муниципаль берәмектәрҙең конкурсҡа ебәрелгән проекттары.
Йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын һайлап алыуҙы үткәреү буйынса комиссия ултырышы был проекттарҙы май айында ҡарап, раҫланы. Белорет районы буйынса “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” конкурсында ҡатнашҡан 17 проекттың 14-е еңеп сыҡты. Проекттарҙың дөйөм хаҡы 14,6 млн. һум тәшкил итте.
“Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” проектында ҡатнашҡан Егәҙе ауылы халҡы ла ошо көндәрҙә ҡар көрәү һәм юл эштәрен алып барыу өсөн ҡорамалы булған “Беларус” МТЗ 82.1 тракторы алып ҡыуанды. Шулай уҡ трактор өсөн тағылма ла алынды.
2017 йылдың 25 декабрендә үткән дөйөм йыйылышта халыҡ бер тауыштан тиерлек проектта ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм тағылмаһы менән аҫмалы МТЗ тракторы алыу тәҡдиме менән сыҡты. Проектта еңеп сыҡҡас, республика ҡаҙнаһынан 1 млн. һум, муниципаль район хакимиәтенән 300 мең һум бирелде. 350 мең һумын ауыл халҡы үҙ көсө менән йыйҙы.
Тау-урманлы ерҙә урынлашҡан Егәҙе ауыл биләмәһендә, башҡа яҡтарға ҡарағанда, ҡары ла, бураны ла күп була. Шуға ла халыҡтың йәйлеҡышлы урамдарҙы тәртиптә тотоу өсөн тракторҙа мохтажлығы ҙур булды. Хакимиәткә тәгәрмәсле трактор алыу менән, төп юл техникаһы килеп еткәнсе, ҡарҙы та-ҙартыу мәсьәләһе лә артта ҡаласаҡ. Трактор йәйен дә юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн уңайлы.

Сер һаҡлай белмәү бәләһе

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 05:33 Бүлешергә:
Белорет район-ара прокуратураһы кеҫә телефондары салонының 24 йәшлек хеҙмәткәренә ғәйепләү һөҙөмтәһе сығарҙы. Ул РФ Енәйәт кодексының 138-се статьяһы (2-се бүлек, телефондан аралашыу серен асыу) буйынса ғәйепләнә.
Тикшереү барышында кеҫә телефондары салонында эшләүсе ҡыҙҙың 2018 йылдың апрелендә танышының үтенесен үтәп, уға ҡатынының телефон һөйләшеүҙәре тураһында мәғлүмәт биреүе асыҡлана. Салон хеҙмәткәре мәғлүмәттәр базаһына инеп, закон тарафынан һаҡланған документты фотоға төшөрөп, ир кешегә тапшыра. Йәш кеше иһә фото-хәбәр менән уны ҡатынына ебәрә. Һөҙөмтәлә зыян күреүсе ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙа.
Тикшереү мәлендә енәйәтсе ғәйебен тулыһынса таныны. Ҡыҙ ғәйепләү һөҙөмтәләрен ҡулына алғандан һуң, енәйәт эше Белорет район-ара судына йүнәлтеләсәк.

“Берҙәм булһаҡ, ҙур эштәр башҡарырбыҙ”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:33 Бүлешергә:
Сенатор Лилиә Ғүмәрова ҡатын-ҡыҙҙар форумында сығыш яһаны.

Санкт-Петербургта Икенсе Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы уҙыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Донъя кимәлендәге ҙур сараларҙың береһе булараҡ билдәләнгән халыҡ-ара ҡор 110 ил вәкилен бергә йыйҙы. Форумда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡатнашыуы уға мәртәбә өҫтәне. Сара барышында бихисап асыҡ фекер алышыу майҙансыҡтары, күргәҙмәләр эшләне, төрлө килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, яңы проекттар башланғыс алды.

Өфөлә республиканың 100 йыллығына «Башҡортостан тарихы биттәре» марафоны дауам итә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:29 Бүлешергә:

Өфөлә республиканың 100 йыллығына арналған муниципаль берәмектәрҙең «Башҡортостан тарихы биттәре» марафоны дауам итә.
2 октябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Бөрйән районы менән таныштырыу уҙа.
Сара программаһында – ойошмалар, предприятиелар һәм учреждениелар, халыҡ кәсептәре, декоратив-ҡулланма сәнғәте, сувенирҙар, умартасылыҡ продукттарын һатыу һәм милли аш-һыу күргәҙмәләре.

читать далее

Өфөлә «Олимпик парк»ты үҫтереүгә 1,1 миллиард һум йүнәлтелә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:26 Бүлешергә:

Өфөлә «Олимпик парк» тау саңғыһы комплексында халыҡ-ара туризм үҙәген булдырыу күҙаллана. Яҡынса 1,1 миллиард һумлыҡ инвестициялар күләме менән «Позитив» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проекты Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде.
Инвестор 100 урынлыҡ ҡунаҡхана, ял зоналары, спорт һәм дауалау инфраструктураһы объекттарын төҙөргә ниәтләй.

читать далее

Өфөлә «Олимпик парк»ты үҫтереүгә 1,1 миллиард һум йүнәлтелә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:26 Бүлешергә:

Өфөлә «Олимпик парк» тау саңғыһы комплексында халыҡ-ара туризм үҙәген булдырыу күҙаллана. Яҡынса 1,1 миллиард һумлыҡ инвестициялар күләме менән «Позитив» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проекты Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде.
Инвестор 100 урынлыҡ ҡунаҡхана, ял зоналары, спорт һәм дауалау инфраструктураһы объекттарын төҙөргә ниәтләй.

читать далее

Йәшәү сифаты иҡтисадҡа бәйле

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:22 Бүлешергә:
Республиканың көнбайыш төбәге заман менән бергә атлай.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһына сәфәр ҡылды, уның барышында етештереү, социаль һәм инфраструктура объекттарында булып, ҡала етәкселеге менән биләмәнең киләсәк үҫешен тикшерҙе.

Абдулла Солтанов исемендәге призға башҡорт йыры конкурсының Гран-прийын Рәфис Ишбаев яуланы

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:22 Бүлешергә:

С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Абдулла Солтанов призына башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы уҙҙы. Конкурс күренекле йырсының 90 йәшенә арналды.
Профессиональ башҡарыусылар араһында Гран-приҙы Рәфис Ишбаев яуланы. Ул диплом һәм аҡсалата приз менән бүләкләнде. Артист Баймаҡ ҡалаһында тыуған, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһындағы яңғыҙ йырлау бүлегендә уҡыған.

читать далее

Санкт-Петербургта «Добровидение – 2018» фестивалендә Башҡортостандан мираҫтар сығыш яһай

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 04:59 Бүлешергә:

Башҡортостан Республикаһынан сарала «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солистары Рәфис Сирусин, Зәлиә Ғәниәтуллина, Юнир Һағынбаев һәм Әлфиә Зәғиҙуллина сығыш яһай.

читать далее

Үҙебеҙ яһаған нутелла

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Үҙебеҙ яһаған нутелла
Балалар бигерәк ярата ошо ризыҡты. Ә уның хаҡы, ай-һай, тешләшә, йыш һатып ала торған тәмлекәс түгел шул. Замана балаһы телевизорҙан нисек итеп тәмле итеп ашағандарын күрә һәм таптыра. Иң яҡшыһы – өй шарттарында нутелланы үҙең әҙерләү.
Бының өсөн ике йомортҡа, 3 стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ какао, 4 ҡалаҡ он, бер семтем ванилин, 1 стакан фундук, 1 балғалаҡ аҡ май һәм 2 стакан һөт кәрәк буласаҡ.
Йомортҡаны шәкәр менән ныҡлап болғатырға. Артабан он, какао, ваҡланған сәтләүекте, аҡ майҙы һәм ванилинды ҡушырға. Унан һөт өҫтәп, утҡа ҡуйырға һәм ҡуйырғансы ҡайнатырға кәрәк. Үҙең ҡайнатҡан нутелла һатып алғандан һис тә ҡалышмай. Тәмле!

Серле икмәк

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Серле икмәк
Бер ваҡыт аҡыл эйәһенә бер ҡатын килгән дә:
– Ике йыл элек беҙҙе ирем менән һеҙ ҡауыштырғайнығыҙ. Хәҙер мин уның менән йәшәргә теләмәйем. Беҙгә айырылышырға кәрәк, – тигән.
– Сәбәбе ниҙә һуң, аңлат әле? – тигән уға ҡаршы аҡыл эйәһе.
– Башҡа ҡатындарҙың ирҙәре эштән һуң ваҡытында өйгә ҡайта. Ә минеке тотҡарлана. Шуға өйҙә көн дә тауыш сыға.
Ҡарт, аптырап:
– Сәбәбе шул ғынамы? – тип һораған.

Дата: 24.09.2018

МӘМЕРЙӘ ЭСЕНДӘ ҠУРАЙ МОҢО ЯҢҒЫРАНЫ

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 14:07 Бүлешергә:
Ошо көндәрҙә Өфөлә Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советының (СИОФФ) 48-се Бөтөн донъя конгресы үтә. Уның сиктәрендә ойошторолған иң сағыу сараларҙың береһе булып Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының Шүлгәнташ мәмерйәһендәге концертын атарға булалыр. Оркестрҙың солисы, халыҡ-ара, Рәсәй, республика конкурстары лауреаты Гүзәл ҮМӘРҒӘЛИНА менән ошо хаҡта һөйләшәбеҙ.

ҠУРАЙ МОҢОН ДОНЪЯҒА ТАНЫТТЫ

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 14:02 Бүлешергә:
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин милли сәнғәтебеҙгә һәләтле ҡурайсы, музыкант булып килеп инде. Республикабыҙҙа берҙән-бер булған Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрына нигеҙ һалыусы ла ул. Рәмил Мәүлит улы етмеш ете һөнәр эйәһе, әммә улар араһында иң әһәмиәтлеләре тип уның башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдарын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләргә кәрәк. "Урал ауазы" Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре конкурс-фестивале тип аталған ижади проекты ла ошоға дәлил. Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы ошондай оло хеҙмәтен юғары баһалап, Рәмил Ғәйзуллинды Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына тәҡдим итте.

МАЛАЙҘАР ТУЛЫ ДОНЪЯМ...

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 13:55 Бүлешергә:
Беҙҙең ғаилә башҡа ғаиләләрҙән бер нисек тә айырылмай. Өфө районының Шамонин ауылында йәшәйбеҙ, беҙҙең кеүектәр тотош бер ауыл, барыһы ла 2008-2009 йылғы махсус программала ҡатнашып, ҡулайлы ғына хаҡҡа йорт алып сыҡҡан йәштәр. Йорт һайын бала-саға, ул ваҡытта кемдеңдер беҙҙеке кеүек ике малай, кемдеңдер, киреһенсә, ике ҡыҙ, ә кемдеңдер алтын урталыҡ - ул менән ҡыҙ. Ғәҙәти ғаиләләр, ғәҙәти атай-әсәйҙәр. Голливуд киноиндустрияһының ҡалыптарына ярап ҡына тора - ҡала эргәһендәге шәхси йорт, ике бала, универсал кузовлы автомобиль...

КИЛӘСӘК ЮЛДАРЫН КҮҘАЛЛАП...

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 13:53 Бүлешергә:
Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы эргәһендәге сираттағы оператив кәңәшмә башлыса үткән эштәргә йомғаҡ яһауға һәм киләсәккә пландар билдәләүгә бағышланды.

САЛ УРАЛДАН - САЛБУУРУНҒА, БӨГӨНГӨНӘН - САЛ ТАРИХҠА...

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 13:01 Бүлешергә:
Гөлгөнә БаймырҘина, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса төп белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: "Беренсе тапҡыр йыртҡыс ҡош тотоп шөғөлләнеп ҡараным. Ҡурҡыта, шулай ҙа өйрәтеүсе егеттәрҙең әйткәнен иҫтә тотоп, тулҡынланыуымды һиҙҙермәҫкә, үҙемде ҡулға алырға тырышам. Шунан тағы ҡырғыҙ бөркөтсөләренең: "Тыныслан! Ҡошто арба!" - тигәнен дә күҙ алдында тотам... Уңыш йылмайҙымы, Хоҙай ярҙамымы - әммә беренсе тапҡыр бөркөт менән һунар итеү ярышында ҡатнашып, икенсе урын яулауыма тәжрибәле бөркөтсөләр ҙә аптыраны. 25-28 килолыҡ ҙур ҡош ҡулыңа килеп ултырғас, ниндәй тойғолар кисергәнде әйтеп аңлатып булмайҙыр ул. Башҡорт ҡатындары борон-борондан юҡҡа ғына ирҙәре менән бергә һунарға йөрөмәгән, ҡуша яу сапмағандыр, күрәһең. Сөнки күңелдә ҡайҙалыр төптә ятҡан булмышың уяна, хистәр бураны уйнай: ҡыуаныс. Ғорурлыҡ. Ҡапыл үҙеңде ҙурайып, үҫеп киткәндәй тояһың, кәүҙәң турая, башың юғары сөйөлә. Һин - батшабикә!"

Башҡортостан шашкасылары һынатманы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:54 Бүлешергә:
Төркиәнең Измир ҡалаһында үткән Халыҡ-ара шашка буйынса Донъя Кубогында Башҡортостан намыҫын яҡлаусы ете спортсы ла юғары һөҙөмтәләр яулап, иң яҡшы унау исемлегенә инеүгә өлгәште.

Билдәле балеринаға арнала

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:53 Бүлешергә:
25 сентябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙиндың Өфөләге йорт-музейында билдәле балерина, профессор Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 95 йыл тулыуға арнап нәшер ителгән “Тамара Хоҙайбирҙина тураһында хәтирәләр” китабының исем туйы уҙғарыла. Сара 15.00 сәғәттә башлана.

“Сулпан”да – премьера

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:52 Бүлешергә:
Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса әҙерләнгән яңы спектакль менән ҡыуандырҙы.

ХАЛЫҠ ЙЫРСЫҺЫ

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 10:50 Бүлешергә:
"Ҡурайсы алдан килә, уның артынан теҙелешеп, ҡурай моңо аҫтында һыйырҙар көтөүҙән ҡайта..." Учалы районының Ҡобағош ауылында бөгөн дә өлкән быуын кешеләренән ҡурайсы һәм йырсы көтөүсе хаҡындағы ошондай матур легендалар ишетергә мөмкин. Ғәҙәттә, риүәйәттәр һәм легендалар борон-боронғо замандар хаҡында һөйләгәнлектән, уларҙы беҙ бер ни тиклем әкиәт итеп кенә ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Әммә ошо легендала һүрәтләнгән моңло йырсы һәм ҡурайсы егеттең арабыҙҙа йәшәп ятыусы замандашыбыҙ булыуы һис әкиәт түгел. Улай ғына ла түгел, "Әрме", "Буранбай", "Сибай", "Бейеш", "Ҡаһым түрә", "Томан", "Тәфтиләү", "Хисам", "Шәүрә", "Ғилмияза", "Зәлифәкәй", "Шафиҡ" кеүек боронғо халыҡ йырҙарын уның кеүек башҡарған башҡа йырсыны белмәйбеҙ ҙә, ахыры. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Абдулла Афзал улы Солтановҡа 90 йәш тула. Бөгөн дә тыуған төйәгендә - Учалыла йәшәүсе легендар шәхесебеҙгә оло ихтирамыбыҙҙы һәм һөйөү тойғоларын белдерәбеҙ һәм Абдулла Афзал улы хаҡында бер нисә һүҙ әйтеүен һорап, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәроваға мөрәжәғәт иттек.

ЯНКА КУПАЛАНЫ ЛА БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ЯҢҒЫРАТТЫМ

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 10:46 Бүлешергә:
Беларусь Республикаһынан "Нәфис әҙәбиәт - бер-беребеҙгә юл" тип аталған халыҡ-ара түңәрәк ҡорҙа ҡатнашырға саҡырыу ҡағыҙы алғас, һис икеләнмәй юлға сығырға булдым. Әле былтыр ғына 18 декабрҙә Өфө һәм Минск ҡалалары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Ике республиканың төрлө өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлеген нығытҡан килешеү 1999 йылда уҡ барлыҡҡа килгәйне. Ә инде яҙыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тағы ла алыҫыраҡ ваҡытты күҙаллай. 1936 йылдан башлап төрлө йылдарҙа башҡорт матбуғатында Янка Купала, Якуб Колас, Андрей Александрович, Максим Танк, Петрусь Бровка әҫәрҙәре донъя күргән. Белорус классиктарын иһә Сәйфи Ҡудаш, Марат Кәримов, Хәниф Кәрим, Хөрмәт Бикҡолов, Ғилемдар Рамазанов, Сафуан Әлибаев, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Шәриф Бикҡол кеүек ҡәләм оҫталары башҡортсаға тәржемә иткән. Мин дә буш ҡул менән юлланмайым был сәфәргә. Яңы ғына Алесь Карлюкевичтың "Шубуршун һәм уның дуҫтары" тигән повесть-әкиәтен башҡортсаға ауҙарып бөттөм. Уның ҡайһы бер һандары быйыл "Аманат" журналында донъя күргәйне. Етмәһә, поэма тиклем поэманы һәм бер шәлкем шиғырҙарымды белорус теленә тәржемә иткән Мария Кобец, балалар өсөн шиғырҙарымды белорус теленә ауҙарған Валерия Радунь исемле шағирәләрҙе лә бик күргем килгәйне. Уларға күстәнәскә, мотлаҡ, яңы айыртылған башҡорт балын һалып аласаҡмын. Шулай итеп, етәкселектең ризалығын алғас, күтәренке кәйеф менән юлға әҙерләнә башланым.

ЖУРНАЛИСТЫҢ ҠОРАЛЫ - ГЕРОЙЫН, УҠЫУСЫҺЫН АРБАУ УЛ

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 10:09 Бүлешергә:
Миләүшә ҠаҺарманованы шағирә итеп тә, бөгөнгө башҡорт прозаһының йөҙөк ҡашы булырҙай прозаик та, тос фекерле журналист итеп тә беләләр хәҙер. Хәҙер, тибеҙ, сөнки ул оҙаҡ йылдар Сибайҙа йәшәне, ижад итте, ә төпкөлдәгеләр, үҙегеҙ беләһегеҙ, ниндәй генә ҙур талант эйәһе булмаһын, етмәһә, Миләүшә һымаҡ үтә етди кеше лә булһа, үҙе хаҡында бик танытып, белгертеп бармай. Һәм, ниһайәт, ул Өфөлә. Башта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләне, хәҙер бына ике йылдан ашыу "Киске Өфө" гәзитендә хеҙмәт итә. Башҡорт журналистикаһында оҙаҡ ҡына ваҡыт эшләүен иҫәпкә алып, "Киске Өфө" гәзите коллективы уны Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына тәҡдим итте. Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙының журналист һөнәре тураһында фекерҙәре, моғайын, был юлдарҙы уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанабыҙ.

БАЛАҢДЫ АҠСА ҠОЛО ИТМӘ!

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 10:05 Бүлешергә:
Янсығыңды өйҙә "онот" Әле бала һөйләшә лә белмәгән сағынан уҡ үҙе яратҡан тәмле туңдырма, кәнфит-сәтләүектәр ҡайҙа һатылғанын яҡшы белә. Һәр әсә, бигерәк тә өләсәйҙәр, баланың һораған тәм-томон, уйынсығын һатып алырға күнегеп китә. Кемдең балаһын ҡыуандырғыһы килмәһен инде! Пакемондар, телепузиктар, киндер-сюрприздар, сникерстар, таҫмалар, машиналар, музыкаль открыткалар... Бәлки, сабыйығыҙҙың холҡо бындай иғтибарҙан боҙолоп та китмәҫ, шулай ҙа ул "нимә һорайым, шуны миңә алалар" тигән уйҙы бәләкәй саҡтан аңына һеңдереп үҫәсәк. Әлбиттә, был теләктәр бала ҙурайған һайын үҙгәреп торасаҡ. Иң мөһиме - теләгән нәмәһен шунда уҡ һатып алып, балағыҙҙы хыяллана һәм шатлана белеү тойғоһонан мәхрүм итәсәкһегеҙ.

По поручению Рустэма Хамитова в Башкортостане построят культурный центр

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 09:43 Бүлешергә:
По поручению Рустэма Хамитова в Башкортостане построят культурный центр
В Белорецке построят новый многофукциональный культурный центр. О решении, принятом в ходе Экспертного совета по бюджетным инвестициям, сообщил Премьер-министр Правительства региона Рустэм Марданов.
Кроме того, принято решение о реконструкции районного дома культуры в селе Фёдоровка Фёдоровского района республики. Ранее решить вопросы с домами культуры в этих населённых пунктах поручил Глава Башкортостана Рустэм Хамитов, сообщил Премьер-министр.
– Были соответствующие поручения Главы республики, сейчас они будут реализованы, – отметил Рустэм Марданов. – Средства на проектирование выделены.
В ходе заседания Экспертного совета по бюджетным инвестициям были рассмотрены и другие актуальные вопросы. В частности, принято решение о реконструкции паркового комплекса в Уфе, который расположен около Монумента Дружбы и непосредственно граничит с набережной реки Белой. Также будут реконструированы объекты в сфере водоснабжения и водоотведения в Хайбуллинском районе и проведены русловыпрямительные работы в Мечетлинском районе. Необходимость последних продиктована подмывом берегов в ряде населённых пунктов района.

«Себер»ҙе «Салауат Юлаев» та йәлләмәне...

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 09:33 Бүлешергә:
«Себер»ҙе «Салауат Юлаев»  та йәлләмәне...
«Салауат Юлаев» командаһы үҙ майҙанындағы өсөнсө осрашыуын «Себер» уйынсылары менән уҙ­ғарҙы.
Новосибирск клубы өфөләр менән осрашыу алдынан ете уйындан бер мәрәй ҙә яулай алмай, КХЛ-да мәрәйһеҙ берҙән-бер команда булып ҡалыуын дауам итә ине. Һәм был юлы ла көйәрмәндәрен ҡыуандыра алманы. Юлаев­сылар ике уйын рәттән дәғүәселәренә бирелгәндән һуң әлегеһен 3:1 иҫәбенә алдыр­ҙы.

ҺӨНӘРМӘНЛЕК ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕБЕҘ УЛ

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 08:45 Бүлешергә:
Республикала һәр ҙур һәм мөһим мәҙәни ваҡиға булып үткән һайын, мин баш ҡалабыҙҙың Ленин урамындағы "Урал" галереяһына барырға тырышам. Галерея мөдире Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова менән уҙған сараны күҙ алдынан үткәрергә, яҡшы һәм етешмәгән яҡтарын, асыштарын һәм яңы аҙымдарын - барыһын да уртаға һалып барларға, теүәлләргә, алдағы уңыштарын фаразларға яратабыҙ. Бигерәк тә икебеҙ өсөн дә яҡын булған кешеләрҙең - ҡул эше оҫталарының ҡаҙаныштары өсөн шатланабыҙ.

АСЫЛЫҢА ҠАЙТЫУ ӨСӨН ҮҘЕБЕҘҘЕҢ МӨХИТ КӘРӘК!

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 08:38 Бүлешергә:
"Өфө башҡорто" рубрикаһының сираттағы ҡунағы - юғары категориялы табип-эндокринолог, медицина фәндәре кандидаты Гөлзифа ӘБҮШАҺМАНОВА.

ҒӘЛИМЙӘН ТАҒАНДЫҢ ЭМИГРАЦИЯЛАҒЫ ТОРМОШО ТУРАҺЫНДА

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 08:30 Бүлешергә:
Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашып, шул заманалар шауҡымында яҙмыштары ҡырҡа боролош алып, ғүмерҙәрен ситтә йәшәп үткәрергә мәжбүр булған башҡорт зыялылары аҙ булмаған беҙҙең тарихта. Шундайҙарҙың береһе - Ғәлимйән Таған. Үкенескә күрә, был шәхес хаҡында беҙҙең архивтарҙа мәғлүмәттәр әлегә өйрәнелеп етмәгән, ә бына сит ил архивтарында, музейҙарында ғүмерен эмиграцияла үткәргән башҡорт улы Таған тураһында ҡыҙыҡлы материалдар байтаҡ икән. Был хаҡтағы мәғлүмәттәр менән тарихсы Зилә НИҒМӘТУЛЛИНА бүлеште.

ШӘХСИ МӘКТӘПТӘРҘЕҢ ӨҪТӨНЛӨГӨ НИҘӘ?

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 08:26 Бүлешергә:
Заман ата-әсәләре балаларына алдынғы белем биреү, уңышлы шәхес итеп тәрбиәләп үҫтереү өсөн бер нәмә лә йәлләмәй. Ҡайһы берәүҙәр дәүләт белем биреү учреждениеларындағы шарттарҙы үҙһенмәй, шәхси учреждениеларға мөрәжәғәт итә. Өфө ҡалаһында эшләп килгән шәхси белем биреү мәктәптәренә килеүселәр күпме, улар дәүләт ҡарамағында булғандарҙан нимәһе менән айырыла, өҫтөнлөктәре нимәлә булыуы тураһында "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы һөйләшеү үткәргәйне. Унда баш ҡалала әлеге көндә эшләп килгән лицензиялы ете шәхси белем биреү учреждениеһы етәкселәре ҡатнашты.

Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 07:32 Бүлешергә:
Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
* * *
– Миңә ҡарап иҫтәре китһен өсөн диңгеҙҙә пляжға нимә алайым икән?
– Саңғы ал!

Йондоҙнамә (24 – 30 сентябрь)

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 07:09 Бүлешергә:
Йондоҙнамә (24 – 30 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна бер аҙ буталсыҡ булырға оҡшай. Ысынбарлыҡты ялғандан айырыуы ауыр буласаҡ. Ҡайһы саҡ алданырһығыҙ, үҙегеҙ ҙә бер ҙә теләмәйенсә алдарға мәжбүр булырһығыҙ. Һәр хәлдә, үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ, кеше хәбәренә шикләнеп ҡарағыҙ.

Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:49 Бүлешергә:
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте.

Президент СИОФФ: «Все страны увидят, насколько гостеприимен Башкортостан и его жители»

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 06:49 Бүлешергә:
Президент СИОФФ: «Все страны увидят, насколько гостеприимен Башкортостан и его жители»
В Уфе завершился Всемирный конгресс Международного совета организаций фольклорных фестивалей и традиционного искусства — CИОФФ. Торжественная церемония закрытия прошла 23 сентября в Доме Государственного Собрания — Курултая РБ.

Президент СИОФФ Филипп Боссан поблагодарил руководство республики за организацию и проведение съезда на высоком уровне.

Хәтер — мәңгелек

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:48 Бүлешергә:
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тыуған көндө республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уның ҡәберенә сәскәләр һалды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда яҙыусының тыуыуына 100 йыл тула. Бер быуатлыҡ юбилей хөрмәтенә Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда байрам саралары уҙа.

Республика Башлығы — Октябрьскийҙа

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:47 Бүлешергә:
22 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһында булды. Эш сәфәре барышында ул етештереү, социаль һәм инфраструктура объекттарында булды, ҡала етәкселеге менән биләмә үҫешен тикшерҙе.

Атап әйткәндә, төбәк етәксеһе нефть һәм газ скважиналары быраулағанда бөтә төр инженер-технологик хеҙмәттәр күрһәткән «Петротул» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансығында булды. Компания ҡыя йүнәлешле һәм горизонталь скважиналар төҙөүҙе мәғлүмәти һәм техник-технологик яҡтан оҙатыу хеҙмәттәрен күрһәтә. Бының өсөн электр магнитлы элемтә каналы, шулай уҡ сит илдә етештерелгән гидравлик элемтә каналы системаһы менән үҙҙәре уйлап сығарған «Target» телеметрик системаһы файҙаланыла.

Силәбе өлкәһенә - башҡорт китаптары

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 06:45 Бүлешергә:
Силәбе өлкәһенә - башҡорт китаптары
З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбе өлкәһендә үҙенең продукцияһының күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштора. Акция Ғаилә йылына һәм яҡынлашып килгән Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнала.

Сара башҡорттар күпләп йәшәгән урындарҙа: 26 һәм 27 сентябрҙә — Арғаяш районының мәҙәниәт йортонда, 29 сентябрҙә Ҡоншаҡ районының Үҙәк баҙарында уҙғарыла.

Акцияла Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистарының сығышы биҙәйәсәк. Бер юлы Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге әҙәби премия лауреттарын бүләкләү ҡаралған.

25 сентябрь - "Юлдаш" радиоһының тыуған көнө

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:42 Бүлешергә:

Тыуған көнө уңайынан "Юлдаш" радиоһы тыңлаусылары араһында "Йоматау" шифаханаһына 10 көнлөк юллама уйната. Путевкаға эйә булыу өсөн: "ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 FМ төркөмөндә торорға.
Яҙманы баһаларға, сәхифәгә күсерергә һәм беркетергә. Еңеүсе 25 сентябрҙә “Самауыр янында” тапшырыуында билдәләнә.

Был аҙнала Өфөлә, архитектура һәм төҙөлөш белгестәре күргәҙмәгә йыйыла

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:38 Бүлешергә:

Был аҙнала архитектура һәм төҙөлөш белгестәре бер майҙанға йыйыла. Күргәҙмәлә төрлө төбәктәрҙән килгән йөҙҙән ашыу ойошма ҡатнаша. Был өлкәләге иң ҙур сараларҙың береһе быйыл 28-се тапҡыр ойошторола. Уның барышында күсемһеҙ милек, төҙөлөш тармағына арналған халыҡ-ара күргәҙмә асыла.

Журналистарға илебеҙҙәге музейҙарға бушлай инеү мөмкинлеге бирелә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:35 Бүлешергә:

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил Пиотровский журналистарға илебеҙҙәге музейҙарға бушлай инеү мөмкинлеген биргән килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Музейға түләүһеҙ инеү өсөн Рәсәй Журналистар союзына инергә, халыҡ-ара журналист карточкаһын – донъяның 186 илендә ғәмәлдә булған журналист таныҡлығын алыу шарт.

Башҡортостанда Халыҡ-ара Аксаков байрамы уҙа

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:33 Бүлешергә:

Йола буйынса байрам бер нисә төбәктә ойошторола. Халыҡ-ара Аксаков көндәрендә ҡатнашыусыларҙы Өфөлә, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында ҡаршы алалар. 28 сентябрҙә С.Т. Аксаков исемендәге баҡсала халыҡ байрамы ойошторола, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ ижады күргәҙмәләре эшләйәсәк. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында – Аксаков халыҡ йортонда тантаналы кисә уҙғарыла.

Төркиәнең Адана ҡалаһында бөгөн халыҡ-ара кинофестивалдә режиссер Булат Йосоповтың “Бабич” фильмы күрһәтелә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:32 Бүлешергә:

Бөгөн Төркиәнең Адана ҡалаһында халыҡ-ара кинофестиваль асыла. Унда республикабыҙҙан режиссер Булат Йосоповтың “Бабич” фильмы күрһәтелә. Күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа арналған тарихи фильм Башҡортостан башлығы грантына төшөрөлдө. Быға тиклем Рәсәйҙең күп кенә кино фестивалдәрендә ҡатнашты.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, театр һәм кино актеры Илфат Йомағолов вафат булды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:26 Бүлешергә:

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағоловҡа 56 йәш ине.
Илфат Йомағолов Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, Өфө "Нур" татар драма театрында эшләй. Ул "Ай тотолған төндә", "Һуңғы уҙаман", "Балаҡайҙарым", "Һөйәһеңме, һөймәһеңме" спектаклдәрендә айырыуса сағыу һәм уңышлы сығыш яһай. "Ай ҡыҙы" дауамлы нәфис фильмы, "Миҙал", "Рәхмәт" кеүек киноларҙа төп ролдәрҙе уйнанай. Илфат Йомағолов шулай уҡ тәржемә эше менән шөғөлләнә, пьеса һәм шиғырҙар ижад итә.

читать далее

Өфөлә тарихи сәхнәлә Шаляпин исемендәге II Вокалсылар конкурсының беренсе туры үтте

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:20 Бүлешергә:

Тыңлауҙар Шаляпин залында – бөйөк рус йырсыһының опера дебюты үткән Өфө сәнғәт институтының (элекке Дворяндар йыйылышы бинаһы) тарихи сәхнәһендә уҙҙы.
Беренсе турҙа ике көн дауамында жюри 31 йәш вокалсының сығышын тыңланы. Артистар өсөшәр әҫәр – романс һәм рус һәм сит ил операларынан икешәр ария башҡарҙы.

читать далее

Иғтибар итегеҙ!

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:16 Бүлешергә:

24 СЕНТЯБРЬ, ДҮШӘМБЕ

ПРОФИЛАКТИКА

8.00-14.00

14.15 Радио фондынан. «Йыр менән ҡанатланып». Тарихсы - ғалим һәм йырсы Нәзир Ҡолбахтиндың хеҙмәт юлы тураһында. Авторы Фәниә Сөләймәнова. 1988 йылғы яҙма.
16.45, 23.15 «Башҡортостан райондары» Шаран районы.
17.45 «Көтмәгәндә - уйламағанда». Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңһылыу Ҡарамышева. Авторы Әнисә Муллағолова.

25 СЕНТЯБРЬ, ШИШӘМБЕ

07.15, 15.15, 19.15 «Был көн».
09.15,18.15 «Халыҡ гәүһәрҙәре». Стәрлебаш районынан һәүәҫкәр йырсы Зөфәр Атанғолов.

читать далее

Ҡолаҡ һал! Насар еҫте бөтөрөп була

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 03:57 Бүлешергә:
Ҡолаҡ һал! Насар еҫте бөтөрөп була
- Ҡайһы саҡта хужабикәләр аш-һыу әҙерләгәндә саҡ ҡына иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтһә, ризығы йә көйә, йә түгелә. Көйөк еҫе бөтә бүлмәгә таралмаһын өсөн, плитаға түгелгән ергә тиҙ генә тоҙ һибегеҙ һәм ентекләп йыуығыҙ.
- Һыуытҡыста насар еҫ булһа, уны йыуып алғандан һуң, эсенә киптерелгән кофе төпрәһе һалынған тоҡсай ҡуйығыҙ. Уны иҫке-моҫҡо кейем еҫе килгән шкафҡа ла ҡуйырға мөмкин.
- Микротулҡынлы мейестән насар еҫ килһә, кәсәгә һыу ҡойоп, бер нисә киҫәк лимон, бер нисә ҡәнәфер һалып, уны ҡабыҙығыҙ. Һыу ҡайнай башлау менән һүндерегеҙ һәм һыуҙы һыуынғансы унда тотоғоҙ.
- Ағас таҡталар ҙа төрлө еҫте һеңдереп кенә бара. Уларҙы бөтөрөү өсөн өҫтөн лимон, тоҙ йәки сода менән ышҡып йыуып, ҡоротҡансы һөртөп киптерегеҙ.

Дата: 23.09.2018

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:46 Бүлешергә:

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советының 48-се Бөтә донъя конгресы һәм Генераль Ассамблеяһы (CIOFF) сиктәрендә уҙған ҙур сараның төп ойоштороусыһы булып ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһы сығыш яһаны.

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:00 Бүлешергә:
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы проекты нигеҙендә “Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!” семинары уҙғарылды. Унда 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Күптәрҙең ғаиләһендә эскелек менән мауығыусылар бар. Семинарҙа ҡатнашыусылар белгестәрҙең лекцияларын тыңланы.

Төйәләҫ аша – яңы күпер

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:00 Бүлешергә:
Баймаҡ районында Сибай – Күсәй автомобиль юлында Төйәләҫ йылғаһы аша Әбйәлил районы сигенә тиклем күпер һалына.

Илмира ҠОЛБАЕВА

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Илмира ҠОЛБАЕВА
“Донъя шундай матур,
Артҡан һайын арта ҡәҙере...”
Яҡын әхирәтем – Көйөргәҙе районы ҡыҙы Илмира Ҡолбаева тап шулай тормошто, донъяны ярата. Бөгөн ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында эшләп йөрөгән ҡыҙ менән студент йылдарынан уҡ танышбыҙ.
Илмира – аныҡ маҡсатлы, баҫҡан ерендә ут сығарыр, аҡыллы, замана ҡыҙы. Үҙенең тырышлығы, өлгөрлөгө менән ул күптәргә өлгө булырлыҡ. Студент ваҡытында уҡ эшләргә лә, ике университетта уҡырға ла ваҡыт тапты.
Хыялланырға, янырға, ҡанатланырға һәр саҡ әҙер торған әхирәтемә артабан да йәшәүҙән йәм табып, яҡындарының терәге булып йәшәүен теләйем.

Әлмира Кашапова.
Әлшәй районы.

Хәмерҙән тура юл – тамуҡҡа!

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:00 Бүлешергә:
Хәмерҙән тура юл – тамуҡҡа!
Әнисәнең үлеме хаҡында дуҫ класташыбыҙ аша белдек. Ара-тирә уның яҙмышын, тормошон да әҙ-мәҙ ишетеп белә инек, тик аралашып йәшәмәнек. Ул эске юлынан киткәйне инде. Ирҙәрҙән дә уңманы, ти ауылдаштары. Ике ҡыҙ үҫтергән.
Шуларҙың берәүһендә йәшәгән икән. Ул да булһа, иҫке генә бер ятаҡ йоратында ғына.
Ул ҡыҙ ҙа ике бала менән айырылған булған, гел байрамдар ойоштороп, бәләкәй балаларын ҡарамай, аҙналап юғалып та йөрөгән. Ауыр хәл. Аяныс яҙмыш...

Дата: 22.09.2018

Октябрьскийға эш сәфәре

22 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһына барҙы. Унда ул етештереү, социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡараны, ҡала етәкселеге менән биләмә үҫешен тикшерҙе.

Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:42 Бүлешергә:
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республика халҡы менән мәҙәниәт, социаль өлкә, архив эше мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Башҡортостан Милли музейының төбәк тарихы бүлеге мөдире Вера Макарова төбәк Башлығына Башҡортостан Милли архивының К. Маркс урамындағы боронғо тарихи корпусын һаҡлап ҡалыуҙы үтенеп мөрәжәғәт итте. Осрашыу барышында ул шулай уҡ архив фондын цифрлаштырыу, архив майҙандарын киңәйтеү зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтте.

Журналистар музейға юллана

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:37 Бүлешергә:
Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил Пиотровский журналистарға илебеҙҙәге музейҙарға бушлай инеү мөмкинлеген биргән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Музейға түләүһеҙ инеү өсөн Рәсәй Журналистар союзына инергә, халыҡ-ара журналист карточкаһын – донъяның 186 илендә ғәмәлдә булған журналист таныҡлығын алыу шарт.

“Алда мөһим бурыстар тора”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:36 Бүлешергә:
Башҡортостан парламентының яңы һайланған депутаттар корпусы алдында бик мөһим бурыстар тора, тигән фекерҙә иҡтисад фәндәре, эшлекле администрациялау докторы, “Берҙәм Рәсәй” партияһынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булған Рөстәм Ахунов. Уның әйтеүенсә, был бурыстар иң элек 12 федераль проекттың төбәк йүнәлештәрен уңышлы тормошҡа ашырыу менән бәйле.

Депутаттар таныҡлыҡ алды

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:35 Бүлешергә:
Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында республиканың яңы һайланған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы үтте. Халыҡ вәкилдәренә документты Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев таратты.

Ғорурлығым – Рәсәй!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:34 Бүлешергә:
“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы “Ғорурлығым – Рәсәй!” милли йәштәр ватансылыҡ конкурсын үткәреү тураһында белдерә.

Күршеләр тифлотурнеһы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:33 Бүлешергә:
Өфөлә “Башҡортостан һәм Татарстан махсус форматтарҙа” төбәк-ара тифлотурнеһы үтте. Сарала Башҡортостан республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы менән Татарстан республика һуҡырҙар һәм насар күргәндәр өсөн махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

III Евразия халыҡ- ара гуманитар форумы асылды

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 06:46 Бүлешергә:
Бөгөн Өфөлә ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комитеты эгидаһы аҫтында мәҙәниәт һәм халыҡ ижады мәсьәләләре буйынса III Евразия халыҡ- ара гуманитар форумы асылды. Ул 48- се Бөтә донъя фольклор фестивалдәрен ойоштороу һәм традицион сәнғәт халыҡ - ара советы ( СИОФФ) конгресы сиктәрендә үтә. Мәртәбәле сарала 60 илдән вәкилдәр, ғалимдар, белгестәр, эксперттар ҡатнаша. Конференцияла ЮНЕСКО - ның һәм СИОФФ - тың мәҙәниәт һәм халыҡ ижады өлкәһендә алып барылған эштәрен бойомға ашырыу, Рәсәй һәм сит илдәр тәжрибәһен өйрәнеү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Евразия гуманитар форумының резолюцияһы - Өфө халыҡ - ара декларацияһы ҡабул ителәсәк.

Йырым булып ҡал... (Хикәйә)

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:00 Бүлешергә:
Йырым булып ҡал... (Хикәйә)
– Балаҡайым, бар, балам, һыу буйына барып ултыр.Ҡайғыңды һыуға һөйлә, һағышыңды йылға ағыҙып алып китһен! – тип өндәште әсәһе Зәлифә Миләүшәгә, балаҡайының һурылып, ябығып, ҡарайып киткән йөҙөнә йөрәге өҙөлөп ҡарап.
Инде бер айҙан ашыу йылмайыуҙы онотҡан ҡыҙының хәле әсәнең бәғерен өҙә: ашау хаҡында, көсләп табынға ултыртмаһаң, иҫенә лә төшмәй, ултырған саҡта ла себеш кеүек, әсәһенең күңелен уйлап ҡына, бер-ике йотом сәй эсеп, берәр ҡабым икмәкте теләр-теләмәҫ кенә йотоп ҡуя. Эргәһендә йүгерешеп уйнаған ҡусты-һеңлеләренең дә тауышын ишетмәй, ауыр уйҙарға батып, үҙ эсенә бикләнеп тик йөрөй. Әсәһе аптырағас, бер аҙ асылып китмәҫме, тип, эш ҡушып ҡарай. Ҡыҙый бөтә эште лә еренә еткереп башҡарып ҡуя ла, тағы илаулап, кеше күҙенән ҡасып, йә баҡсаға инеп китә, йә бер нөктәгә текәлеп, үҙ ҡайғыһына бата. Әсәй кеше ике ут араһында яна: бер яҡтан ҡыҙы йәл, икенсе яҡтан атаһы, Миләүшәнең торошона йәне көйөп, әрләп ташламаһын, тип өҙгөләнә.

Милена ВАХИТОВА

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:00 Бүлешергә:
Милена ВАХИТОВА
19 йәш. Нефтекама ҡалаһында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала. Музыка мәктәбенең фортепиано класын тамамлаған, бик күп конкурс лауреаты. Халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнә, һүрәт төшөрөү менән мауыға, волейбол уйнарға ярата. Буш ваҡытында китап уҡый. “Мисс Башҡортостан” моделдәр агентлығында матурлыҡ серҙәренә өйрәнә.

Дата: 21.09.2018

Рөстәм Хәмитов Мостай Кәримдең ҡәберенә сәскәләр һалды

21 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтер көнөндә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уның ҡәберенә сәскәләр һалды.

Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:42 Бүлешергә:
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми делегация Японияның Рәсәйҙәге илселегендә республиканың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы.

Сарала төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, эшлекле даирәләре вәкилдәре ҡатнашты. Япония яғынан иһә илселектең дипломатик миссияһы башлығы урынбаҫары һәм министр Тосихиро Айки, илселектең иҡтисад бүлеге министры Цутому Коидзуми, Бизнес клубы генераль секретары Окада Кунио, шулай уҡ төрлө эшмәкәрлек өлкәһендәге 30 компания вәкиле килгәйне.

Нуғай үҫеш юлында

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:40 Бүлешергә:
Өфөнөң Октябрь районындағы Нуғай ауылында 5-се балалар поликлиникаһының стандарт булмаған тәүге ярҙам пункты – модуль балалар поликлиникаһы төҙөләсәк.

«САМРАУ» ТАЛАНТТАР КӨТӘ!

Favicon for Башҡорт драма театры Башҡорт драма театры 12:38 Бүлешергә:

Ҡәҙерле дуҫтар һәм атай-әсәйҙәр! М.Ғафури исем. Башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһендә, уңышлы эшләп килгән балалар театр студияһы 1-се октябрҙән үҙ эшен башлай! Әгәр ҙә һеҙ ҡыйыу, ирекле, аралашыусан булырға теләһәгеҙ, беҙгә килегеҙ! 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы саҡырабыҙ.
Быйылғы йылда «САМРАУ» үҙенең 7-се миҙгелен аса.

Бәйләнештә селтәрендә беҙҙең «Самрау» төркөмө https://vk.com/club61312969
ШЫЛТЫРАТЫҒЫҘ! (8-927-325-77-85).
КИЛЕГЕҘ! Зәки Вәлиди урамы, 34.
ДӘРЕСТӘР 1-СЕ ОКТЯБРҘӘН БАШЛАНАСАҠ.

РУХИ ҠИММӘТЕБЕҘ УЛ

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 12:37 Бүлешергә:
Бөгөн кеше бөтөн оператив мәғлүмәтте тиерлек интернет һәм телевидениенан ала. Үкенескә, һуңғы осор ваҡытлы матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеүселәр кәмене, ләкин был бер ҙә генә гәзит-журналдарҙың тормошобоҙҙағы әһәмиәтен кәметә алманы. Гәзиттәр: үҙәк баҫмамы ул, урындағы матбуғат булһынмы - нисек сығып килгән, шулай сығыуын дауам итә: ил, төбәк етәкселеге сәйәсәтен халыҡҡа еткереү бурысын үтәй, яңылыҡтар менән таныштыра, тормошобоҙҙағы теге йә был күренештәрҙе анализлай, аңлатма бирә, үҙ мөнәсәбәтен белдерә, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын барлай...

Республика көнөн байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйылды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 12:30 Бүлешергә:

Рөстәм Хәмитов Республика көнөн байрам итеү хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүгә 28 йыл тула. Байрамды үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылды. Республика көнөнә ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә тантаналы ултырыштар, мәҙәни-күңел асыу саралары, спорт ярыштары, йәрминкәләр уҙғарыла. Республика Хөкүмәтендә саралар планын раҫлау һәм ойоштороуға арналған ултырыш булды.

Өфөлә Евразия гуманитар форумы башлана

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 12:28 Бүлешергә:

ЮНЕСКО ҡарамағындағы абруйлы сара өсөнсөгә үткәрелә, быйыл мәҙәниәт һәм халыҡ ижадын үҫтереү мәсьәләләре ҡарала. Тәүге конференция баш ҡалала 2016 йылда уҙҙы, унда мәҙәни-ара диалог һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү темаһы күтәрелде. Былтырғы форумда иһә һөнәри белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.

Нефтекамала - һөнәрҙәр фестивале үтә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 12:27 Бүлешергә:

Унда төбәктең иң ҙур сәнәғәт ойошмалары ҡатнаша. Егеттәр һәм ҡыҙҙарға һөнәр һайлау буйынса тест үтергә була, төрлө семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелә. Предприятие-ойошмалар йәш белгестәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үткәрә. Фестиваль эшсе һөнәрҙәр абруйын күтәреү һәм кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү маҡсатынан ойошторола.

Мәләүез районында археология ҡомартҡыһы табылды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 12:25 Бүлешергә:

Ғалимдар Нөгөш һыуһаҡлағысында 14-16 мең йыл элек йәшәгән ат һөйәгенә юлыҡҡан. Археолог Лилиә Сотлангәрәева әйтеүенсә, был мәғлүмәт нигеҙендә боронғо кешеләрҙең Уралға килеүен, ҡасандан башлап йәшәүен асыҡларға мөмкин. Мәләүез районы Иманай мәмерйәһендә бер нисә йыл элек боронғо арыҫлан һәм айыу һөлдәләре табылғайны. Ғалимдар әйтеүенсә, бындай табыш Урал тәбиғәте өсөн һирәк күренеш.

Башҡортостанда «Өлгө ал» конкурсының икенсе этабына 30 ғаилә һайланды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 12:22 Бүлешергә:

Башҡортостанда төбәктең социаль яҡтан әүҙем ғаиләләре араһында барған «Өлгө ал» конкурсының икенсе этабына 30 ҡатнашыусы үтте. Республикала йәшәүселәр аҙна дауамында Башҡортостан юлдаш телеканалы сайтында иң яҡшылар тигән исемгә лайыҡ ғаиләләрҙең ғаризаларын һайланы. Конкурсҡа бөтәһе 107 ғариза килгән. Ойоштороусылар мәғлүмәттәре буйынса, алдағы ике аҙнала конкурс комиссияһы һайлап алынған ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәренең дөрөҫлөгөн тикшерә. 5 октябрҙә төп бүләк – автомобиль өсөн көс һынашырға тейешле ғаиләләрҙең исемлеге билдәле була.

читать далее

Башҡортостанда күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырыла

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 12:20 Бүлешергә:

2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамдың күләме 17 241 һум тәшкил итә.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тейешле указы 21 сентябрҙә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Әле күп балалы әсәләргә ошондай түләү күләме 16 950 һум тәшкил итә.

читать далее

Башҡорт китаптары - Силәбе өлкәһенә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 12:14 Бүлешергә:

З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбе өлкәһендә үҙенең продукцияһының күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштора. Акция Ғаилә йылына һәм яҡынлашып килгән Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнала. Сара башҡорттар күпләп йәшәгән урындарҙа: 26 һәм 27 сентябрҙә — Арғаяш районының Мәҙәниәт йортонда, 29 сентябрҙә Ҡоншаҡ районының Үҙәк баҙарында уҙғарыла.
Акцияның программаһын Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистарының сығышы биҙәй. Сара барышында Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге әҙәби премия лауреттарын бүләкләү ҡаралған.

читать далее

Башҡортостанда кейеҙ оҫталары башҡорт тирмәһенә ҡурай өлгөләре менән байрамса биҙәү проектын эшләне

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 12:09 Бүлешергә:

Башҡортостанда кейеҙ оҫталары башҡорт тирмәһенә ҡурай темаһына ете паннонан торған (170-кә 140 см ҙурлыҡта) эске байрамса биҙәүес проектын эшләне. Проектты Бөрйән районында 2018 йылдың июнендә үткән «Тамға» художество кейеҙ оҫталары симпозиумында ҡатнашыусылар тормошҡа ашырҙы. «Урал» галереяһында проект сиктәрендә эшләнгән эштәр күргәҙмәһе асылды. Панно халыҡ көйҙәре, эпостар башҡырыласаҡ, сәсәндәр ярышасаҡ, ҡурай һәм ҡумыҙ яңғыраясаҡ тирмәне биҙәр тип күҙаллана.

читать далее

CIOFF президенты Филипп Боссан менән эшлекле осрашыу

21 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы (CIOFF) президенты Филипп Боссан менән осрашты. 

Иғтибар итегеҙ!

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 11:45 Бүлешергә:

22 СЕНТЯБРЬ, ШӘМБЕ

07.15, 15.15, 19.15 «Был көн».
9.15, 18.15 Мәҙәни аҙна.
10.15 «Ижади портрет». Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актеры Рафиҡ Хәсәнов.
11.15, 20.15 «Илһам». Риф Мифтахов, 2006 йылғы яҙма.
12.15, 16.15 «Ашҡаҙар»ҙа-премьера.
13.15 Концерт. Илүсә Кашапова йырлай.
14.05 Радиоспектакль. Ибраһим Абдуллин «Тиле йәшлек». М.Ғафури ис.БДАДТ артистары уйнай. 1982 йыл. 1 бүлек.
16.45, 23.15 «Башҡортостан райондары» Стәрлетамаҡ районы.
17.15 «Көлкөхана». Фират Хажиев «Шаяртыу». Ә.Яҡупов уҡый.

23 СЕНТЯБРЬ, ЙӘКШӘМБЕ

07.15, 15.15, 19.15 «Был көн».

читать далее

Эмуға әрем килешкән

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:58 Бүлешергә:
Күгәрсен районының Ишберҙе ауылында йәшәүсе Людмила менән Павел Верясовтарҙың ялан кәртәһендә ҡәҙимге һыйыр, һарыҡ эргәһендә, баштарын юғары күтәреп, эмулар сабыша.

"Бөгөндән үк әҙерһегеҙ"

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 07:45 Бүлешергә:
"Бөгөндән үк әҙерһегеҙ"
Республикабыҙ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә. 2020 йылда Башҡортостан ике аҙнаға үҙенсәлекле театрлаштырылған майҙансыҡҡа әйләнәсәк. Республика халҡына һәм ҡунаҡтарына үҙҙәренең мәҙәниәтен - милли көйҙәрен, бейеүҙәрен, халыҡ кәсептәрен, аш-һыуын, сәхнә сәнғәтен бөтә матурлығында күрһәтеү өсөн планетабыҙҙың төрлө мөйөштәренән 3 меңгә яҡын артист бер майҙанда йыйыласаҡ. Был турала 2015 йылда 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының генераль ассамблеяһында 2020 йылда Фольклориаданың Башҡортостанда уҙасағы тураһында иғлан ителгәйне.
60-тан ашыу ил ҡатнашҡан ҙур фольклор фестивале 4 йылға бер тапҡыр үткәрелә. Тәүге Фольклориада 1996 йылда Голландияла, икенсеһе Японияла уҙғарылды. Венгрия өсөнсө Фольклориаданы үткәреү урыны булды. 2012 йылда Көньяҡ Кореяла дүртенсе Бөтә донъя фольклориадаһы уҙҙы. 2016 йылда фестиваль Мексикала гөрләне. Бөтә донъя фольклориадаһы Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының рәсми саралар өлөшө булып тора. CIOFF ойошмаһы 1970 йылдан эшләй, 2012 йылдан алып ЮНЕСКО-ның рәсми партнеры булып тора. Уның төп маҡсаты - мәҙәниәтте һәм фольклорҙы һаҡлау, күтәреү. Күп йылдар дауамында CIOFF-тың Рәсәйҙәге милли секцияһын Рәсәйҙең халыҡ ижады дәүләт йорто күрһәтә. Донъя халыҡтары менән таныштырған этнофестиваль майҙансығы республикабыҙҙың 9 төбәгендә асыласаҡ һәм уларҙың һәр береһендә 350-ләп кеше сығыш яһаясаҡ. Байрам 10 көн дауамында барасаҡ, әйткәндәй, сара республикала һабантуйҙар осорона тап килтереп үткәрелә. Унда донъя халыҡтарының көйҙәре, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәренең вернисажы күрһәтеләсәк, тағы ла милли ашамлыҡтар тәҡдим ителеүе күҙаллана. Фестивалгә килеүселәр сағыу тамашаны ситтән генә күҙәтеп ҡалмаясаҡ, шулай уҡ улар халыҡ ҡоралдарында уйнау серҙәренә төшөнә аласаҡ, милли аш-һыуҙан ауыҙ итәсәк, төрлө милләттең сәнғәтен өйрәнеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Буҙа ғүмерҙе һуҙа

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 07:44 Бүлешергә:
Буҙа ғүмерҙе һуҙа
Һуңғы йылдарҙа быуаттар дауамында барлыҡҡа килгән ижад емештәре - милли кейемдәргә, биҙәүестәргә һәм халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәре, аш-һыуына иғтибар бермә-бер артты. Милли кәсептәрҙе бигерәк тә йәштәребеҙҙең үҙ итеп, халыҡҡа сығарыуы ҡыуаныслы. Рухлы, дәртле йәштәребеҙ милли мираҫты тергеҙеп кенә ҡалмай, күңелдәренә ятҡан шөғөлдәрен тормошҡа ашыра, башҡарған эштәренән кинәнес ала. Быйыл ошондай йәштәрҙән торған бер төркөм Айгөл Иҙелбаева етәкселеге аҫтында “Тирмәләр ҡаласығы” тигән проект эшләне. Баш ҡалабыҙҙың Яҡутов исемендәге ял паркында урынлашҡан ете тирмәнән торған ҡаласыҡ йәй буйына йыр-бейеүҙән, уйын-көлкөнән тынманы. Бында буҙа, ҡымыҙ, милли уйын ҡоралдары, биҙәктәр файҙаланып эшләнелгән, тегелгән кейем өлгөләре, милли биҙәүестәр, сувенирҙар һатыуға ҡуйылды. Буҙа менән һатыу иткән Илдус Йомағужин тирмәһе янынан паркта ял итеүселәр, оҡшаған эсемлектәрен бер тәмләп ҡарағандан һуң махсус һатып алырға килеүселәр өҙөлмәне. Йәштәрҙе баш ҡалабыҙ ғына түгел, районҡала халҡы Башҡортостан юлдаш телеканалының “Бәхетнамә”, Юлдаш радиоһы тулҡындарында алып барылған тапшырыуҙар аша яҡшы белә. Халҡыбыҙҙың яратҡан эсемлеген үҙ рецебында ғына тәҡдим иткән яҡташыбыҙ, Инйәр егете Илдус Йомағужин менән танышыу теләге беҙҙә лә уянды. Бар ергә лә өлгөрәйем, шифалы эсемлегем халыҡ араһында киң танылыу яулаһын тип янып йөрөгән егет менән телефон аша әңгәмәләштек.

Етмеш бер төрлө һөнәр эйәһе

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 07:42 Бүлешергә:
Етмеш бер төрлө һөнәр эйәһе
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил ҒӘЙЗУЛЛИН милли сәнғәтебеҙгә һәләтле ҡурайсы, күп ҡырлы музыкант булып килеп инде. Артабан ул республикабыҙҙың берҙән-бер Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрына нигеҙ һалыусы булараҡ танылды. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн күп диплом-грамоталар менән бүләкләнә. Бөгөн Рәмил Мәүлит улының «Урал ауазы» халыҡара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре конкурс-фестивале» ижади проекты Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына дәғүә итә.

Бала саҡтан башланған ижади һуҡмаҡ

Уны Хоҙай юҡҡа ғына хозур тәбиғәтле, Инйәр буйында урынлашҡан, тауҙар уратып алған йәмле Татлы ауылында донъяға килтермәгәндер. Бәлки, тап шул матурлыҡ һәм серлелек Рәмил Ғәйзуллиндың талантлы, данлыҡлы ҡурайсы кимәленә күтәрелеүенә сәбәпсе булғандыр…
Бесән сабыу мәле. Рәмил был күп көс талап иткән һөнәрҙе беренсе класта уҡ үҙләштерә. Бесән саба беләһең икән, тимәк, һин ысын ир-егет. Бер мәл иртән тороуға Рәмилдең үлтереп теше һыҙлай. Әсәһенең дауаханаға алып барыр әмәле юҡ. Сөнки бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәрен үҙҙәре генә тарта. Атайҙары утыҙ бер генә йәшендә, алты баланы ҡатынының иңенә ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа китә. Иң кескәйҙәре Рәмилгә ни бары бер генә йәш була.

Күңелле һәм файҙалы йәй

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 07:41 Бүлешергә:
Күңелле һәм файҙалы йәй
Йәй айҙары китапханала балалар, ата-әсәләр өсөн күңелле һәм файҙалы үтте. Был осорҙа 18 сара үткәрелде, тиҫтәнән күберәк китап, журнал күргәҙмәләре ойошторолдо, башҡорт һәм рус яҙыусыларының 100 дана самаһы яңы китабы менән таныштырҙыҡ. "Ҡояшлы китапхана" тип аталған уҡыу залында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы эргәһендә ойошторолған йәйге һауыҡтырыу майҙансыҡтарына йөрөгән балалар, 25-се, 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәре, Мораҡ биҫтәһендә йәшәүсе балалар, ата-әсәләр һәр сарала әүҙем ҡатнашты.
Балаларға шағирә Тамара Искәндәриә тураһында әҙәбишиғри сәғәт үткәрелде. Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһына экскурсияға килделәр, унда Белорет ҡалаһының тыуған көнөнә арналған "Белореттың иҫтәлекле урындары" тигән виртуаль сәйәхәт сәғәте ойошторҙоҡ. 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре иң әүҙем китап һөйөүселәребеҙ булды. "Рәсәйемдең күп төрлө символдары бар" интеллектуаль уйын, слайд-әңгәмә, "Халыҡ әкиәттәрен уҡыйбыҙ" атамалы ҡысҡырып уҡыу сәғәттәре, уҡылған буйынса әңгәмәләр, "Беҙҙең урмандағы энәле дуҫтарыбыҙ" әҙәби-экологик сәғәте, "Хайуандар донъяһында", "Үҫемлектәр донъяһында" тигән телмәр үҫтереү дәрестәре, 22 июнь көнөнә арналған "Беҙ һеҙҙе хәтерләйбеҙ һәм иҫтә тотабыҙ" иҫкә алыу минуты, "Мәктәпкә әҙерләнәбеҙ" циклы буйынса "Ғаилә менән уҡыйбыҙ", "Беҙ йәшәгән планета" слайд-әңгәмәләр, уйындар, "Әкиәт исемдәрен әйт" уйын-йомаҡ, "Беҙҙең урмандағы дуҫтарыбыҙ" урман буйлап "виртуаль сәйәхәт", "Ишегеңде киңерәк ас, әкиәтте ҡунаҡҡа саҡыр" тигән әҙәби викторина, Сергей Аксаковтың, Корней Чуковскийҙың ижадына арналған саралар балаларҙы үҙенә тартты, һәр бала уйындарҙа ҡатнашырға ынтылып торҙо.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:06 Бүлешергә:
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте китап-күргәҙмә сауҙаһын республикабыҙҙа ғына түгел, ә сит өлкәләргә барып ойоштороуҙы ла күптән инде юлға һалып, матур традицияға әйләндерҙе. Республикабыҙҙа йә иһә республикабыҙҙан тыш күрше төбәктәрҙә ниндәй генә тантаналы саралар уҙмаһын, «Китап» нәшриәте уларҙың һәр береһендә ҡатнашып, тантанаға йәм өҫтәп, халыҡ менән бергә булырға, милләттәштәребеҙҙе үҙ туған теле - башҡорт телендә сыҡҡан яңы китаптары менән һөйөндөрөргә тырыша.

Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:04 Бүлешергә:
Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама комиссияһы бер тауыштан финалда Паганиниҙың беренсе концертын виртуоз башҡарған испанка Мария Дуэньясты еңеүсе тип билдәләне.

Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:27 Бүлешергә:
“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк”

Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр. Был күркәм төшөнсә күп яҡлы. Әҙәм балаһының күңеленән башлап эргә-тирәһендәге мөхиткә ҡәҙәр матур, пак, саф икән, уның тормошо ла ҡотло була. Ошондай гүзәл өлгө күрһәтеп йәшәгәндәр күп арабыҙҙа. Мәҫәлән, Әбйәлилдән Илсиә Атауллина.

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:21 Бүлешергә:
Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана.

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:16 Бүлешергә:
Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар, баҫалҡылар, хислеләр... Тормошта холоҡ-фиғелдең өлөшө ифрат ҙур.

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:12 Бүлешергә:
Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле киләһе йылға матбуғат баҫмаларына яҙылыу бара. Белемебеҙҙе арттырыу сараһынан мәхрүм ҡалмаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.

Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын ғилем өйрәнеү, уны таратыу, киләһе быуындарға еткереү өсөн яралтҡан. “Һәр нәмә биреү менән кәмей, ә белем уртаҡлашҡан һайын арта ғына бара, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. — Мосолман ғилемле, аҡыллы, зирәк булырға тейеш”. Ошо бурысты атҡарғанда, әлбиттә ки, республикабыҙ мосолмандары милли баҫмаларға өҫтөнлөк бирергә, уларҙың яҙмышына битараф ҡалмайынса, үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә тейеш.

Тәмле лә, файҙалы ла

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:09 Бүлешергә:
Исламда тәбиғи ризыҡ менән туҡланыуға ҙур урын бирелгән. Ә быйылғы йәй йәшелсә-емеш үҫтереү өсөн бик ҡулайлы булды. Һөҙөмтәлә көҙөбөҙ мул уңыш менән һөйөндөрә. Йәшелсә араһында сөгөлдөр лайыҡлы урын биләй.

Ир баһаһы – хеҙмәттә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:07 Бүлешергә:
Ихтирам-хөрмәттең нигеҙе ниҙә?

“Ауылда эш булмағанлыҡтан, ирем өйҙә ултырырға мәжбүр”. Ошондай һүҙҙәрҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта ишетергә тура килә. Өйҙә ултырырға тейешме һау-сәләмәт ир кеше?

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:56 Бүлешергә:
Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән Твардовский әҫәрҙәре геройҙары ғына түгел улар, ябай халыҡ араһынан сыҡҡан, дошман, ауырлыҡтар алдында һис ҡаушап ҡалмаған һалдат образдары. Ә тыл батырҙары – халыҡ тыуҙырған, йәшәткән ауыҙ-тел ижады, атап әйткәндә, лаҡаптар күпме! Ниндәй генә ауыр замандарҙа ла көлкөлө, ғибрәтле, фәһемле хәлдәр аша халҡыбыҙ ошо ауырлыҡтарҙы еңә алған, сөнки Үлмәҫбайҙар беҙҙең арала йәшәгән, йәшәйәсәк. Һүнмәҫ рух, күтәренке күңел, бер-береһенә шаярып дуҫтарса төрттөрөү, көлөү йәшәткән, шулар аша кешеләр ауырлыҡтарҙы еңә алған.

Зөләйханың өс ғүмере

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:48 Бүлешергә:
Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул?

Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы Түләктә таныштыҡ беҙ. Берәү: “Түләк – ул фәлән-фәлән райондағы ябай башҡорт ауылы”, – тип әйтер. Икенсеһе: “Ябай түгел ул, һикһәнләп кенә йорттан торған ауылдан әллә ни саҡлы күренекле кешеләр сыҡҡан”, – тип ҡаршы төшөр. Хатта һанап та китер: республика кимәлендә танылыу алған етәкселәр, күренекле йырсылар, шағирҙар, ҡурайсылар һәм башҡалар, һәм башҡалар. Эйе, тауҙар араһында ятҡан был гүзәл яҡ – үҙенең бына шундай талантлы шәхестәре менән Башҡортостандың сәнәғәте, мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергән төбәк.

Ашағаның таш булмаһын, аш булһын!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:39 Бүлешергә:
Әлфиә Алтынбаева Магнитогорск ҡалаһында тыуған, әммә бала сағы, мәктәп йылдары Баймаҡ районында үтә. Таһир ауылы мәктәбен гел “бишле”гә тамамлап, Сибай медицина колледжына уҡырға инә.

Яман ауырыу урап үтһен

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:34 Бүлешергә:
23 сентябрҙә Бөтә донъя түш биҙҙәре яман шешенә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә.

Түш биҙҙәренең яман шеше – ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң киң таралған онкологик сир. Республика клиник онкология диспансерының түш биҙҙәре шештәре бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Марат Ғәлиәкбәр улы Ғәлиев менән әңгәмәбеҙ заман афәтенә әйләнә барған ошо ауырыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлыраҡ булыу зарурлығы, сирҙе аҙҙырмау мөмкинлектәре тураһында.

Беҙҙе онотмағандар әле!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:27 Бүлешергә:
Ҡырғыҙҙар һәр фекер алышыуҙа башҡорттарҙың аҡылына таянды.

Донъяның 74 иленән 1900 спортсы ҡатнашты был сарала. Рәсәй йыйылма командаһы составында булған башҡорттарға иғтибар итмәгән кеше ҡалмағандыр. Ҡырғыҙстандағы Бөтә донъя күсмәндәр уйындары хаҡында һүҙем. 36 кешенән торған республикабыҙ командаһының һәр вәкиленә күҙ һалығыҙ әле. Юлай Ғәлиуллин, Артур Батыршин, Артур Зөлҡәрнәев, Рәйес Низаметдинов, Гөлгөнә Баймырҙина... Хәйер, кемеһенең йөҙөнә баҡһаң да, милләтебеҙҙең шундай һоҡланғыс, нурлы, матур булыуына таң ҡалырһың! Әйтерһең, уларҙың һәр береһе үҙебеҙҙә күркәм сырай буйынса ла конкурста еңеп сыҡҡан. Гөлгөнәнең инде ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы ҡыҙы булыуы әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора: оҙон һомғол буй, ҙур күҙҙәр, сейәләй бешкән ирендәр.

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:17 Бүлешергә:
Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә республикаға яҡшы таныш һабаҡташым менән хаҡлы ғорурланам. Халҡыбыҙ, туған телебеҙ мәнфәғәтендә ул башҡарған изге эштәрҙе һанап сығыу мөмкин түгел.

Балалар шағиры булараҡ, ул кескәйҙәргә башҡорт теленең матурлығын шиғри юлдар аша еткерһә, журналист-публицист булараҡ иһә туған телебеҙ яҙмышы тураһында уҡыусыларҙы тәрән уйланырға мәжбүр итә.

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:15 Бүлешергә:
Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы буйынса әүҙем, уңышлы эшләгән автор. Был темаға арналған бер нисә китабы сыҡты, гәзит-журналдарҙа ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмалары даими баҫыла.

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:13 Бүлешергә:
Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар.

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин милли сәнғәтебеҙгә һәләтле ҡурайсы, күп ҡырлы музыкант булып килеп инде. Артабан ул республикабыҙҙың берҙән-бер Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрына нигеҙ һалыусы булараҡ танылды. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн күп диплом-грамоталар менән бүләкләнде. Әле Рәмил Мәүлит улының “Урал ауазы” халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре конкурс-фес­тивале” ижади проекты Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итә.

“Ҡыҙыл зона”нан сыға алырбыҙмы?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:00 Бүлешергә:
Ата-әсәнең сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән күп нәмә тора.

Демография мәсьәләһе – беҙҙең ил өсөн үтә етди, бәхәс тыуҙыра, борсолдора торған проблема. Үткән быуаттың 30-сы йылдарынан башлап Рәсәй халҡының һаны ҡыҫҡарыуға йүнәлеш алды. Халыҡтың тәбиғи кәмеүе төрлө ҡатмарлыҡ тыуҙыра, пенсия системаһына ауырлыҡ төшә, һаулыҡ һаҡлауҙа, хеҙмәт баҙарында ҡыйынлыҡтар арта, ҡулланыусылар баҙары ҡыҫҡара һ.б.

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:53 Бүлешергә:

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә

Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә, йыр-моңға ла һәләтле, һәр ир-уҙаманы гармунда уйнай, ихата һайын тиерлек йылҡы малы тоталар, үҙидаралыҡ ныҡ үҫешкән тигәнде ишетеп, шул төйәкте мотлаҡ барып күреү теләге тыуҙы. Командировкаға рус гәзитенән коллегам менән бергә юлландыҡ.

Иғтибар итегеҙ!

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 03:50 Бүлешергә:

21 СЕНТЯБРЬ, ЙОМА

07.15, 12.15, 16.15 «Был көн».
09.15, 18.15 «Фатиха»-дини тапшырыу.
11.15, 20.15 «Сәсмәүер». Ризуан Хажиев «Бейек Татр бөркөтө». И.Ғүмәров уҡый, 2014 йылғы яҙма. 3-сө тапшырыу.
12.15, 22.15 «Беҙҙең донья». Татыу ғайлә -ил күрке. Римма һәм Шайморат Тимербулатовтар.
13.15 Концерт. Кәтибә Кинйәбулатова шиғырҙарына йырҙар.
14.15 Радио фондынан. Ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында «Тәүәрих» тапшырыуы. Авторы Р. Рыҫҡужина, 2001йыл. 2-се тапшырыу.
16.45, 23.15 «Башҡортостан райондары» Салауат районы.

читать далее

“Был көндө күптән көттөк”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:36 Бүлешергә:

Тау-урмандар ҡосағындағы Белорет тәбиғәте менән генә түгел, данлы шәхестәре менән дә үҙенсәлекле ҡала. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, өс тапҡыр Чикаго марафоны еңеүсеһе Лилиә Шобухова, “Азия - Европа” Бөтә Рәсәй йүгереүселәр еңеүселәре, спорт мастеры Олег Марусин һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры Галина Богомолова үҙҙәре генә ни тора! Барыһының да ҙур спортҡа тәүге һуҡмаҡтары ҡаланың “Металлург” стадионынан башланған.

Үкенескә ҡаршы, бығаса спорт комплексына тейешле иғтибар булмай. Мәҫәлән, 1989 йылда төҙөлгән “Дельфин” бассейны ошоғаса капиталь ремонт күрмәгән. Шуға ла комплекстың “Башҡорт­остандың 100 йыллығына – 100 объект” исемлегенә индерелеп, бөгөн бындағы төҙөкләндереү, яңыртыу эштәренең барышын ҡала халҡы шатланып күҙәтә.

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:32 Бүлешергә:
Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара

Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары Халыҡ-ара советтың 48-се Бөтә донъя конгресын һәм Генераль Ассамблеяһын (CIOFF) асыу тантанаһы үтте.

Уңыш башы – ышаныс

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 03:28 Бүлешергә:
Эшлекле даирәләр донъя иҡтисадының нигеҙен билдәләй

18-19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы уҙғарыла. Ошо айҡанлы, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә, ТАСС мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Унда шулай уҡ Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе Сергей Катырин ҡатнашты.

Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Тормош – ҡуласа,  әйләндереп бер баҫаТормош – ҡуласа,  әйләндереп бер баҫа
Һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте, әммә бөтә әҙәм өсөн уртаҡ, һәр кемдең ғүмерлек таянысы булған, бөтә хәүеф-хәтәрҙәрҙән ҡурсалай торған тағы бер хәҡиҡәт бар. Уның исеме – мөхәббәт. Ә уның һиңә ҡасан килерен Алла ғына беләлер...
Донъя – ҡуласа, тиҙәр. Танышым менән булған фәһемле хәл тураһында яҙмаҡсымын. Ул үҙенең тормошо хаҡында миңә бәйән иткәйне.
– Өс йыл элек «Бәйләнештә» селтәрендә теркәлеп, таныш-белештәр менән аралаша башланым. Яңы дуҫтар ҙа барлыҡҡа килде. Ирем дә унда ултыра. Үҙем уҡытыусы булып эшләйем, иптәшем вахта ысулы менән Себер юлдарын тапай. Ғаиләбеҙ башҡаларҙыҡынан бер нәмәһе менән айырылмай кеүек. Ҡыҙым мәктәптә уҡып йөрөй, улым – балалар баҡсаһында. Ирем вахтаға киткәндә «Бәйләнештә» селтәрендә үҙенең битенә «мин эштә» тип яҙып ҡуя, ҡайтып етһә, «өйҙә» тип үҙгәртә. Башта быға әллә ни иҫем дә китмәй торғайны. Дуҫтарын да, кем менән аралашыуын да һорашҡаным булманы.

2019 йылда ил халҡы нисек ял итә?

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:30 Бүлешергә:
2019 йылда ил халҡы нисек ял итә?
РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы киләһе йылға байрам һәм ял көндәрен раҫланы:

-Яңы йыл байрамдары – 2018 йылдың 30 декабре – 2019 йылдың 8 ғинуары;
-Ватанды һаҡлаусылар көнө - 23-24 февраль;
-Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө - 8-10 март:
-Май байрамдары - 1-5 һәм 9-12 май:
-Рәсәй көнө - 12 июнь:
-Халыҡтар берҙәмлеге көнө – 2-4 ноябрь.

Бынан тыш, Башҡортостанда байрамдар:
-Ураҙа байрамы - 4 июнь,
-Ҡорбан байрамы - 11 август,
-Республика көнө - 11 октябрь.

МУРЗИК ЗАРЫ

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:00 Бүлешергә:
МУРЗИК ЗАРЫ
Оя ҡороп сыҡтым мин ағасҡа,
Йортта йәшәр хәлем ҡалмағас.
Утҡа, һыуға, газға түләрлек тә
Кеҫәләрҙә аҡсам булмағас.

Ҡайҙан булһын инде ундай аҡса,
Өҙөп-йолҡоп тамаҡ ялғайым.
Ҡарға ояһындай үҙ оям бар,
Мәгәр бомж булып ҡалмайым.

Дата: 20.09.2018

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

20 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. 

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:50 Бүлешергә:
Яҡын арала пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү көтөлә. 24 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡараясаҡ.

Башҡортостан донъяла нығыраҡ таныласаҡ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:04 Бүлешергә:
«Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһы ошо көндәрҙә Өфөлә барған 48-се Бөтә донъя СИОФФ конгресына һәм 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек мәсьәләләренә арналды.

ХЫЯЛЛАНЫҒЫҘ БАРЫҺЫ ЛА ХЫЯЛДАН БАШЛАНА

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 10:26 Бүлешергә:
Кешенең иң матур сифаттарының береһе - хыяллана белеү. Тап хыялдар күңелдә ут тоҡандыра, арыу белмәйенсә тәүлегенә 20 сәғәт эшләргә көс бирә. Ҡыҫҡаһы, хыялдары булған кеше генә мөғжизә тыуҙырыу һәләтенә эйә. "Zainetdin" проекты авторы, мультиинстументалист, республика, Бөтөн Рәсәй һәм халыҡ-ара бәйгеләр лауреаты Заһир Зәйнетдинов та, барыһы ла хыялдан башлана, тип раҫлай. Йәш музыкант менән әңгәмәбеҙ ҙә уның ижад юлы, үҙенсәлекле проекты һәм, әлбиттә, хыялдары тураһында.

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:24 Бүлешергә:
Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале уҙа.

Байрас туғандарын ҡыуандырҙы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:23 Бүлешергә:
Кисә Йәштәр хоккей лигаһында бығаса еңелеү белмәгән Өфөнөң “Толпар”ы үҙ боҙонда отолдо. Ҡунаҡҡа Магнитогорскиҙың “Ҡорос төлкөләр” командаһы килгәйне.

Аҡса эшләйем, тип...

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 09:40 Бүлешергә:
йәки мин нисек эш эҙләнем?

Төп эшем бик оҡшай, коллективыма ла өйрәнеп бөткәнмен. Тик әлеге лә баяғы: “Нисек өҫтәмә килем алырға?” тигән уй тынғы бирмәү сәбәпле, тағы ла йә бер, йә икенсе ойошманың ишеген ҡағып йөрөүем. Оҡшаһа, эшемде лә алмаш­тырырға әҙер инем хатта.
...Был юлы иҫәбем отпуск ваҡытында бәхетте һынап ҡарау ине. Шуға көн дә тиерлек Өфөнөң вакансиялар сайтын асып ҡарайым, тик ҡайһыһына барып төр­төлһәң дә, бер ерҙә лә эш хаҡы минекенән артмай, киреһенсә – күпкә аҙыраҡ. Ете мең, һигеҙ мең һум... Тауыҡ ятып көлөрлөк тә баһа был! Ҡалала шул хеҙмәт хаҡына йәшәп буламы икән ни һуң? Күңел төштө. Йөрөй торғас, тағы ла өҫтәмә эш эҙләргә булдым.

Беҙҙекеләр – халыҡ-ара рейтингта

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:20 Бүлешергә:
Өфө дәүләт авиация техник һәм Өфө дәүләт нефть техник университеттары SCImago Institutions Rankings халыҡ-ара ғилми ойошмалар рейтингынан сираттағы сығарылышына инде.

Көҙ йылыһы менән йәмле

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:17 Бүлешергә:
Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр итеүенсә, йылы көндәр әйләнеп ҡайтыуҙың сәбәбе – юғары баҫым өлкәһенең күсеүендә.

ЗАКОНДА КАНИКУЛДАР БУЛМАЙ ЙӘКИ АШАҒАН БЕЛМӘЙ, ТУРАҒАН БЕЛӘ

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 09:10 Бүлешергә:
Йылға туҡтауһыҙ ағыуын дауам итһә лә, яҙғы ташҡындар булып торһа ла, заманалар үтһә лә, асылда, һыу шул уҡ һыу булып ҡала. Йәғни тормоштоң үҙ ҡанундары. Бары тик үҙебеҙ генә тормошобоҙҙо шул йылғаға яраҡлаштырырға, көнитмешебеҙҙе яҡшыртырға тырышабыҙ, йылға менән мөнәсәбәтебеҙҙе көйләгән ҡағиҙәләр ҡабул итәбеҙ. Ҡағиҙәләр рәсми телдә закон тип атала. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ менән әңгәмәбеҙҙе закондар хаҡында ғына ҡорорға тырышҡайныҡ, тормош хаҡында һөйләшеү килде лә сыҡты. Тимәк, закондарыбыҙ тормошобоҙҙан айырылғыһыҙ.

ТУҒАН ТЕЛ МӘСЬӘЛӘҺЕ ТЕЛДӘН ТӨШӘ ЛӘ ҠАЛА

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 08:44 Бүлешергә:
Яңы уҡыу йылы башланырҙан алда Өфө ҡалаһының мәғариф хеҙмәткәрҙәре август кәңәшмәһенә йыйылды. Уның сиктәрендә "Конгресс-холл" бинаһында көн дауамында күргәҙмәләр, фекер алышыу майҙансыҡтары эшләне. Кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, баш ҡала мәғариф учреждениелары етәкселәре, педагогтар ҡатнашты.

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:40 Бүлешергә:
“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм хәүефһеҙлек буйынса кәңәштәр бирә.

Сифатҡа баһа бирелә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:37 Бүлешергә:
Сифатҡа баһа биреләБашҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, сифат өлкәһендәге премияларға конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Ул республика ойошмаларын, шәхси эшҡыуарҙарҙы Рәсәй Хөкүмәтенең сифат өлкәһендәге премияға конкурсында ҡатнашыуға әҙерләүҙең төбәк этабын тәшкил итә.

УҠЫУҺЫҘ БЕЛЕМ ЮҠ, БЕЛЕМҺЕҘ КӨНӨҢ ЮҠ

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 07:37 Бүлешергә:
Һарысай аңыбыҙҙа моңһоу көҙ башы булып кәүҙәләнһә лә, уның тәүге көнөндә туған мәктәптәребеҙҙә яңғыраған "Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары" йырынан, ҡупшы кейенешеп, гөлләмәләр тотҡан балалар ағымынан, көҙгө иртәнең һалҡынса сафлығынан күтәренке, дәртле аҙымдарға көйләнеп киткәндәй булаһың. Моңһоулыҡ, әйҙә, йоҡомһорай башлаған тәбиғәткә килешһен, ә беҙҙең йәш быуын таң менән бергә уянып, мәктәбенә - белем усағына ашыға. Улар өсөн миҙгелдең иң ҡыҙыуы, яуаплы осоро башлана ғына.

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА УҢЫШТАР, ҠАҘАНЫШТАР ЮЛДАШ БУЛҺЫН!

Favicon for Киске Өфө Киске Өфө 07:33 Бүлешергә:
Башҡортостан Хөкүмәтендә белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙеләр. Хәбәр ителеүенсә, дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың дөйөм һаны 479,8 мең кеше, был 2017 йылға ҡарағанда 12,7 меңгә күберәк. Беренсе класс уҡыусылары иһә 53 мең, уҙған йылға ҡарағанда яҡынса 700 балаға күп. Баш ҡалабыҙ Өфөнөң 128 муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһына быйыл 117 мең уҡыусы белем алырға киләсәк, уларҙың 14 меңе - беренсе синыф балалары.

БАШДРАМ ЯРОСЛАВЛДӘ!

Favicon for Башҡорт драма театры Башҡорт драма театры 07:03 Бүлешергә:

Бөгөн, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ярославль ҡалаһына Волков исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә юлланды.

Ә инде иртәгә, 21 сентябрҙә Волков исемендәге академия драма театры сәхнәһендә «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина рамоны буйынса, Я.Пулинович инсц.) спектаклен күрһәтәсәкбеҙ, режиссеры Айрат Абушахманов.

 

// Башҡорт театры Рәсәйҙең театр сәнғәте үҫешенә өлөш индергәне өсөн Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты булды.

Республикала йортта газ шартлауы арҡаһында ике фатир емерелгән, ҡорбандар бар

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 06:06 Бүлешергә:
Республикала йортта газ шартлауы арҡаһында ике фатир емерелгән, ҡорбандар бар
20 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында бер ҡатлы дүрт фатирлы йортта көнкүреш газы шартлаған.

Фажиғә Төҙөүселәр урамында булған. Янғын һүндереүселәр барып еткәс, ике фатирҙың емерелеүен асыҡлаған. Зыян күргән кешеләр Ҡырмыҫҡалы районы үҙәк дауаханаһына оҙатылған.
Һәләк булған ике кешенең – 87 йәшлек ирҙең һәм 74 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре табылған. Йортта һигеҙ кеше йәшәгән. Янғын булмаған. Әле ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолған. Урында психологтар һәм кинологтар эшләй. Хәл контроль аҫтына алынған. Өйөмдәрҙе таҙартыу буйынса эштәр башҡарыла.

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 32 мең һумдан ашҡан

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 06:00 Бүлешергә:
Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 32 мең һумдан ашҡан
Башҡортостанстат белдереүенсә, йыл башынан алып ете ай дауамында республиканың ойошма-предприятиеларында уртаса эш хаҡы 32 206 һум тәшкил иткән, июлдә ул 32 292 һум булған.
Былтырғы ғинуар-июл айына ҡарағанда быйылғы эш хаҡы 9,7 процентҡа артҡан.

Бөгөн Архангел районында “Халыҡ календары” төбәк-ара рус фольклоры фестивале була

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:36 Бүлешергә:

Фестиваль 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына бәйле күп милләтле республикала рус халҡының традицион мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, Башҡортостан халыҡтары берҙәмлеген нығытыу, фольклор коллективтарының ижади кимәлен күтәреү маҡсатында уҙғарыла.

Бөгөн Өфөлә Фёдор Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара йырсылар бәйгеһе башлана

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:31 Бүлешергә:

Сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙа. Конкурс Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы булышлығында “Өфөлә Шаляпин кисәләре” халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале сиктәрендә ойошторола.

Республиканың Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» башҡорт йыры фестивалендә Гран приға Стәрлебаш районынан Һәүәҫкәр йырсы Зөфәр Атанғолов лайыҡ булды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:28 Бүлешергә:

Стәрлетамаҡ район мәҙәниәт һарайы ойошторған фестивальдә ҡатнашыусыларҙың сығыштары «Башҡорт халыҡ тарихи йыры»; «Биҙәү-ҡулланма ижады» номинациялары буйынса баһаланды.
Конкурста 16 йәшкә тиклемгеләр, 16-25 , 26-42 , 43 йәштән өлкәндәр үҙ ара көс һынашты.

Стәрлетамаҡ ҡыҙы художестволы гимнастика буйынса донъя чемпионатында миҙалдар яуланы

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:22 Бүлешергә:

Софияла художестволы гимнастика буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Рәсәй йыйылмаһы дөйөм команда иҫәбендә беренсе урында. 20 йәшлек Стәрлетамаҡ ҡыҙы Александар Солдатова ла дөйөм һәм шәхси иҫәпкә үҙ өлөшөн индерҙе. Бөтә Рәсәй Художестволы гимнастика федерацияһы мәғлүмәттәре буйынса, Солдатова таҫма менән күнегеүҙәрҙә «алтын» яуланы һәм команда беренселегендә беренсе урынды алды. Күпбәйгелә — «бронза», туп менән күнегеүҙәр өсөн «көмөш» миҙалдарға лайыҡ булды.

читать далее

Өфөнөң ике юғары уҡыу йорто фәнни ойошмаларҙың абруйлы халыҡ-ара рейтингына индерелде

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:18 Бүлешергә:

Өфө дәүләт авиация техник университеты Рәсәйҙең ғилми ойошмалары араһында — 44-се, донъя исемлегендә 714-се урынды биләне. Өфө дәүләт нефть техник университеты — 67-се һәм 741-се позицияла. Рейтингта Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге лә бар — 37-се һәм 705-се урындар. SCImago Institutions Rankings — фәнни ойошмаларҙың билдәле һәм абруйлы рейтингы, уға мәғариф ойошмалары ла, фәнни-тикшеренеү үҙәктәре лә, шәхси корпорациялар ҙа инә.

читать далее

Төбәк Башлығы Республика көнөн билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:16 Бүлешергә:

Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүҙең 28 йыллығы уңайынан төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылда Республика көнөн байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Указ менән байрамға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составы раҫланды, уға тейешле саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылды.

читать далее

Өфөлә Владимир Спиваковтың Скрипкасылар конкурсы финалсылары билдәләнде

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:12 Бүлешергә:

Ете ярым финалсынан өсөнсө турға Мария Дуэньяс (Испания), Иссеи Курихара (Япония), Фёдор Безносиков (Рәсәй), Степан Стариков (Рәсәй) үтте. Бөгөн, 20 сентябрҙә, конкурстың өсөнсө туры уҙа, музыканттар Рәсәйҙең Милли филармония оркесты солистары ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры менән уйнай. Дирижер пульты артында күренекле Эстония музыканты Михаил Герц була. 20 сентябрҙә Өфө сәнғәт училищеһында конкурстың жюри ағзалары Цянь Чжоу (Сингапур) сәғәт 12-нән 2-гә тиклем һәм Такаси Симидзу (Япония) 2-нән 4-кә тиклем оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.

читать далее

Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына иң яҡшы бейеүгә конкурс иғлан ителде

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 05:10 Бүлешергә:

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата иң яҡшы бейеүгә конкурс башланды. Еңеүсенең эше 2019 йылдың мартында юбилей сараларында башҡарыла. Конкурсты Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле иғлан итте. Бейеү шулай уҡ ансамблдең 80 йыллығына арнала. Күмәк башҡорт бейеүен ҡуйыусы балетмейстерҙар ҡатнаша ала.

читать далее

Бөгөн 20 сентябрҙә Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Абдулла Солтанов бүләгенә башҡорт йырын башҡарыусыларҙың Асыҡ конкурсы уҙа

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 04:59 Бүлешергә:

Бөгөн 20 сентябрҙә Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Абдулла Солтанов бүләгенә башҡорт йырын башҡарыусыларҙың Асыҡ конкурсы уҙа.
Абдулла Солтанов – халыҡ йырҙарын (оҙон көй) башҡарыу менән танылған уникаль йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Конкурс уның 90 йәшенә арнала. Конкурста 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәк ике йәш категорияһында һәүәҫкәр һәм һөнәри башҡарыусылар ҡатнаша. Конкурста еңеүселәр дипломдар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнә.

читать далее

Иғтибар итегеҙ!

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 04:55 Бүлешергә:

20 СЕНТЯБРЬ, КЕСАҘНА

07.15, 15.15, 19.15 «Был көн».
09.15, 18.15 Республика журналдарына күҙәтеү.
10.15 «Рухиәт». Ҡарауан һүҙе тарихы тураһында. Авторы В.Ситдикова.
11.15, 20.15 «Сәсмәүер». Ризуан Хажиев «Бейек Татр бөркөтө». И.Ғүмәров уҡый, 2014 йылғы яҙма. 2-се тапшырыу.
12.15, 22.15 «Беҙҙең донъя».Сәнғәт. Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан үткәреләсәк саралар хаҡында әңгәмә.
13.15, 23.15 Концерт. «Урман шаулап үҫә»әҙәби-муз.пр.
14.15 Радио фондынан. Ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында «Тәүәрих» тапшырыуы. Авторы Р. Рыҫҡужина, 2001йыл. 1-се тапшырыу.

читать далее

Помидорҙың япрағы ни өсөн сөрөшә?

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Помидорҙың япрағы ни өсөн сөрөшә?
Япраҡтары ҡуйы булған үҫентеләргә яҡтылыҡ насар төшһә, кәрәгенән артыҡ һыу һипкәндә, тупраҡты йомшартып тормағанда төрлө сирҙәр йыш тарала. Үҫемлектәрҙә ҡоротҡостар бармы-юҡмы икәнлеген дә тикшерегеҙ.
Үҫемлек үҫкән шарттарҙы ҡарағыҙ. Йыш ҡына уларға дым етмәй. Йәки, киреһенсә, ул артыҡ була. Оҙайлы ямғыр булып, көндәр һыуытып ебәрһә лә, помидор үҫентеһе сирләй башлай.

Ылау (Хикәйә)

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Ылау (Хикәйә)
Ҡыҙҙары Сәлимәне кәләшлеккә килеп әйттергәс, әсәһе ҡаушап ҡалды. Инде ҡул араһына инеп, ҡустыларын ҡарашып, өй эштәрен үҙ елкәһенә алған ҡыҙ баланы.
– Атаһы ҡыҙыбыҙҙың әле 17-һе яңы тулды, бала ғына бит, ҡыҙғанмай, иллегә етеп килгән тол иргә нисек тоттороп ебәрмәк кәрәк? Төптән уйлап ҡарағанда, үҙең менән йәштәш тә баһа, – тине Саҙиҡа балта һабы юнып ултырған иренә ҡарап. Бигерәк ҡаты күңелле шул Ишмораты. Бәләкәйҙән ата-әсәһе наҙын алып еткермәй, үкһеҙ етем үҫкәнгәме. Үҙе һөйләүенсә, күрше-күләне астан үлтермәгән баланы. Йортта тик уның ғына һүҙе һүҙ. Алдына сыҡтыңмы, бәрә лә һуға. Был юлы ла Саҙиҡа ире менән һүҙ көрәштереүҙе буш ҡыуыҡҡа ғына һананы. Киске табынға ултырғанда ғына ире:
– Һин нишләп һаман үҙеңдекен тылҡый­һың, әллә башҡа эшең юҡмы шул? Һин миңә нисә йәштә кейәүгә сыҡҡаныңды оноттоңмо, әйтһәм, кеше ышанмаҫ! Ир-ир инде, нисә йәштә булһа ла! Йәшәргә донъяһы, малы бар – тағы ни кәрәк һиңә? Танауы аҫтында маңҡаһы ла кипмәгән, кеҫәһен ҡулына тығып, уйнап йөрөгән малай-шалай­ға тоттороп ебәрмәксеһеңме?! – тип, алдында ултырған тәрилкәһен әйләндереп тә ебәрҙе. – Тораһың шунда әпититте боҙоп!
Ир ашын да ашамай, урынынан һикереп тороп китте. Ҡатын иренең артынан йүгереп сығып, әйткән һүҙҙәре өсөн ғәфү үтенергә уйлағайны ла, уны нимәлер туҡтатты. Эй, йөрәге аҫтындағы тыуасаҡ сабыйы бит. Бөгөн бишенсе ай. Ишмораты тороп киткән урынға ултырып, ике ҡулы менән ҡорһағын ҡосаҡлап яратып алды:

Аҡса гөлө сәләмәтлек өсөн дә файҙалы

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:30 Бүлешергә:
Аҡса гөлө  сәләмәтлек өсөн дә файҙалы
Был гөлдөң төрлөһө бар. Әммә иң киң билдәлеһе – йыуан ботаҡлы һәм ҡалын ғына япраҡлыһы. Гөл үҫтерергә яратыусыларҙың өйөндә уны йыш осратырға мөмкин. Русса атамаһы –“толстянка”, шулай уҡ “крассула”, “жирянка” тип тә йөрөтәләр.
Ағас гөлө йортта йәшәүселәрҙең сәләмәтлегенә бик һиҙгер. Кемдер ауырыһа, ул һулый башлай, япраҡтарын ҡоя, әйтерһең дә, кире энергияны үҙенә һура. Ауырыу һауығыу менән гөл дә шәбәйеп китә.
Гөлдө күптәр, матди хәлде яҡшыртырға ыңғай тәьҫир итмәҫме, тип үҫтерә. Ә бына шифаһы хаҡында хәбәрҙар түгел. Йәл, ә ул шифалы үҙенсәлектәре буйынса алоэнан бер ҙә ҡалышмай. Бактерияларға, вирустарға һәм ялҡынһыныуға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Бөгөн беҙ уның дауалау көсөнә туҡталып үтәйек.

Дата: 19.09.2018

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 16:00 Бүлешергә:
Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы тыйыу идеяһын яҡлап сыҡты.

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 15:58 Бүлешергә:
Белеүегеҙсә, 19 июлдә илдең Дәүләт Думаһы пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр тураһындағы законды тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. 328 депутат ыңғай тауыш бирһә, 104-е ҡаршы булды.

Бейей-бейей... юбилейға!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 15:57 Бүлешергә:
Башҡортостандың 100 йыллығына ниндәй генә ярыштар ойошторолмай беҙҙә! Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм көтөлмәгәне — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле иғлан иткән конкурстыр, моғайын. Өҫтәүенә ул ансамблдең 80 йыллығына ла арнала.

Бала мәнфәғәтендә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 15:56 Бүлешергә:
Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон ҡушымталары барлыҡҡа киләсәк.

Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя конгресын һәм CIOFF-тың Генераль ассамблеяһын асыу тантанаһында сығыш яһаны

19 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы генераль ассамблеяһын (СИОФФ)  һәм 48-се Бөтә донъя конгресын асыу тантанаһында сығыш яһаны.

Стәрлелә "Такси" кинофильмы машинаһы йөрөйәсәк

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 11:22 Бүлешергә:
Стәрлелә "Такси" кинофильмы машинаһы йөрөйәсәк
Донъя кинематографы яңы быуат башынан алып, сюжетында автомобилдәр уҙышыуы төп урынды биләгән кино таҫмаларын тамашасыларға күпләп тәҡдим итте. Улар араһында "Такси" фильмы теҙмәһе айырым урын биләп тора.
... Францияның Марсель ҡалаһында йәшәгән ғәрәп милләтле Даниэль исемле егет тиҙлек һәм хәүеф ярата. Ул тәүҙә пицца ташыусы булып эшләй, аҙаҡтан такси йөрөтә башлай. Даниэль үҙенең "Пежо 406" автомобилен үҙгәртеп ҡороп ала: кәрәккәндә сит яҡтан антикрыло, ҡыйыҡта, капотта һауа алғыстар сығарыла, руле алмашына, спорт приборҙары сыға. Былар барыһы ла егеткә ҡала эсенедә полициянан тотолмайынса шәп йөрөргә мөмкинлек бирә. Бер көндө Даниэль Эмильен исемле полиция офицеры менән таныша...

Тырышлығыңа күрә – хаҡы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:46 Бүлешергә:
200 урынға иҫәпләнгән цехҡа тегенселәр кәрәк.

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарында “Колибри” йәмғиәтенең теген цехтары байтаҡ асылды. Баймаҡтағыһы – иң ҙуры. Бында 200 кешегә эш урыны булдырылған.

Заман талабын тойоп

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:44 Бүлешергә:
Бер нисә йыл элек республика мәктәптәрендә мәғлүмәт-китапхана үҙәктәренең барлыҡҡа килеүе уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреү һәм дәрестән тыш ваҡыттарын файҙалы уҙғарыу йәһәтенән эште еңеләйтте. Күптән түгел Сибай гимназия-интернатында үткән республика семинар-кәңәшмәһендә лә яңы мөмкинлектең зарурлығы һәм әһәмиәте күҙ уңына алынды.

“Батшалар майы”на ихтыяж бармы?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:41 Бүлешергә:

Етен етештереүгә дәүләт тарафынан иғтибар арта.

Хужаның иҫәбен баҙарҙағы хаҡ боҙа. Һуңғы йылдарҙа республика ауыл эшсәндәре ошо халыҡ әйтемен иҫәпкә алып эшләргә мәжбүр: ниндәй генә тауар етештерһәң дә, хаҡты баҙар ҡуя. Иген уңған йылдарҙа, уның хаҡы төшөп, ауыл эшсәненең ергә һалған аҡсаһын да сығарып ала алмай ҡалған осраҡтары бар.

Уртаҡ йортобоҙ таҙа булһын

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:35 Бүлешергә:
Дөйөм Рәсәй халыҡ фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе әүҙемселәре Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә үткән “Илде генераль йыйыштырыу” экологик акцияһына ҡушылды. Башҡортостанда “Асылыкүл” тәбиғәт паркы сараның үҙәк майҙансығына әүерелде. Йәмәғәтселәр Республика биология-экология үҙәгендә тәрбиәләнеүселәр, урындағы халыҡ һәм Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән бергә күлдең яр буйын һәм эргәләге территорияны сүп-сарҙан таҙартты.

Көнсығыш моңдары яңғыраны

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:33 Бүлешергә:
Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы.

Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған йылы ял көнөндә баш ҡаланың И. Якутов исемендәге паркында “Азия моңдары һәм ритмдары” Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы.

Үтәлмәй торған бурыс юҡ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:31 Бүлешергә:
“Эшләһәң, эш ҡарышмай” тигән принципҡа таяна йәш фермер

Йәштәрҙең ныҡышмал, сәмсел, тәүәккәл булыуҙарына нисек һоҡланмаҫҡа! Юғиһә бер башлаған эшеңде ташлап ҡуйыу ҡайһы берәүҙәрҙә осрай шул. Йәш егет Радик Йөҙлөкбаев, мәҫәлән, Яңы Ҡыйышҡы ауылында үҫемлекселек йүнәлешендә эшмәкәрлек йәйелдергән.

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:26 Бүлешергә:
Тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫеп, шул мөхиттең барлыҡ булмышын, йәшәйеш үҙенсәлектәрен белеп-күреп ғүмер һөргән кешенең генә ижад емеше уҡымлы ла, тәьҫирле лә, тәрбиәүи йәһәттән әһәмиәтле лә булалыр. Зөфәр Толомғужиндың хеҙмәттәрен байҡап сыҡҡас, тап ошондай фекергә киләһең.

Матурлыҡҡа мәҙхиә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:24 Бүлешергә:
Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте тарихында яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхестәр бихисап. Улар араһында балет сәнғәте күгендә яҡты эҙ ҡалдырған, башҡорт бейеүен бар донъяға танытҡан оло талант эйәһе, быуын-быуын йәштәрҙе үҫтергән, улар иңенә ҡанат ҡуйып, оло тормош юлына фатиха биргән остаздарҙың береһе Тамара Хоҙайбирҙинаның да исеме бар. 

Яңғыҙлыҡ – ул хөкөм түгел

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 10:23 Бүлешергә:
Яңғыҙлыҡ – ул хөкөм түгел
Тормош бит ул бер алдын, бер артын күрһәтә. Бер ҡасан да яҙмышым улай булмаҫ”, – тип әйтер ине әсәйем.
Яңғыҙ ҡалғас, ауырлығын йәнемдә тойоп, үҙем ишеләрҙең ҡәҙерен белә башланым шикелле.
Әле генә юл сатында торған Ғәфәргә илле һум тоттороп киттем. Хәйерҙән булыр. Икмәккә етер әле...
Өйгә килеп еттем тигәндә артымдан Алмас ҡыуып етте.

Ил һәм тел хәстәрендә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:18 Бүлешергә:

Кешемен тигән кеше иң элек ил һәм тел хәстәрендә йәшәй. Был иһә тормоштоң һәр тармағында төрлө кимәлдә сағыла. Бигерәк тә ғүмереңде арнаған эшеңдә, һөнәреңдә йәшәүҙең матурлығы ла, мәғәнәһе лә асыла. Айырыуса матбуғат донъяһында. Быны мин үҙ яҙмышым менән тойоп-кисереп үткән кеше булараҡ әйтәм. Белеп әйтәм, инанып әйтәм.

Мәшһүр театрҙың олуғ маҡсаттары

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:11 Бүлешергә:
Бер быуатлыҡ юбилейҙы актерҙар нисек ҡаршылай?

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҙур ваҡиғалар алдында тора. Башҡортостан автономияһына ла бәйле ул үҙ һүҙен әйтергә тейеш. Йәнә республикабыҙҙың төп театры үҙенең бер быуатлыҡ юбилейына әҙерләнә. Бер быуат тип әйтеү менән ялан театрҙарында, ауыл клубтарында, һуғыш мәлдәрендә халыҡ араһына сығып, үҙ һүҙен сәхнә теле аша әйтергә теләгән артистар күҙ алдына баҫа.
Ниндәй уй-теләктәр, ниәттәр менән аяҡ баҫты икән театр яуап­лы миҙгелгә? Ошо хаҡта һөйләүен һорап, Башҡортостандың халыҡ артисы, театрҙың художество етәксеһе Олег ХАНОВҡа мөрәжәғәт иттек.

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:51 Бүлешергә:
Башҡортостандың “Янғантау” геопаркы проектын ЮНЕСКО эксперттары юғары баһаланы. Был хаҡта республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов ТАСС агентлығындағы матбуғат конференцияһында белдерҙе.

“Танырһығыҙ мине моңдарымдан”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:26 Бүлешергә:
Һүҙ оҫтаһының уҡыусы күңелен арбау хикмәттәре.

Мәүлит Ямалетдиновтың 1978 йылда Өфөлә сыҡҡан “Ирәмәл” исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы художестволы кимәле менән тыуған яғындағы Ирәмәл тауының аҡ таштары кеүек ялтлар дәрәжәлә ине тиерлек. Был мине хәҙер килеп ғәжәпләндерә биреп ҡуйҙы: әҙәбиәтебеҙ тарихын байҡап ҡарағанда, тәүге китабынан уҡ балҡып киткәндәр бик һирәк.

Таланттың балҡышы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:22 Бүлешергә:
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин ижадына бер ҡараш.

Халыҡ башланғыстары хуплана

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:46 Бүлешергә:
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән Хөкүмәт Президиумы ултырышында “Башҡортостан Республикаһында башланғыстар нигеҙендә бюджеттан аҡса бүлеүҙе үҫтереү” өҫтөнлөклө төбәк программаһы раҫланды.

“Себер” йәл, әммә...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:05 Бүлешергә:
“Салауат Юлаев” хоккей командаһы үҙ боҙонда сираттағы матчын уҙғарҙы. Был юлы ҡунаҡҡа Новосибирскиҙан спортсылары килде.

Һыуыҡтар башланды. Һауа торошо яҡшырырмы?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 05:51 Бүлешергә:
Башҡортостанда көндәр һыуытты, ямғырҙар башланды. Көҙгө эштәрен тамамлап өлгөрмәгәндәр борсола: йылы, аяҙ көндәр әле булырмы?

Алтынға тиң торма

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Алтынға тиң торма
Боронғо гректар торманы (редька) алтын урынына күргән. Байрам көндәрендә улар Аполлондың тәхетенә өс төп йәшелсә менән кәрзин килтергән. Кишер әһәмиәте буйынса өсөнсө урында килгән, шунлыҡтан ул – “ҡурғаш”, ә сөгөлдөр “көмөш” титулына лайыҡ булған. Торманы иһә, беренсе урынға ҡуйып, алтынға тиңләгәндәр.

Егеттәрсә бәхәс, «эйе» лә «юҡ» тимәҫкә, «Сертауыш» һәм башҡаһы

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Егеттәрсә  бәхәс, «эйе» лә «юҡ» тимәҫкә, «Сертауыш» һәм башҡаһы
Һәр миҙгелдең үҙ йыры булған кеүек, йырлы радио ла миҙгелдәр менән йәшәй. «Юлдаш»тың эфиры тулҡын булып бер өҙлөкһөҙ ағыла, шуға күрә ундағы үҙгәрештәр ҙә күҙгә, ә дөрөҫөрәге, ҡолаҡҡа артыҡ салынып бармай. Шулай ҙа, сентябрь башынан «Юлдаш» яңыса эшләй, шул иҫәптән иртәнге уятҡыс тапшырыуҙа. Алып барыусылар сафтары үҙгәрешһеҙ ҡалды, халыҡты шул уҡ Филүс, Йәмил һәм Ғәзиз уята. Яңылыҡтар иһә башлыса уйындарға һәм тапшырыу барышындағы сәхифәләргә ҡағыла. Мәҫәлән, шишәмбе көнө егеттәр «Әйтмә һүҙ» уйынында тыңлаусыларҙы иғтибар көсөн һынап ҡарарға саҡыра. Уның шарттары ябай кеүек: ни бары алып барыусылар менән бер минут аралашып, «эйе», «юҡ», «аҡ» һәм «ҡара» тигән һүҙҙәрҙе әйтмәҫкә, ымлыҡтарҙы ысҡындырмаҫҡа. Ысынында иһә, тәжрибә күрһәтеүенсә, был бер минутлыҡ әңгәмәнең аҙағына күптәр етә алмай.

«Салауат Юлаев» еңеүҙән башланы

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:30 Бүлешергә:
«Салауат Юлаев» еңеүҙән башланы
«Салауат Юлаев» хоккейсылары ситтәге дүрт осрашыуҙа өс еңеү яулап, ҡәҙимге генә уңышҡа өлгәште.
Бигерәк тә һүңғы уйында Кубокка йыл да төп фаворит булып һаналған СКА командаһын 4:1 иҫәбенә отоп, үҙәк белгестәр әйтеүенсә, сенсация яһаны. Бәлки шулайҙыр ҙа, сөнки Питер клубы үҙ майҙанында бик һирәк бирелә. Беҙҙең юлаевсылар ҙа улар менән булған быға тиклем һуңғы дүрт бәйгелә дүрт тапҡыр ҙур иҫәп менән еңелә. Уларҙың 2007 йылдан алып үҙ-ара уйнаған 20 осрашыу һөҙөмтәһенә туҡталғанда, 11-ндә еңеү өфөләр яғында була. Ә бына үҙ майҙанында СКА «Салауат Юлаев» командаһына 2013 йылдан алып отолғаны булмай.
Юлаевсылар Ярославлдә лә уңышлы старт ала. Беренсе осорҙа «Локомотив»ты 2:0 иҫәбенә алдыра килеп, һуңғы ике осорҙа ҡапҡаһына дүрт яуапһыҙ шайба үткәртеп хужалар­ға бирелә.

Дата: 18.09.2018

Фольклориадаға әҙерлек маҡсатында

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:00 Бүлешергә:
Өфөлә Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының (СИОФФ) 48-се Бөтә донъя конгресы бара.

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:00 Бүлешергә:
Баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен киңәйтеүгә биш миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Өфө хакимиәтенең юл һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығы начальнигы Радмил Мөслимов ошо турала белдерҙе.

“Витязь” ҡеүәтен арттыра

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:46 Бүлешергә:
“Витязь” машиналар эшләү компанияһының тәжрибә цехына Силәбе механика заводынан КС-5772 технологик комплексы өсөн кран ҡулайламаһы килтерелде.

Ужым сәсеүҙе тамамланылар

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:30 Бүлешергә:
Әле республикала 416 мең гектар ерҙә йәки планлаштырлған майҙандың 69 процентында ужым сәселгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы консультациялары үҙәгенән. Стәрлетамаҡ (122 %), Ҡырмыҫҡалы (101 %) һәм Дәүләкән (100 %) райондарында ужым культураларына бүленгән бөтә майҙанға орлоҡ һалынды. Быйыл көҙ республикала 600 мең гектарға ужым культуралары сәселәсәк. Былтыр был күрһәткес 515 мең гектар (яҙғы культураларҙыҡы иһә яҡынса ике миллион гектар) тәшкил иткән.

Һәр кемгә аралашыу мөһим

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 12:00 Бүлешергә:
Туймазы районының Серафимовка ауылындағы аҡыл йәһәтенән кәмселектәре булған балалар өсөн йорт-интернатта “Беҙ чемпиондар” фестивале уҙғарылды. Бында теләге булған һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл тапты.

“Йәшә, урман!”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:30 Бүлешергә:
Ошо исемендәге Бөтә Рәсәй көҙгө акцияһы нигеҙендә республика Урман хужалығы министрлығының үҙәк аппараты белгестәре Әлшәй урмансылығы биләмәһендә ҡарағай ултыртты. Бер гектар майҙанда дүрт мең төп ағас гөрләп үҫәсәк.

Башҡортостанда 2019 йылда Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын билдәләү көндәре иғлан ителде

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 11:25 Бүлешергә:

Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылда Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын билдәләү көндәрен хәбәр итте. Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2019 йылда 4 июнь — Ураҙа, ә 11 август Ҡорбан байрамы тип иғлан ителгән.

«Бал ҡорто туйы» байрамында Башҡортостан командаһы беренсе урынды алды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 11:23 Бүлешергә:

Башҡортостан командаһы «Бал ҡорто туйы» бал байрамында ойошторолған умартасылар эстафетаһында еңеп сыҡты. Сара ошо ял көндәрендә Башҡортостандың Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылы эргәһендә уҙҙы. Эстафетала икенсе урын — Татарстанда, өсөнсө — Ырымбур өлкәһе умартасыларында. Ҡатнашыусыларға тиҙлеккә рам эшләп, уға сым һуҙырға һәм балауыҙ табағын беркетергә кәрәк ине.
Шулай уҡ «Бал ҡорто туйы»нда иң яҡшы бал конкурсы үтте. Иң яҡшы үтә асыҡ һары төҫлө балды — Татарстандан Даниил Яруллин, ә иң яҡшы ҡыҙғылтыраҡ ҡуйы көрән балды Башҡортостандың Шишмә районынан умартасы Ирина Вишнякова етештерә.

читать далее

Республикала Халыҡ-ара Аксаков байрамына әҙерлек алып барыла

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 11:20 Бүлешергә:

Йолаға әүерелгән XXVIII Халыҡ-ара Аксаков байрамы
быйыл 28-29 сентябрҙә Өфө ҡалаһында, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында үткәрелә. 28 сентябрҙә С.Т. Аксаков исемендәге баҡсала байрам, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ ижады күргәҙмәләре ойошторола. Аксаков халыҡ йортонда — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тантаналы кисә була. С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында И.С. Аксаковтың тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асыла.

читать далее

Иртәгәңде алдан хәстәрлә

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 11:20 Бүлешергә:
Иртәгәңде алдан хәстәрлә
Ҡала һәм районда көҙгө йәрминкәләр башланды. Автовокзал эргәһендәге майҙансыҡта сауҙа предприятиелары, крәҫтиән һәр фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, районҡала һәм күрше район ауылдары халҡы үҙҙәре етештергән продукцияны тәҡдим итте.
Йәрминкәнең күпселек өлөшөндә бал һатылды. Сәскә балының өс литры кәмендә - 1800, йүкәнеке 2400 һум торһа, 10 литрлыҡ биҙрәләге картуфты - 150, башмаҡ итенең 1 килоһын - 260-350, һарыҡ итен 280-320 һумға алып була. Шулай уҡ һуған - 18, кәбеҫтә - 22, татлы борос - 35, помидор - 25-32, груша - 60-70, ҡарбуз -15, ҡауын - 30, 5 литр биҙрәләге алма 250 һум торҙо. Бынан тыш һөт аҙыҡтары, сәскә орлоҡтары, ағас, ҡыуаҡ үҫентеләре менән һатыу иттеләр.
Оҙайлы ҡыш бауырына алдан хәстәрлек күрергә, осһоҙ хаҡҡа йәшелсә-емеш алып ҡалырға һәм үҙеңдән артҡанды һатып, килем алырға теләгәндәргә көҙгә йәрминкәләр иң ҡулайлы осор.

Ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителде

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 11:19 Бүлешергә:
2018 йылдың 7 сентябрендә Белорет ҡалаһының 25 йәшлек кешеһенә республиканың Юғары суды тарафынан хөкөм ҡарары сығарылды.
Ул РФ Енәйәт кодексының 105-се (2-се бүлек, бөтәһе өсөн хәүефле ысул менән кеше үлтереү, хасланыу), 30-сы (3-сө бүлек), 167-се (2-се бүлек, яуыз ниәт менән сит мөлкәткә зыян килтереү, юҡ итеү) статьялары буйынса ғәйепле тип табылды.

Суд билдәләүенсә, йәш кеше алама холҡо арҡаһында (уғрылыҡ, кеше талау) туғандары менән насар мөнәсәбәттә булған. Үткән йылдың ноябрь айында енәйәттә ғәйепләнеүсе һәм атаһы араһында сираттағы ыҙғыш ҡуба. Әммә яҡындары янъялды ҙурға ебәрмәй. Шул кисте иҫерек егет бөтә ғаиләһен үлтереү планын ҡора. Өйҙәгеләр йоҡлау менән ул соландағы һәм бүлмәләрҙең береһендәге кейем-һалымға ут төртә, ә үҙе мунсала “байрамын” дауам итә. Ут шул арала ағас йортто ялмап та ала.
Янғында енәйәтсенең 47 йәшлек атаһы, 66 йәшлек өләсәһе һәм уның 65 йәшлек ҡустыһы һәләк була, бары тик олатаһы ғына ҡотолоп ҡала. Ут арҡаһында мөлкәткә 150 мең һумлыҡ зыян килгән. Егет ут төртөүен кире ҡаҡмаһа ла, туғандарының үлемендә үҙен ғәйепле һанамай. Енәйәт эше буйынса бер нисә тикшереү эше үткән, психиатрик тикшереүҙә ғәйепләнеүсенең енәйәт ҡылған мәлдә иҫ-аҡылының теүәллеге раҫланды. Суд прокурор позицияһы менән килешеп, кеше үлтереүсене ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итергә тигән хөкөм ҡарарын сығарҙы.

Шағирә Гөлфиә Юнысованың 70 йәше уңайынан, Өфөлә юбилей кисәһе була

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 11:16 Бүлешергә:

Башҡортостан Республикаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында «Әҙәби биттәрҙә ғаилә ҡиммәттәре» исемле юбилей кисәһе була. 19 сентябрҙәге сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Иҙелбаева-Юнысованың 70 йәшенә бағышланған.
Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендәге осрашыу Башҡортостанда Ғаилә йылына арналған «Ғаилә йолалары сәғәте» циклы сиктәрендә уҙғарыла. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Инеү ирекле.

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:03 Бүлешергә:
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың уңыштары менән бер рәттән көнүҙәк проблемалары хаҡында ла әйтеп үтте.

“Форум сәйәсмәндәр өсөн түгел, ә эшҡыуарҙар өсөн кәрәк”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:02 Бүлешергә:
18—19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы уҙғарыла. Ошо айҡанлы, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә, ТАСС мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Унда шулай уҡ  Рәсәй Сауҙа палатаһы етәксеһе Сергей Катырин ҡатнашты.

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:01 Бүлешергә:
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булдырыу тураһында 2014 йылда уҡ, БРИКС илдәренең Бразилиялағы Форталеза ҡалаһында үткән йыйында тәҡдим иткәйне.

Ике ҡеүәт берләшһә…

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:00 Бүлешергә:
Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мэн Фаньли етәкселегендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһының Циндао ҡалаһы делегацияһы менән осрашты. Яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Юбилейға килегеҙ!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:21 Бүлешергә:
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Әҙәбиәт биттәрендә ғаилә ҡиммәттәре” юбилей кисәһе уҙғарыла.

Дини үҙәккә — 230 йыл

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:20 Бүлешергә:
Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты барлыҡҡа килеүгә 230 йыл тула. Рәсми порталда Башҡортостан Хөкүмәтенең ошо датаны билдәләү тураһындағы бойороғо донъя күрҙе.

Аксаков байрамы нисек үтер?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:18 Бүлешергә:
Республикала ХХVIII Халыҡ-ара Аксаков байрамына әҙерлек бара. Быйыл ул 28–29 сентябрҙә Өфө ҡалаһында, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында үтәсәк.

«Салауат Юлаев» - «Сибирь» (Новосибирск). Кем-кемде?

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 08:58 Бүлешергә:
«Салауат Юлаев» - «Сибирь» (Новосибирск). Кем-кемде?
Бөгөн киске сәғәт 7-лә:
- БСТ
- Курай ТВ
- Матч ТВ
- КХЛ ТВ HD

Төп дини байрамдар ҡасан үткәреләсәк?

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 08:42 Бүлешергә:
Төп дини байрамдар ҡасан үткәреләсәк?
Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылда Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын билдәләү көндәрен раҫланы.

Ураҙаны - 4 июндә, ә Ҡорбан байрамын 11 августа билдәләйбеҙ.

Был көндәр ял тип иғлан ителде

«ЗӨЛӘЙХА КҮҘҘӘРЕН АСА» СПЕКТАКЛЕ ВОЛКОВ ФЕСТИВАЛЕНДӘ

Favicon for Башҡорт драма театры Башҡорт драма театры 08:19 Бүлешергә:

Кисә Федор Волков исемендәге Ярославль драма театры сәхнәһендә XIX Халыҡ-ара Волков фестивале асылды.

Сара сиктәрендә Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте Премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Быйыл абруйлы премия лауреаттары иҫәбендә – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры.

Премияны тапшырыу тантанаһында Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов һәм театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин ҡатнашты. Башҡорт театры Рәсәйҙең театр сәнғәте үҫешенә өлөш индергәне өсөн Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты булды. Премия махсус бүләктән, дипломдан һәм 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләктән тора.

Кисә шулай уҡ фестивалде асыуға арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Унда Башҡорт театрының художество етәксеһе Олег Ханов, «Тирмәкәй» Вологодск өлкә ҡурсаҡ театры директоры Елена Бухарина, Ярославль өлкәһенең Мәҙәниәт департаменты директоры Марина Васильева, XIX Халыҡ-ара Волков фестиваленең башҡарма директоры Татьяна Цветкова ҡатнашты.

«Башҡорт драма театры коллективы 20 сентябрҙә Ярославлгә юллана. 21 сентябрҙә беҙҙең театр Ярославлдә Гүзәл Яхинаның танылған романы буйынса режиссер Айрат Абушахмановтың донъя шаулатҡан «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен уйнай».

Ауыл урамынан шатлыҡ үтә...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:32 Бүлешергә:
Ибрайҙа юл асылыуға халыҡтың сикһеҙ һөйөнгәне.

Уйлы булып ҡара һәр даим!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:30 Бүлешергә:
Журналистикала тема дөрөҫлө­гөнән, хәҡиҡәтенән китә алмайһың.

Серле һәм ҡабатланмаҫ “Арҡайым”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:26 Бүлешергә:
Башҡорт автономияһының 100 йыллығына ҡарата быйыл майҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, өфөләрҙе ҡыуандырып, бер нисә йыл уңышлы барған “Арҡайым” балетының өр-яңы сәхнә версияһын сығарҙы. Хәҙерге Силәбе өлкәһе биләмәһендә табылған боронғо цивилизация хаҡында бәйән иткән спектаклде Испания, Көньяҡ Корея, Төркиә һәм Азербайжан тамашасылары күреп өлгөрҙө. Ф. Волков исемендәге VII халыҡ-ара театр фестивале Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы башҡарыуындағы спектакль менән асылды, шуға күрә тап “Арҡайым”ды Исмәғилеваның музыкаль-театраль ижадының иң юғары бейеклеге һәм танылған балетмейстер Петровтың ҡабатланмаҫ хореографик алымдарының береһе тип әйтеү һис арттырыу булмаҫтыр.

Талапсан талант

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:23 Бүлешергә:
Юғары премияға талантлы шағир Салауат Әбүзәрҙең тәҡдим ителеүе айырыуса һөйөнөслө. Уның һүҙ сәнғәтендәге ҡаҙаныштары, бигерәк тә “Ғәмәл дәфтәре” тигән китабына тупланған әҫәрҙәре авторҙы шиғриәтебеҙҙең күренекле ижадсылары рәтенә ҡуя.

Был тәңгәлдә үҙ ваҡытында остазыбыҙ Мостай Кәрим мат­буғатта үҙ һүҙен әйт­кәйне инде. Баш­ҡортостан яҙыусы­ларының съездарында, башҡа йыйы­лыш­тарҙа ла уңыштарҙы барлағанда шағирҙың өлгө булырлыҡ шиғри юлдары һәр саҡ ҡыуанып телгә алынды.

Алҡынып аҡҡан ағын һыуҙай

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:20 Бүлешергә:
Мәүлит Ямалетдин әҙәбиәтебеҙҙә үҙенең тәүге, башланғыс осорҙағы ижады менән үк арҙаҡлы әҙиптәре­беҙҙең иғтибарын йәлеп итте, уның һәр яңы китабын – шиғриәт булһынмы, проза әҫәрҙәреме – киң ҡатлам уҡыусылар яратып ҡаршы алды.

Алҡынып аҡҡан ағын һыуҙай

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:20 Бүлешергә:
Мәүлит Ямалетдин әҙәбиәтебеҙҙә үҙенең тәүге, башланғыс осорҙағы ижады менән үк арҙаҡлы әҙиптәре­беҙҙең иғтибарын йәлеп итте, уның һәр яңы китабын – шиғриәт булһынмы, проза әҫәрҙәреме – киң ҡатлам уҡыусылар яратып ҡаршы алды.

Силәбелә яугир-интернационалистарға сквер асылды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 07:12 Бүлешергә:

Сквер Силәбе өлкәһе Хәлит ауылы халҡына иҫтәлекле бүләк булды. Скверҙы асыу тантанаһына Екатеринбург, Силәбе, Иркутск ҡалаларынан ҡунаҡтар килә. Ауыл биләмәһе башлығы Әхмәт Шәүәлиев һәм депутат Дауыт Хужин Һәйкәлде асыуға ҙур көс һала, шулай уҡ эшҡыуарҙар һәм урындағы халыҡ та дәррәү ҡушыла.

Ваҡытында дауалау мөһим

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:08 Бүлешергә:
— Беҙҙең ауылда елендәренә һөйәл сыҡҡан һыйырҙар күп. Минең һыйырҙа ла, башмаҡта ла барлыҡҡа килде. Тимәк, башҡанан күскәндер. Ни генә һөртөп ҡараманыҡ: “Чистотел” ҡалманы, башҡаһы — бер ни килеп сыҡманы. Бәлки, һеҙ берәр кәңәш бирерһегеҙ.

Дөрөҫ туҡландырһаң...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:05 Бүлешергә:

Тауыҡтар аҙыҡ төрләмәй, шуға ла бирелгән ашлыҡтан тыш та үҙҙәренә ем таба ала. Ләкин был эште ҡоштарҙың үҙҙәренә генә ҡайтарып ҡалдырмай, өҫтәмә ризыҡ та әҙерләү мөһим. Йомортҡа, ит бик күп файҙалы матдәләрҙән тора. Дөрөҫ туҡландырһаң, йыл әйләнәһенә ҡош-ҡорт та буш ҡалдырмаҫ. Өҫтәмә туҡландырыуға аҡһым, май, углеводтар, витамин һәм минераль матдәләргә бай аҙыҡтар инә.

Бәрәкәт ҡасмаһын

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:01 Бүлешергә:
Нигеҙ ҡороу

Нигеҙ ҡоролаһы урынға тәүҙә ҙур аҡ таш һалалар. Уны тупһаға һалыу йолаһы ла бар. Кесе йома һайын ташты йыуып, сайып торалар.

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:56 Бүлешергә:
Күптәр “Йорт-ҡура” битендә өй, мал һарайы төҙөү, башҡа эштәр тураһында баҫыуҙы һорап яҙа. Әлбиттә, бының өсөн махсус белешмәләр, белгестәр ҙә етерлек. Шулай ҙа беҙ һеҙгә тәҡдим ителгән кәңәштәр күңелегеҙгә ятыр, дәртегеҙ усағына ҡуҙ өҫтәр тип ышанабыҙ.

Хәҙер һайлап алыу мөмкинлектәре етерлек. Кеҫәң ҡалын, ҡоласың киң икән, рәхим ит – буй етмәҫлеккә лә тотоноп була, ыҡсымлыҡты яратһаң, бәләкәйерәк өй һалып сыҡ. Бары ла үҙеңдән тора.

Уңышты нисек һаҡларға?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:52 Бүлешергә:
Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда ҡалдырып, бысаҡ менән киҫегеҙ. Тамыраҙыҡты йыуырға ярамай. Ҡышҡылыҡҡа һаҡларға һалыр алдынан ҡоро һалҡынса урында бер нисә көн тотоп алыу файҙалы. Сөгөлдөрҙөң тиҙ арала ашай торғанын һыуытҡыста 0-2 градус йылыла полиэтилен тоҡсайҙарҙа һаҡларға мөмкин. Тик тоҡсайҙың ауыҙы асыҡ ҡалырға тейеш.

Һалҡындар башланғансы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:46 Бүлешергә:
Сентябрҙә бал ҡорттары ҡышҡа тамам әҙер була. Йәйге осорҙа йыйылған аҙыҡ запасын кәметмәү маҡсатында уларҙың осошо ҡырҡа һирәгәйә. Кейәлә һаҡсы ҡорттар һаны арта, һәм улар үҙ эшенә көнөн дә, төнөн дә иғтибарҙы кәметмәй.

"Юлдаш" радиоһы тыуған көнө уңайынан "Йоматау" шифаханаһына юллама уйната

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:33 Бүлешергә:

25 сентябрь - "Юлдаш" радиоһының тыуған көнө. Байрам бүләкһеҙ булмай. "Юлдаш" тыңлаусылары араһында "Йоматау" шифаханаһына
10 көнлөк юллама уйната. Путевкаға эйә булыу өсөн: "ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 FМ төркөмөндә торорға. Яҙманы баһаларға, сәхифәгә күсерергә һәм беркетергә. Еңеүсе 25 сентябрҙә махсус программа ярҙамында “Самауыр янында” тапшырыуында билдәләнә.

Аһ, был урман!..

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:31 Бүлешергә:
Туйындыра ла, уйландыра ла

Әҙәм балаһының ғүмере улай уҡ сомтор түгел инде.

Әммә шул арала ул диңгеҙҙәрҙе ҡоротоп, тауҙарҙы ыуалтып, кейек үткеһеҙ урмандарҙы ла ҡырып өлгөрә...

"Апимондия": Тарих биттәренән

Favicon for Табын Табын 06:29 Бүлешергә:
Умартасыларҙың "Апимондия” конгресы 1893 йылда Европала ойошторола. Тәүге конференция 1897 йылда Бельгияның баш ҡалаһы Брюссель ҡалаһында үтә. Конгрестың төп маҡсаты булып умартасылыҡ өлкәһендәге яңылыҡтарҙы үҙләштереү, булған проблемаларҙы бергәләшеп хәл итеү, был тармаҡты фәнни йәһәттән өйрәнеүҙе дауам иттереү тора.
Быуаттан ашыу тарихы булған "Апимондия” конгресы ошо йылдар арауығында Франция, Канада, ЮАР, Словения, Ирландия, Австралия, Аргентина, Көньяҡ Корея, Украина (2013 йылда), Төркиә һәм башҡа илдәрҙә уҙғарылды. СССР был конгресҡа 1954 йылда ағза булып инә. 1971 йылда СССР-ҙа тәүге конгресс үтә. Һуңғы йылдарҙа Халыҡ-ара умартасылар конгресы ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла. 2017 йылда Төркиәнең Стамбул ҡалаһында үткән конгрес-та 2021 йылда уҙасаҡ сараға дүрт дәғүә итеүсе ил – Сербия, Словения, Дания араһынан ойоштороусылар Рәсәйҙе һайлай. Шулай итеп, 2021 йылда Өфө ҡалаһы умартасыларҙың фекер алышыу үҙәгенә әүереләсәк. 2019 йылда был конгресс Канадала үтә.

Кем түләргә тейеш?

Favicon for Табын Табын 06:27 Бүлешергә:
 Кем түләргә тейеш?
Республиканың һалым органдарына ҡасандыр шәхси эшҡыуар булып теркәлеп, әлеге көнгә был эшмәкәрлектәрен туҡтатҡан граждандар йыш мөрәжәғәт итә. Улар страховка фондтарына мотлаҡ түләнергә тейешле иғәнәләрҙе түләмәгән, шул сәбәпле бурыс барлыҡҡа килгән. Был категория һалым түләүселәргә ҡарата мәжбүри түләтеү саралары ҡулланыла. Килем алмаусы шәхси эшҡыуар страховка иғәнәләрен түләргә тейешме?
2017 йылдың 1 ғинуарынан страховка иғәнәләре менән бәйле бар эштәр ҙә һалым органдары ҡарамағына тапшырылды.

Һандар телендә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:25 Бүлешергә:
Быйылғы йылдың өсөнсө кварталына республиканың ҡала биләмәләрендә, муниципаль округтарҙа һәм райондарҙағы торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡын раҫланылар.

Эшҡыуарҙар иғтибарына! Федераль программаны – тормошҡа

Favicon for Табын Табын 06:25 Бүлешергә:
 Эшҡыуарҙар иғтибарына! Федераль программаны – тормошҡа
Башҡортостан Респуб-ликаһында йыл һайын "Һин – эшҡыуар” федераль программаһы тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Был программа сараларын ойоштороу менән Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы шөғөлләнә.
Программа сиктәрендә эшҡыуарҙарға курстар, бизнес-тренерҙар менән оҫталыҡ дәрестәре, бизнес-лагерҙарҙа ҡатнашыу, индивидуаль һәм төркөмдәргә консультациялар, шулай уҡ "Рәсәйҙең йәш эшҡыуары” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үткәрелә.
Әлеге мәлдә түбәндәге йүнәлештәр буйынса бизнес-лагерҙарҙа ҡатнашыусыларҙы йыйыу бара:

Яңы технология кәрәк, әммә...

Favicon for Табын Табын 06:23 Бүлешергә:

 "Апимондия"ны ҡаршылап

Яңы технология кәрәк, әммә... 
 
Билдәле булыуынса, 2021 йылда Өфө ҡалаһында Умартасыларҙың "Апимондия” Халыҡ-ара конгресы уҙасаҡ. Әле ошо сараға әҙерлек эштәре алып барыла, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә "Башҡортостан Республикаһында 2021 йылға тиклем умартасылыҡты үҫтереү программаһы” әҙерләнә.
Ошо программаны тәҡдим итеүселәрҙең береһе, яҡташыбыҙ, билдәле эшҡыуар Рөстәм Таһир улы Резбаев менән донъя кимәлендәге сараға әҙерлек һәм умартасылыҡ тармағында киләсәктә нимәләр эшләү кәрәклеге хаҡында әңгәмәләштек.
"Апимондия”ны ҡаршылап

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:18 Бүлешергә:


Республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымды компенсациялауҙың бер нисә төрөнә иҫәп тота ала, тип белдерҙе Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре. Улар иҫәбенә аҡсалата компенсация, субсидиялар, 70 йәшен тултырған граждандарға капиталь ремонт өсөн түләү инә.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты юбилейын ҡаршылай

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:17 Бүлешергә:

Быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһында Өфөлә Рәсәйҙә беренсе үҙәкләштерелгән мосолман дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ойошторолоуҙың 230 йыллығы билдәләнә.
Республикала был иҫтәлекле датаға әҙерләнеү һәм уҙғарыу өсөн ойоштороу комитеты булдырылған. 2018 йылдың 25 сентябренә тиклем ойоштороу комитетына, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратына 230 йыл тулыу уңайынан байрам итеү саралары планын әҙерләргә һәм раҫларға, сараларҙы финанслау тәртибен билдәләргә ҡушылған.

Һеҙҙең хаттар – көтөп алынған сәләм

Favicon for Табын Табын 06:16 Бүлешергә:
Һеҙҙең хаттар –  көтөп алынған сәләм"Табын” гәзите редакцияһына килгән хаттарға байҡау яһағанда, ағымдағы йылдың 8 айында 461 хат-хәбәр теркәлгән. Уларҙың күпселеге, әлбиттә, урындарҙан килгән мәҡәләләр.
Районда ғына түгел, төрлө тарафтарҙа йәшәгән дуҫтарыбыҙҙан да күпләп хаттар алабыҙ.  Был бик һөйөнөслө, сөнки гәзит уҡыусыларҙы мәғлүмәтле итеүҙә, рухи яҡтан байытыуҙа һеҙҙән килгән йылы, бай йөкмәткеле хаттарҙың өлөшө ҙур. Бигерәк тә ауылдаштары өсөн шатланған, яңы башланғыстар, йә булмаһа ниндәйҙер ваҡиға тураһында хәбәр иткән сәләмдәрҙе оло кинәнес менән уҡыйбыҙ

Һиҙҙермәй генә килеп етеүе бар…

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:14 Бүлешергә:
Көҙҙөң “бүләге” хаҡында онотмайыҡ

Сентябрь ҡояшы йылыһын йәлләмәһә лә, иртәнге һалҡын яйлап ҡына көҙҙөң хакимлыҡ итеүенә ишаралай. Ә беҙ беләбеҙ: һыуыҡ төшөү менән бала-саға йүтәлләй, танау тартып, мышҡылдай башлай, өлкәндәр ҙә был осорҙа киң тарала барған киҫкен респиратор вируслы сирҙәргә тиҙ бирешә.

Программаның маҡсаты ниҙә?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:13 Бүлешергә:
Башҡортостан дәүләт медицина университетында пациенттарҙа инсульт менән инфарктты алдан иҫкәрткән программа эшләнә. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренең аҙып китеүен йылдам һәм аныҡ диагностикалауға ярҙам итәсәк, ауырыуҙарға үҙҙәренең хәлен күҙәтеү мөмкинлеген бирәсәк. БДМУ аспиранткаһы Айһылыу Хәмитова ошо турала мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

Өмәлә ҡатнаштыҡ

Favicon for Табын Табын 06:12 Бүлешергә:
Өмәлә ҡатнаштыҡ 
Уҙған шәмбе күп ауылдарҙа, шул иҫәптән беҙҙең Үзбәктә лә ауыл халҡы өмәгө сыҡты. Өмәләрҙең маҡсаты, әлбиттә, тәү сиратта урамдарҙы һәм тирә-яғыбыҙҙы сүп-сарҙан таҙартыу, тәртип булдырыу, төҙөкләндереү. Икенсе яҡтан әһәмиәте - халыҡтың берҙәмлеге, бергәлеге.


Үткәнен онотмаған – киләсәкле

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:09 Бүлешергә:
Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа тыуған төйәгәндә бюст асылды

Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡасан ғына булмаһын, хатта тынысһыҙ 1917 – 1920 йылдарҙа ла башҡорт халҡының аҫыл ирҙәре илем, халҡым тип янған. Әлбиттә, аҫыл заттарҙың исемдәре милләт хәтерендә мәңге һаҡланып ҡалған. Арҙаҡлы шәхестәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында күптән түгел Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғол ауылында Башҡорт Хөкүмәте рәйесе, БАССР-ҙың юстиция комиссары Юныс Бикбовҡа бюст асылды. Тантанала район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин, йәмәғәт эшмәкәре, ошо изге башланғысҡа идея биргән һәм уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәткән Марат Түләбаев, Өфөләге яҡташтар ойошмаһы вәкиле Юлай Солтанбаев, Юныс Юлбарыҫ улының туғандары, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Дуҫлыҡ юлдары буйлап

Favicon for Табын Табын 06:09 Бүлешергә:
Сентябрҙең сыуаҡ бер көнөндә Сәйетбаба башҡорттары делегацияһы составында Благовар районы башҡорттарының мәҙәни үҙәге саҡырыуы буйынса мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына  90 йыл тулыуға арналған сарала ҡатнашырға насип булды.
Район үҙәге Языковола беҙҙе Һарайлы ауылы мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре Мәрзиә һәм Салауат Батыраевтар ихлас ҡаршы алды. Билдәләнгән ваҡытҡа зал шығырым тулы ине. Т

Ярославлдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт театрына Федор Волков исемендәге премия тапшырылды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:09 Бүлешергә:

Кисә Федор Волков исемендәге Ярославль драма театры сәхнәһендә XIX Халыҡ-ара Волков фестивале асылды. Унда Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте Премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Быйыл абруйлы премия лауреаттары иҫәбендә – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры. Премияны тапшырыу тантанаһында Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов һәм театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин ҡатнашты. Башҡорт театры Рәсәйҙең театр сәнғәте үҫешенә өлөш индергәне өсөн Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты булды.

читать далее

Өлгө алырлыҡ ғаиләләребеҙ бар!

Favicon for Табын Табын 06:08 Бүлешергә:
Өлгө алырлыҡ ғаиләләребеҙ бар! 
Республикала социаль әүҙем ғаиләләр араһында «Өлгө ал»  конкурсы старт алды. Бәйгенең ойоштороусылары  булып Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, Киң мәғлүмәт һәм матбуғат агентлығы, "Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы тора.

Ҡылысҡа тиңләп ҡәләмде...

Favicon for Табын Табын 06:07 Бүлешергә:
Ҡылысҡа тиңләп ҡәләмде... 
Иртәгә Красноусолда Башҡортостан Республикаһы журналистарының көньяҡ район-ара ижади берекмәһенең семинары үтә.
Ғафури ере Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалалары һәм Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка район гәзиттәре редакциялары журналистарын ҡаршы ала.  Шулай уҡ форумда республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, "Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, Журналистар союзы вәкилдәре ҡатнашасаҡ

“Икенсе ураҡ”ҡа төштөләр

Favicon for Табын Табын 06:05 Бүлешергә:
“Икенсе ураҡ”ҡа төштөләр 
15 сентябрҙә районда тәүгеләрҙән булып "Восход – СТ” ауыл хужалығы предприятиеһында, көндәрҙең аяҙ тороуын бар көсөнә файҙаланып ҡалырға тырышып, "татлы тамыр” урағына төштөләр.

Иғтибар итегеҙ!

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:03 Бүлешергә:

18 СЕНТЯБРЬ, ШИШӘМБЕ.

07.15, 15.15, 19.15 «Был көн».
09.15,18.15 «Халыҡ гәүһәрҙәре». Өфөнән ижадсы Миңһылыу Абдуллина ҡатнаша.
11.15, 20.15 «Сәсмәүер». Тамара Ғәниева «Ҡурсаҡ». Ш.Дилмөхәмәтова уҡый, 1986 йылғы яҙма.
12.15, 22.15 «Беҙҙең донъя». Башҡортостандың халыҡ шағиры Г. Юнысоваға - 70.
13.15 Концерт. Нәзир Ҡолбахтин йырлай.
14.15 Радио фондынан. «Яҙмыштар». Авторы В. Ситдикова, 2010 йылғы яҙма.
16.45, 23.15 «Башҡортостан райондары». Ҡырмыҫҡалы районы.
17.15 «Йәшәү йәме».

Бөтә Рәсәй “Милләттәр кросы - 2018”: Дәртләндереп торҙо ҡояш та

Favicon for Табын Табын 06:03 Бүлешергә:
Бөтә Рәсәй “Милләттәр кросы - 2018”:  Дәртләндереп торҙо ҡояш та 
Һәр йылдағыса, быйыл да алтын көҙҙөң салт аяҙ шәмбеһендә, йәғни 15 сентябрҙә район үҙәгенең "Йәшлек” ял паркындағы флажоктар менән уратып алынған махсус йүгереү майҙансығы гөр килеп торҙо. Тап был көн районыбыҙ мәктәптәре йүгеректәре "Йүгереү көнө”нә йыйылды. Ул Бөтә Рәсәй "Милләттәр кросы-2018” акцияһы сиктәрендә үтте. Был спорт сараһы сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу йәһәтенән йыл һайын уҙғарылып, үҙенә бихисап кешене йәлеп итә. Салт аяҙ зәңгәр күк йөҙөндә ҡояш нурҙары спортсыларҙы еңеүҙәргә дәртләндергәндәй көлтә нурҙарын һипте лә һипте.

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:37 Бүлешергә:
Күптән түгел Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙы дәүләт көйләүе тураһында закон проектын парламент ҡарауына индергән. “Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, документ 2019 йылдың башынан Хөкүмәттең яғыулыҡҡа сикке хаҡ билдәләй алыуын күҙ уңында тота.

Баҫыуҙа ла, ырҙында ла түгел, ә баҙарҙа баһалана

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:28 Бүлешергә:
Бөгөнгө ауыл хужалығына ниндәй үҙенсәлектәр хас?

Башҡортостандың ауыл хужалыҡтары быйылғы ураҡты тамамлай. Ләкин уңышты бураларға һалыу менән генә эш бөтмәй, алда иң мөһиме көтә: нисек ошо муллыҡты хужалыҡты үҫтереү, тағы ла табышлыраҡ итеү, урындағы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм ауыл уңғандарының йәшәү кимәлен артабан яҡшыртыу өсөн файҙаланырға? Икенсе төрлө әйткәндә, агрономия һәм зоотехниканы белеүҙән тыш, аграр бизнес та көндәлек һәм ғәҙәти күренешкә әйләнгән тип буламы?

Барыһы ла үҙеңдән тора

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:21 Бүлешергә:
Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барып ҡына етеш йәшәп буламы? Был һорауға күптәр яуап эҙләй. Һуңынан берәүҙәр, тырышып-тырышып та хәлләнеп китә алмағас, ҡул һелтәй. Икенселәр бөтөнләй тотоноп та ҡарамай, ғәҙәтенсә, бер һыйыр менән һуғым өсөн үгеҙ йәки тана аҫрауҙы күп күрә. Ләкин шундай тынғыһыҙҙар ҙа бар: беренсеһе килеп сыҡмаһа, икенсе эшкә тотона, хужалыҡ алып барыу өсөн бүтән тармаҡ эҙләй. Ғәҙәттә, шәхси ярҙамсы хужалыҡта ғаилә өсөн төп аҙыҡ етештерелә: картуф, башҡа йәшелсә, һөт, ит. Алда телгә алғанса, күптәр ошоға ҡәнәғәт. Эйе, шуға ла шәхси хужалыҡ “төп” эш урыны тип аталмай, ә “ярҙамсы” һанала. Әйткәндәй, һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә ауылда йәшәүселәрҙең 25 проценты уны төп килем сығанағы тип иҫәпләй икән.

Төҙәтмәләр индерелһә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:18 Бүлешергә:
Дәүләт Думаһы Өфөнән көнсығыштан сығыу юлын һалыуҙы финанслау тураһындағы закон проектын тикшерә.

Дәүләт Думаһы 20 сентябрҙә үтәсәк пленар ултырышта “Рәсәй Федера­цияһы Һалым кодексының беренсе һәм икенсе өлөштәренә, Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тура­һында”ғы Федераль закондың 9-сы статьяһына үҙгәреш индереү хаҡын­дағы закон проектын ҡарарға ниәтләй. Закон проекты Рәсәй парламентының түбәнге палатаһына Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан тәҡдим ителгәйне.

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:14 Бүлешергә:


Программа тормошто йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы нигеҙендә бихисап проекттар, төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре, башҡа байтаҡ хеҙмәт тормошҡа ашырылды. Был башланғыс халыҡтың уң ҡулына әйләнде тиерлек. Программа ярҙамында күптән түгел генә башҡарылған ҡайһы бер эштәргә күҙ һалайыҡ.

Изгелек хисе һүрелмәһен

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:08 Бүлешергә:
Башҡорт дәүләт медицина университетында Федерация Советының фән, белем һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова менән осрашыу үтте.

2018 Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Заманалар үҙгәреп, кешеләр араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәт бер аҙ алыҫлашып торған мәлдә тотош йылды ошо исем менән атауҙы халыҡ йылы ҡабул итте. Нимә генә тимә, һуңғы осорҙа әүәлдән килгән өмә, бер-береңә ярҙамлашыу кеүек төшөнсәләр тоноҡ­ланғандай, бөтә нәмәне бары аҡса менән генә үлсәй башланыҡ кеүек.

Ваҡытынан алда тапшырыла

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:05 Бүлешергә:
Бөрйән районында 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 108 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамланып килә. Объект былтыр августа һалына башлағайны. Яңы Собханғол ауылында белем биреү комплексын сафҡа индереү 2019 йылдың авгусына тәғәйенләнгәйне, әммә дәүләт заказсыһы менән генераль подрядсының тырышлығы һөҙөмтәһендә объектты тапшырыу ваҡыты ҡыҫҡартылды.

Илдең киләсәге – яуаплы ҡулдарҙа

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 04:03 Бүлешергә:
Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән күп балалы әсәләргә “Әсәлек миҙалы” тапшырылды. Был юлы юғары исемгә 45 әсә лайыҡ булды, уларҙың араһында мәғариф, мәҙәниәт, сауҙа, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм хужабикәләр бар.

Билдәле булыуынса, “Әсәлек даны” миҙалы республикабыҙҙа 1998 йылдан алып тапшырыла. Бындай баһаға биш һәм унан да күберәк бала тәрбиә­ләгән әсәләр лайыҡ.

Мөхәббәт һәм нәфрәт... һәм кредит

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:30 Бүлешергә:
Мөхәббәт һәм нәфрәт...  һәм кредит
... – Алло?
– Тыңла бында: тағы ла бер тапҡыр шылтыратһаң, миңә, йә кәләшемә, үҙеңә ҡарап үпкәлә, ялҡауым килмәйәсәк, килеп бәргеләйәсәкмен! Үлтерәсәкмен, ишеттеңме?! – аҡырып бөтөү менән трубканы бәрҙеләр. Трубканы бәргән айыуҙай егет, Альберт һүҙҙәрҙе, әлбиттә, һайлап торманы, ҡаты итеп һүгенеү ҡатыш янаны: “Үл-те-рә-сәк-мен!” Ирҙең тауышынан, янауҙарынан йәш кенә, нәҙек Дилбәр исемле һылыу ҡыҙ шаңҡыһа ла, һыр бирмәҫ өсөн ирендәрен ҡымтыны һәм: “Һинән кем ҡурҡып торһон!” – тип ҡысҡырып өлгөрҙө.
Ошо юлдарҙы уҡығанда, егет менән ҡыҙ араһындағы мөнәсәбәттәр күҙ алдына баҫҡандыр, кемдең нимәгә фантазияһы етеп, мөхәббәт өсмөйөшөнә ҡәҙәр уйлаусылар булғандыр. Ләкин ысынында иһә улар араһында һис ҡасан һөйөү булманы һәм булмаясаҡ та. Ҡасандыр, бәлки, ихтирам булғандыр, әммә әле уларҙы тик нәфрәт берләштерә. Нәфрәт һәм кредит.

Көрсөк мәлен үткәреп ебәрерлек көс табығыҙ

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:00 Бүлешергә:
Көрсөк мәлен үткәреп  ебәрерлек көс табығыҙ
Ирем менән 7 йыл бергәбеҙ. Бик яратышып өйләнештек. Хәҙер нимәлер булды, ирем бар ни, юҡ ни... Хатта ул мине бик ныҡ көйҙөрә: һауыт-һабаны йыумаған булһа ла, алдан ҡайтып, балалар менән дәрес әҙерләмәһә, ашарға ла бешермәһә... Һөйләй башлаһа ла, хатта ҡырын ҡараһа ла, ҡыҙам да китәм. Ул да бит өндәшмәй тормай. Юҡтан ғына әрләшәбеҙ. Аҙаҡтан, әлбиттә, кире ярашабыҙ, шулай ҙа күңелдә ниндәйҙер юшҡын ҡалып, үҫкәндән-үҫә килә бит!
Түшәктә лә һыуынып барабыҙ кеүек тойола... Балаларға һиҙҙермәҫкә тырышһаҡ та, бәләкәс улым: “Әсәй, әллә һин атайҙы яратмайһыңмы? Гел генә әрләп тик йөрөйһөң”, – тине. Башыма төрлө уй килә. Нимә булды миңә? Әллә уның да миңә ҡарата мөхәббәте бөткәнме икән?
Ғәлиә, 32 йәш.

Дата: 17.09.2018

Ипотека алғандар арта

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 16:09 Бүлешергә:
Быйыл һигеҙ айҙа “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтар реестрына ипотека тураһында 62 582 яҙма индергән, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 35,7 процентҡа күберәк.

Ҡытайҙың Циндао ҡалаһы делегацияһы менән эшлекле осрашыу

17 сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһының Циндао ҡалаһы мэры Мэн Фаньли етәкселегендәге делегация менән осрашты. 

Янғын хәүефе тыуһа…

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 14:23 Бүлешергә:
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы рәсми сайттағы ашығыс белдереүендә Башҡортостанда бишенсе, йәғни иң юғары янғын хәүефе класын ғәмәлгә индереү хаҡында хәбәр итте. Ошоға бәйле ҡотҡарыусылар һаҡлыҡ сараһы күреүҙе, түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе һорай.

Бушлай тикшерелергә мөмкин

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:23 Бүлешергә:
Был аҙнала Өфөлә баш һәм муйын сирҙәрен иртә диагностикалау акцияһы уҙғарыла. Ул 19 – 20 сентябрҙә муниципаль-ара онкология үҙәктәрендә: 13-сө ҡала клиник дауаханаһында һәм 32, 43, 50-се поликлиникаларҙа ойошторола.

“Төркиҙәр алтыны”нда – беҙҙекеләр

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 11:38 Бүлешергә:
Калуга өлкәһендә III “Төркиҙәр алтыны” Бөтә Рәсәй төрки йәштәр форумы асылды. Ул Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен үҙ-ара байытыу юлы менән йәштәр мөхитендә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә булышлыҡ итеү маҡсатында Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тарафынан үткәрелә.

Ялда йөрәккә ял булманы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:44 Бүлешергә:
Көйәрмәндәр уҙған ял көндәрен көтөп алды. Шулай булмай, “Салауат Юлаев” йомала – Татарстандың “Аҡ Барыҫ”, йәкшәмбелә “Нефтехимик” командалары менән осраша ине.

Бер аҙнаға машинаңдан баш тарт…

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:41 Бүлешергә:
Өфөлә “Эшкә велосипедта” акцияһы башланды. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн ике тәгәрмәсле транспортҡа ултырып, офисҡа юлланырға ғына кәрәк. Сараның төп маҡсаты – ҡала халҡына велосипедтың сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуы һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян итмәүе хаҡында иҫкәртеү. Ғалимдарҙың фекеренсә, велосипедта 30 минут йөрөү организмдың физик әүҙемлеккә көндәлек ихтыяжын ҡаплай, хәүефле сирҙәргә кәртә ҡуя, ябығырға ярҙам итә.

Иғтибар: “Башҡортостан ҡоштары” конкурсы

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:38 Бүлешергә:
Уҡыусыларҙы VIII “Башҡортостан ҡоштары” республика балалар интернет-конкурсында (йәй/көҙ миҙгелдәре) ҡатнашырға саҡыралар.

Башҡортостанда экотехнопаркта ҡалдыҡтарҙан пластик һәм альтернатив яғыулыҡ етештерәләр

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:07 Бүлешергә:
Башҡортостанда беренсе экотехнопаркта ҡалдыҡтарҙан пластик һәм альтернатив яғыулыҡ етештерәләр. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы тәрән эшкәртеү буйынса майҙансыҡ өсөнсө хеҙмәтләндереү зонаһы ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса төбәк операторы – «Эко-Сити» компанияһы базаһында асыла. Ул Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Миәкә, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары биләмәһен уратып ала.

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан артабан да Рәсәйҙең баллы баш ҡалаһы итеп күрһәтелә»

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:04 Бүлешергә:
2021 йылда республикала XLVII «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ конгресын уҙғарыу Башҡортостанға Рәсәйҙең баллы баш ҡалаһы исемен нығытырға мөмкинлек бирергә тейеш. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов форумға әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

– Конгресты уңышлы үткәргән осраҡта – ә беҙ һеҙҙең менән быға шикләнмәйбеҙ – Башҡортостан артабан да Рәсәйҙең баллы баш ҡалаһы итеп күрһәтелергә тейеш, – тине республика етәксеһе. – Ошо баһалап бөткөһөҙ имидж капиталын тулыһынса һәм бөтә йүнәлештәр буйынса файҙаланырға кәрәк.

Учалыла - һаулыҡ көнө

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:13 Бүлешергә:
15 сентябрь Учалыла Һаулыҡ көнө тип иғлан ителде, уның сиктәрендә “Милләттәр кросы-2018” уҙғарылды.

Күл тирәләй йүгереп...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:11 Бүлешергә:
Шәмбе көндө Рәсәй юлдарынан йүгеректәр төркөмө ағылды. Улар “Милләттәр кросы”нда ҡатнашыусылар ине.

Бал йортона килегеҙ!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:09 Бүлешергә:
2021 йылғы “Апимондия” умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара конгресына туристик бал комплексы төҙөләсәк.

Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 07:01 Бүлешергә:
Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
* * *
Бер ғаилә ресторанға килеп инә лә, ашап бөткәс, ғаилә башлығы аҡса түләргә официантты саҡыра. Аҡсаһын сығарып булышҡан мәлдә ҡатыны официанттан:
– Ашап бөтмәгән ризыҡтарҙы этебеҙгә алып ҡайтырға мөмкинме? – тип һорай.
– Әлбиттә, мөмкин, хәҙер контейнерға һалып бирербеҙ.
Балалар, шатлыҡтарынан ҡулдарын сәпәкәйләп:
– Урра! Беҙгә эт алалар!

Башҡортостан Рәсәйҙең бал үҙәгенә әүерелә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:54 Бүлешергә:

Ошо турала Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Апимондия” форумына әҙерлек мәсьәләләренә арналған ултрышта белдерҙе. Абруйлы сара 2021 йылда үтә. Форумға әҙерлек барышында Өфөлә яңы проекттар тормошҡа ашырыла.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль яңы бейеү әҙерләй

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:33 Бүлешергә:

Премьера Ғаилә йылына бағышлана. Бейеүҙең сюжеты ике ғашиҡ йөрәк тураһында бара. Бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәштәр айырылышып, йылдар үткәс тағы аҡланда осраша. Әйткәндәй, ансамбль быйыл данлыҡлы балетмейстер Хашим Мостаевтың тыуыуына йөҙ йыллыҡты билдәләй. Яңы бейеүҙе уның уҡыусыһы, репетитор Марат Кәримов ҡуя.

Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы халыҡ-ара медиатөркөмгә ҡушылды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:32 Бүлешергә:

Ҡытайҙа Сиань ҡалаһында ошо турала килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, БСТ тапшырыуҙары Ҡаҙағстан, Тажикстан, Белорусь һәм Ҡытайҙа күрһәтелә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Ҡатый телекомпаниялары менән хеҙмәттәшлек итә башланы.

Республикала "Эшкә велосипедта" исемле аҙналыҡ башланды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:30 Бүлешергә:

Акцияға Өфө, Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ халҡы ҡушыла. Ошондай үҙенсәлекле сара бөтә илдә үткән Хәрәкәтсәнлек аҙналағы барышында ойошторола. Бөгөн акцияның тәүге көнөндә эшкә велосипедта барыусыларға бүләктәр һәм сувенирҙар таратыла.

«Янғантау» геопаркы ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү өсөн хупланды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:27 Бүлешергә:

Италияның Адамелло-Брента ҡалаһында уҙған ЮНЕСКО-ның 8-се Халыҡ-ара геопарктар конференцияһында эксперттар Башҡортостанда «Янғантау» геопаркы ғаризаһын ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү өсөн хупланы.

«Янғантау» геопаркы Салауат районында урынлашҡан. Уның майҙаны 1,8 мең квадрат километр тәшкил итә. Бында халыҡ-ара һәм милли әһәмиәтле 20-нән ашыу геологик объект урынлашҡан. Төп геологик күренекле урын – Мәсетле ауылы киҫелеше. Бында пермь осорондағы (290 миллион йыл элек) таш булып ҡатҡан флора һәм фауна бар.

читать далее

Башҡортостан уҡыусыларын VIII «Башҡортостан ҡоштары» республика балалар интернет-конкурсында ҡатнашырға саҡырыла

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:25 Бүлешергә:

Конкурста бер нисә номинация: ҡош менән фото; ҡоштар өсөн файҙалы ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу; Башҡортостанда оялаған һәм йылы яҡҡа осҡан ҡош менән фото; Башҡортостанда оялаған һәм йылы яҡҡа осҡан ҡош төрҙәре тураһындағы һорауҙарға яуаптар. Конкурс өсөн материалдарҙы «Башҡортостан ҡоштары» конкурсы сайтына ебәрергә кәрәк. Эштәр 2018 йылдың 1-7 октябрендә ҡабул ителә, 2018 йылдың 1 ноябрендә еңеүселәр иғлан ителә. Уҡыусыларҙы «Башҡортостан ҡоштары» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры Шүлгәнташ мәмерйәһе залында концерт бирҙе

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:24 Бүлешергә:

Сара 48-се Бөтә донъя СИООФ (фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы) конгресы барышында ойошторолдо. Конгресс Өфөлә 15-25 сентябрҙгә тиклемVI Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан уҙғарыла.

читать далее

«Өфөлә Шаляпин кисәләре» фестивале «Фауст» операһының премьераһы менән асылды

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:18 Бүлешергә:

«Фауст» — Башҡорт театры тарихында тәүге операларҙың береһе. Ул 1939, 1950, 1961, 1978, 1999 һәм 2007 йылдарҙа ҡуйылған. Яңы спектаклдең ҡуйыусы режиссеры — өфөләргә яҡшы таныш режиссер, «Алтын битлек» лауреаты Георгий Исаакян. Был уның Өфө сәхнәһендәге бишенсе спектакле. Донъя опера репертуарындағы иң популяр операларҙың береһендә һәр режиссер үҙенең темаларын эҙләй, үҙенең философик үҙенсәлектәрен билдәләй. Ҡуйыусы режиссер әйтеүенсә, яңы «Фауст»ың төп темалары — яңғыҙлыҡты һәм яуызлыҡ тәбиғәтен тикшереү.

читать далее

Иғтибар итегеҙ!

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 06:12 Бүлешергә:

17 СЕНТЯБРЬ, ДҮШӘМБЕ

ПРОФИЛАКТИКА.
14.15 Радио фондынан.«Өҙөлгән моң». Венер Килмөхәмәтов хаҡында тапшырыу. Авторы Риф Мифтахов.
16.45, 23.15 «Башҡортостан райондары» Көйөргәҙе районы.
17.15 «Көтмәгәндә - уйламағанда». Юлай Ғәйнетдинов ҡатнашлығында тапшырыу. Авторы Ә.Муллағолова.
18.15 Башҡортостандың 100 йыллығын ҡаршылап. Матбуғатта республика тарихы. Ф.Мәжитова.
20.15 «Сәсмәүер» Мөхтәр Сәғитов «Урман ҡуйынында». Ә.Мортазин уҡый. 1994 йылғы яҙма.
21.15 «Ижади портрет» Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актеры Рафиҡ Хәсәнов.
22.15 «Беҙҙең донья» Театр. Драматург М.Ҡунафин.

читать далее

Һуғандың өлгөргәнен нисек белергә?

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Һуғандың өлгөргәнен нисек белергә?
Һуғанды ваҡытынан алда йыйһаң, ул формалашып етмәй. Ә һуңға ҡалһаң, төрлө ҡоротҡос үтеп инеп, уңышҡа зыян килтерергә мөмкин. Уны йыйыу ваҡытын билдәләүе ҡыйын түгел.
1. Һабаҡтары һарғая, кибә, түтәлгә ята башлай.
2. Математик ысул менән дә иҫәпләргә мөмкин. Уны ултырт­ҡандан һуң 68 – 83 көндә өлгөрә. Шулай уҡ йәйҙең нисек килеүенә лә иғтибар итергә кәрәк. Әгәр һыуыҡ булып, йыш ямғыр яуһа, һуғандың үҫеше оҙағыраҡҡа һуҙыла. Шулай ҙа оҙаҡҡа ҡалырға ярамай. Ямғыр ваҡытында тамырлана.
3. Һуғанды дөрөҫ йыйырға кәрәк. Йолҡоп алынған уңышты ҡояшта әйләндерә- әйләндерә киптерергә. Һуңынан еләҫ урында бер нисә көн тоторға. Ҡыяҡ ҡалдыҡтарын өҙөргә ярамай: ундағы туҡлыҡлы матдәләр йәшелсәнең өлгөрөп етеүенә ярҙам итә. Һуған 0 градуслы бинала яҡшы һаҡлана.

"Йондоҙло табын" - Ләйсән ТИМЕРХАНОВА

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:00 Бүлешергә:
"Йондоҙло табын" - Ләйсән ТИМЕРХАНОВА
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Ләйсән ТИМЕРХАНОВА “Йәшлек” гәзите уҡыусыларына үҙенең яратып әҙерләгән аш-һыу рецептарын тәҡдим итә.

Йондоҙнамә (17-23 сентябрь)

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:00 Бүлешергә:
Йондоҙнамә (17-23 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көсөргәнешле аҙна. Төп эшегеҙҙә өҫтәмә бурыс йөкмәтеүҙәре ихтимал. Ҡайһы саҡ башығыҙҙы күтәрергә лә форсат булмаҫ һымаҡ. Мөмкинлек табып, үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә тырышығыҙ. Матди ҡыйынлыҡтар дауам итер, ләкин тиҙҙән хәлегеҙ мотлаҡ һәйбәтләнер.

Дата: 16.09.2018

Психатрия бригадалары кәмемәй

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:58 Бүлешергә:
Республикала психатрия бригадалары ҡыҫҡартыу тураһындағы фарман ғәмәлдән сығарылды, тип хәбәр итә “Интерфакс-Волга буйы” Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенә һылтанып.

Ышанһаң — ышан...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:57 Бүлешергә:
Һөттөң сәләмәтлек өсөн файҙалы икәнен күптән беләбеҙ. Әммә уның йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен һиҙелерлек кәметеүен ишетмәгәйнек әле.

Хужабикәнең төп ярҙамсыһы

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Хужабикәнең  төп ярҙамсыһы
Элек туҙған капрон әйберҙәрҙе, башҡа иҫке-моҫҡоно йыуғыс итеп тотона инек, хәтерләйһегеҙме? Хәҙер аш-һыу бүлмәһендә губкаһы булмаған хужабикә юҡ тиерлек. Етештереүселәр улар­ҙың ниндәйен генә тәҡдим итмәй – уларҙың төҫө, материалы, тәғәйенләнеше күп төрлө булыуы менән хайран ҡалдыра. Аш-һыу бүлмәһендәге төп ярҙамсының төрҙәренә туҡталып үтәйек.

Һуңлап килгән аҡыл

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:00 Бүлешергә:
Һуңлап килгән аҡыл
“...Һинең кеүек уйнаш ҡатындар булғанға ла ғаиләләр тарҡала, балалар етем үҫә. Миңә ауылда һөйләнеләр инде: атай менән әсәйем һинең арҡала айырылышҡан. Мине лә, әсәйҙе лә, атайҙы ла бәхетһеҙ иттең. Бер ҡасан да һинең кеүек булмайым. Башҡаса атай йортона аяҡ баҫмайым. Минең өсөн атай ҙа, һин дә, башҡа туғандар ҙа юҡ!..”
Ғәлимә хатты уҡып бөтөрә алманы, күҙ йәштәренә быуылды. 22 йәшлек үгәй ҡыҙы Юлиәнең һәр һүҙе нәфрәт, асыу менән һуғарылған. Һуңғы ун йылда килгәне һайын ҡунаҡ итеп, һуңғы аҡсаһын түгеп булһа ла кейем-һалым алып биреп, сумка-сумка күстәнәстәр биреп оҙатҡан бала, шулай итеп, уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Хәйер, үҙе ғәйепле. Ауылда әсәһен белгән һәр кем уға баштан уҡ кәңәш бирҙе бит: “Алты йыл килен булып йәшәне, алтмыш йылдай ҡан ҡаҡшатты ул бисә. Әлдә ирең Әхмәт юл фажиғәһенә осрап, түшәккә ятты. Юғиһә ғүмере буйы ошо ауылдан китмәй ятыр ине. Килтермә балаһын, яҡшынан яман тыуғанын ишеткән бар, әммә ямандан бер ваҡытта ла яҡшы тыумай. Һеҙҙе йәшәтмәйәсәк ул!”

Дата: 15.09.2018

“Тимер ат”тарҙың ҡайһыһын һатыуы ауыр?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 10:30 Бүлешергә:
Рәсәй халҡы ҡулланыуҙа булған машиналар араһынан Hyundai Solaris, Lada Granta һәм Kia Rio моделдәренә өҫтөнлөк бирә, тигән һығымтаға килгән аналитиктар.

Һауыт-һабаң таҙамы?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 09:00 Бүлешергә:
“Росконтроль” Бөтә Рәсәй ҡулланыусылар союзы һауыт-һаба йыуыу өсөн тәғәйенләнгән йыуыу сараларына экспертиза үткәрҙе. Ҡайһыһы зарарһыҙ һәм яҡшыраҡ йыуа икән?

Сит ил кинолары кәрәкме?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:00 Бүлешергә:
Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы прокатта сит ил фильмдары сеанстары һанын сикләү башланғысын тәҡдим итте. Бындай сеанстар көнөнә күрһәтелгән картиналарҙың дөйөм һанының 35 процентынан артмаҫҡа тейеш. Ошоно билдәләгән закон проекты эшләнде. Уны төрлөсә баһалайҙар.

БСТ-ны ҡытайҙар ҙа ҡарай

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:14 Бүлешергә:
Ҡытайҙа Рәсәйҙең, Ҡаҙағстандың, Тажикстандың һәм Белоруссияның 12 телекомпанияһы араһында видеоконтент менән алмашыу хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Халыҡ-ара консорциумда БЮТ телеканалы ла ҡатнашты.

Силәбелә сквер асылды

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:12 Бүлешергә:
Сквер мең ярымдан ашыу кеше йәшәгән Хәлит ауылы халҡына ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк булды. Ошоғаса был ер ташландыҡ хәлдә ине. Хәҙер тирә-яғы ағастар, сәскәләр менән уратып алынған.

"Йондоҙло табын" - Земфира АҠБУТИНА

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
"Йондоҙло табын" - Земфира АҠБУТИНА
Бөгөн “Йәшлек” уҡыусыларына уҡытыусы, шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Земфира АҠБУТИНА үҙенең яратҡан ризыҡтарын бешерергә өйрәтә.

Туҡланыу рационында мотлаҡ булырға тейешле аҙыҡтар

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
Туҡланыу рационында  мотлаҡ  булырға тейешле аҙыҡтар
1. Бал. Иммунитетты нығыта һәм иң яҡшы энергия сығанағы булып тора. Бал булһа, шәкәр ҙә кәрәкмәй.
2. Банан. Калий күп булыу сәбәпле, мускулдарҙың көсөн һаҡлай. Бынан тыш, банан йөрәк эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә һәм инсульт кисереү хәүефен кәметә.
3. Геркулес. Ҡан тамырҙарын таҙарта һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыу­ҙарын дауалай.
4. Шпинат. А, С и К витаминдарына, антиоксиданттарға һәм тимергә бай булыуы менән мускулдар өсөн яҡшы.
5. Зәйтүн майы. Унда А һәм К витаминдарының үҙләштерелеүенә ярҙам итеүсе Е витамины күп. Был май шулай уҡ организмдың йәшәреүенә һәм холестеринды кәметеүгә булышлыҡ итә.
6. Алма. Был емештә С витамины әфлисунға ҡарағанда ла күберәк. Бынан тыш, яман шеш күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлай һәм үпкә, йөрәк, аш эшкәртеү органдарының эшмәкәрлеген яҡшырта.
7. Йогурт. Иммунитетты күтәреүсе һәм аш эшкәртеүҙе яҡшыртыуға булышлыҡ итеүсе кальций һәм пробиотиктарға бай. Өҫтәүенә, ҡыҙыу эш көнөндә ҡапҡылап алыу өсөн дә уңайлы.
8. Лосось. Уның составында ҡандағы холестериндың кимәлен кәметергә ярҙам итеүсе һәм яман шештән һаҡлаусы омега – 3 майы күп. Бынан тыш, ул сәстең торошон яҡшырта һәм депрессияны еңергә булышлыҡ итә.
9. Кишер. Ул күреү һәләтен яҡшыртыусы һәм онкология сирҙәренән һаҡлаусы бета-каротинға бай. Кишер яҡшы үҙләштерелһен өсөн, ҡаймаҡ йә көнбағыш майы ҡушып ашарға кәңәш ителә.
10. Ҡара көртмәле. Был еләк организмдағы ҡартайыу процесын тотҡарлай һәм күҙҙәргә ыңғай йоғонто яһай. Бына тыш, ул хәтерҙе яҡшырта.

Дата: 14.09.2018

10 фактов о должниках Республики Башкортостан по имущественным налогам

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 11:37 Бүлешергә:
[/b]10 фактов о должниках Республики Башкортостан по имущественным налогам
[b]1. Налоговая дисциплина населения республики [/b]
По состоянию на 1 июля 2018 более 900 тысяч граждан Республики Башкортостан имеют задолженность по имущественным налогам. На сегодняшний день задолженность по имущественным налогам физических лиц свыше 10 тыс. рублей имеют более 35 тысяч граждан в общей сумме 1218 млн рублей. Общая сумма долга составляет 2 млрд 116 млн рублей, из которой на транспортный налог приходится 1 млрд 370 млн рублей, земельный налог - 401 млн рублей и налог на имущество физических лиц - 345 млн рублей.
За I полугодие текущего года долг граждан перед бюджетом сократился на 980 млн рублей (-32%). По сравнению с аналогичным периодом прошлого года снижение составило 326 млн рублей (для сравнения: на 01.07.2017 общая сумма долга составляла 2 млрд 442 млн рублей).

[b]2. Самые крупные должники по имущественным налогам. Кто они и размеры задолженности? [/b]
На сегодняшний день в республике проживают три налогоплательщика, имеющие задолженность по имущественным налогам свыше 3 млн рублей (по налогу на имущество и земельному налогу). Более 3 тыс. граждан имеют задолженность по имущественным налогам свыше 50 тыс рублей на общую сумму порядка 540 млн рублей. По сравнению с началом года размеры задолженности в Башкортостане сократились на 165 млн рублей (-23%).

Телеканал БСТ увидят в нескольких странах мира

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 11:20 Бүлешергә:
В Китае состоялось подписание соглашения об обмене видеоконтентом между 12 телекомпаниями России, Казахстана, Таджикистана и Белоруссии. Участником международного консорциума стал и телеканал БСТ. Стороны договорились создать единую систему обмена программами для трансляции в своем эфире. Подписание соглашения и торжественная церемония запуска нового проекта состоялось в городе Сиань - древней столице Китая в рамках международного медиасаммита «Один пояс - один путь».

БАШДРАМ ГАСТРОЛГӘ СЫҒА!

Favicon for Башҡорт драма театры Башҡорт драма театры 10:24 Бүлешергә:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролгә сыға. Тамашасы иғтибарына Флорид Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме” спектакле һәм балалар өсөн сағыу, мажаралы “Mouse story” музыкаль әкиәтен тәҡдим итә.

25 сентябрь - Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылы,
26 сентябрь - Балтас районының Иҫке Балтас ауылы,
27 сентябрь - Мишкә районының Мишкә ауылы.
СПЕКТАКЛДӘР балалар өсөн - 13.00 сәғәттә, ҙурҙар өсөн - 19.00 сәғәттә башлана

Рәхим итегеҙ!

Белешмә өсөн телефон: 8-917-431-41-44
(администратор-Рима Ирек ҡыҙы Зәйнуллина)

Тик изгелек көт

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:58 Бүлешергә:
“Кешеләрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға ҡарата мөнәсәбәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты булһын”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ерҙә әҙәм балалары дуҫлыҡҡа мохтажлыҡ кисереп йәшәй, бер-береһендә таяныс таба.

Ярҙам итәйек!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:55 Бүлешергә:
Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй, тиҙәр. Беребеҙ ҙә был тормошта һынауҙарҙан азат була алмайбыҙ. Ҡырмыҫҡалылағы Хәсәновтар ғаиләһе лә шундай ҙур ауырлыҡҡа дусар булды.

Республиканың 100 йыллығына Дыуанда социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә башланы

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 08:54 Бүлешергә:

Дыуан ауылында йәшәүселәр теүәл бер йылдан тораҡ пунктында 2018 йылдың 1 сентябрендә төҙөлә башлаған яңы социаль-мәҙәни үҙәккә йөрөй башлай. Объект Башҡортостандың ойошторолоуҙың 100 йыллығына юбилей объекттары төҙөлөшө исемлегенә ингән.
Әле төҙөлөш майҙансығы әҙерләнгән, билдә һалынған, нигеҙ соҡоро ҡаҙыла. Киләсәктә бында яңы социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө проектында китапхана, 300 урынлыҡ тамаша залы, тренажер залы, баян, фортепиано, хореография, хор бүлексәһе кластары менән музыка мәктәбе ҡаралған. Эштәрҙе 2019 йылдың 1 сентябрендә тамамлау күҙаллана.

Йән паклығы – тән таҙалығынан

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:54 Бүлешергә:
Әҙәм балаһы өсөн йәненең дә, тәненең дә таҙалығы мөһим. Динебеҙ ҙә шулай ҡуша. “Ғилемдең ике төрө бар: динде белеү һәм тәнде өйрәнеү”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Икеһе лә һәр яҡлап әҙәм балаһының сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Тәненең үҙенсәлектәрен белгән кеше, һис шикһеҙ, һаулығына, туҡланыуға ҙур иғтибар бүләсәк.

Ихаталар йәмләнә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:46 Бүлешергә:
Ишембайҙа “Ҡала мөхите” федераль проектына ярашлы төҙөкләндерелгән 92-се А кварталы ихатаһы быға тиклем ташландыҡ хәлдәге биләмә була. Бөгөн бында балалар өсөн уйын, хоккей майҙансыҡтары, спорт ҡоролмалары урын алған, биләмәне йәмләп аллы-гөллө сәскәләр үҫә. Йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн тип-тигеҙ тротуарҙар һалынған, ултырып ял итергә эскәмйәләр ҡуйылған.

Һарысайҙа, йөҙ йыл элек Рәсәй. Сентябрь. Ваҡиғалар.

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:45 Бүлешергә:
Бер быуат элгәрге тарихтың август сәхифәләрендә Рәсәй Совет Республикаһының етәксеһе Владимир Ленинға һәм Петроград чекистары башлығы Моисей Урицкийға һөжүмдән һуң Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитетының, рәсми рәүештә, “эшсе-крәҫтиәндәр власына йүнәлтелгән аҡтар террорына буржуазия һәм уның агенттарына ҡаршы “ҡыҙыл террор” менән яуап биреләсәк” тигән ҡаты иҫкәртеүҙе хәтерҙә яңыртҡайныҡ.

Благоварҙа дуҫтарыбыҙ артһын

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:41 Бүлешергә:
Заман почта хеҙмәтен етди һынауҙар, үҙгәрештәргә ҡулайлашыу зарурлығы алдына ҡуйҙы. Бөгөн почтальондар элеккесә гәзит-журнал, хат ташыусы ғына түгел, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса план үтәү, почта тәҡдим иткән тауарҙарҙы һатыу, халыҡҡа мөмкин тиклем киңерәк хеҙмәт күрһәтеү хәстәре менән яна.

Благовар районы буйынса почта элемтәһе цехы начальнигы Рим Хәбибуллин да әңгәмә барышында ошо мәсьәләләргә туҡталды, заман талаптарына ярашлы эшләргә тырышыуҙарын билдәләне. Район почтамты 70 хеҙмәткәрҙе берләш­терә, уларҙың бишәүһе пенсия таратыу эшенә яуаплы. Бөтәһе 16 бүлексә иҫәпләнеп, өсәүһендә “Почта-Банк” хеҙмәттәре күрһә­телә.

“Халыҡтан алам — халыҡҡа бирәм”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:38 Бүлешергә:
Йәнғәле Вахитовтың яҙмышы хаҡында уйланыуҙар

Ул бөйөк кеше булды. Үҙ ваҡытында республика, Рәсәй генә түгел, донъя сәхнәләрен дә шаулатты. Бөгөн үҙен һирәк иҫкә алһалар ҙа, уның уҡыусылары бейеү сәнғәте өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, ә ул ижад иткән бейеүҙәр әле һаман халыҡ араһында ғына түгел, ҙур сәхнәләрҙә лә тамашасы һөйөүен яулаған. Һүҙем – БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсән, ҡурайсы, талантлы бейеүсе Йәнғәле Арыҫлан улы Вахитов хаҡында.

“Ҡурай” күрһәтә: башҡортса хоккей!

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:32 Бүлешергә:
“Салауат Юлаев” уйындары телевидениенан милли телдә тапшырыла

Быйыл 2 сентябрҙә башҡорт телевидениеһы тарихында иҫтәлекле ваҡиға булды. Тәүге тапҡыр “Ҡурай” телеканалында “Салауат Юлаев” хоккей командаһы матчтары тура эфирҙа башҡортса алып барыла башланы. Микрофон алдындағы егеттәр кемдәр? Был мөмкинлеккә нисек өлгәшкәндәр? Һөнәри оҫталыҡта нисек камиллашалар?.. Спорт комментаторҙары Фәрүәз Рафиҡов һәм Рәмил Урманшин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Шаляпин исемендәге конкурсҡа Өфөгә донъяның ете иленән 45 йырсы килә

Favicon for Ашҡаҙар радиоһы Ашҡаҙар радиоһы 08:30 Бүлешергә:

Өфөлә XVI Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале барышында Федор Шаляпин исемендәге II Халыҡ-ара йырсылар конкурсы уҙғарыла.

читать далее

Тәрән йылға тын ағыр, йәки “Атанан күргән – уҡ юнған” ҡыҙҙар ҙа бар беҙҙә

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:16 Бүлешергә:
…Редакцияла тынғыһыҙ, мәшәҡәтле көндәрҙең береһе. Бөгөн һине нимә көткәнен – ашығыс командировкамы, юғары даирәләрҙә үткән сарамы, авторҙар менән осрашыумы – барыһын да алдан күҙаллап, планлаштырып бөтөүең бик тә икеле. Әле лә шулай, үҙебеҙҙең эш ҡаҙаны: социаль проблемалар бүлегенең ишеген асыу менән ҡәләмдәшем Гүзәлиәнең бер ҡатын-ҡыҙҙың аһ-зарлы телмәрен борсолоп, уйсан йөҙ менән тыңлауына шаһит булдым. Ҡатын сығып китте, бүлмәне тәрән тынлыҡ баҫты…

Ирмен тигән ирҙең күңелендә...

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 08:11 Бүлешергә:
Шағир Салауат Әбүзәрҙең “Ғәмәл дәфтәре”нә бер ҡараш

«Салауат Юлаев» - «Аҡ барс»! Кем-кемде?

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 08:11 Бүлешергә:
«Салауат Юлаев» - «Аҡ барс»! Кем-кемде?
Бөгөн «Салауат Юлаев» һәм КХЛ-дың ғәмәлдәге чемпионы «Аҡ Барс» уйнай. Командалар «Өфө-Арена»һында Континенталь хоккей лигаһының 11-се миҙгелендә тәүге «йәшел дерби»ҙа осраша.

Уйын Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана. Тура эфирҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм КХЛ телевидениеһы алып бара.

Ямғырҙар башлана

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 07:55 Бүлешергә:
Тиҙҙән Башҡортостанға ямғырҙар киләсәк.

Урмансы - халыҡ байлығын һаҡлаусы

Favicon for Табын Табын 07:08 Бүлешергә:
Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан БР "Урмансылыҡтар идаралығы” Дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Ғафури урмансылығы буйынса "Ғафури урмансылығы” бүлеге начальнигы Әнәс Әхәт улы СӘЙФУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ - уға:
-Предприятиебыҙҙың атамаһы нисек кенә үҙгәреп тороуға ҡарамаҫтан, эшмәкәрлегебеҙ үҙгәрешһеҙ ҡала. Урмандарҙы контролдә тотоу, күҙәтеү, идаралыҡ итеү беҙҙең төп эшмәкәрлек булып тора. Атап әйткәндә, урмандарҙы һаҡлайбыҙ, физик шәхестәргә һәм юридик берәмектәргә ҡуртымға биреү менән шөғөлләнәбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең эшмәкәрлеккә диләнкә алыуға, урман участкаларын бүлеп биреүгә (сабынлыҡ, умарталыҡ ҡуйыу, турбаза урынлаштырыу өсөн һ.б.) рөхсәт, белешмә һәм башҡа документтар әҙерләп биреү инә. Район биләмәһендәге дәүләт урман фонды ерҙәрендә, мәҫәлән, бер нисә туристик фирма ("Артыш”, "Ҡуйлытамаҡ”, "МП-строй”, "Агролэнд” хужалығы турбазалары һ.б.), әллә күпме умартасы үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Ғөмүмән, 100-ҙән ашыу арендасы иҫәпләнә. Урмандан ҡуртымға ер алып, үҙ эшмәкәрлеген асырға теләүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ.
Әлеге мәлдә штатта 8 кеше иҫәпләнә. Йылдың-йылы эшмәкәрлегебеҙ өсөн пландар еткерелә. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан планға ярашлы, 130 саҡрымда янғынға ҡаршы һыҙаттар булдырылды, план буйынса 10 ял итеү урындары (беседкалар, эскәмйәләр ҡуйыу) төҙөкләндерелергә
тейеш булһа, ул арттырып үтәлеп, 21 дана тәшкил итте,  урман янғындарын иҫкәртеү буйынса аншлагтар 15 урынына 35 урынлаштырылды, 83 гектар майҙанда йәш үҫентеләр үҫеше өсөн ҡарт ағастарҙы киҫеү - 86 процентҡа, 50 гектарҙа ағастарҙы һирәгәйтеү эштәре  - 71 процентҡа, 50 гектар майҙанда ағастарҙы киҫеп урман аша һыҙат булдырыу 80 процент тирәһенә үтәлде.
Урман хужалығындағы яңылыҡтарҙан яңы урман хужалығы регламенты ҡабул ителеүен билдәләп үтергә кәрәк. Был йәһәттән районыбыҙҙа урмандарҙың урынлашыу картаһы төҙөлдө. Йыл аҙағына  өс районға (Ғафури, Ишембай, Стәрлетамаҡ) тәғәйенләнгән бер урмансылыҡ эшмәкәрлегендә юғары технологияға эйә ҡеүәтле сит ил техникаһы (хаҡы – 30 миллион һум) ҡайтарылыуы көтөлә. Киләһе йылға иһә штаттар, эш хаҡтары артыуы күҙаллана.
Коллективҡа килгәндә, ул ҙур булмаһа ла ышаныслы, тотороҡло, үҙ эшенең оҫталарына әйләнгән хеҙмәткәрҙәрҙән тора, һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Шулай ҙа һөнәри байрамыбыҙ уңайынан бер нисәүһе, атап әйткәндә, урмандарҙы һаҡлау буйынса инженер Әмир Ғәли улы Сәйғафаров, Табын һәм Усолка урмансылыҡтарының участка лесничийҙары Рәүеф Лотфрахман улы Йәнмырҙин менән Николай Михайлович Алексеев Маҡтау грамоталарына тәҡдим ителде.  
Форсаттан файҙаланып, районда урман ресурстарын рациональ файҙаланыуға булышлыҡ итеүсе һәм йәшел байлығыбыҙҙы тулыландырыуҙа арымай-талмай эшләүсе барлыҡ урман эшсәндәрен, коллегаларҙы, ғүмерҙәрен урман тармағы менән бәйләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ - Урман эшсәндәре көнө менән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт уңыштары, халыҡ байлығы булған урмандарҙы һаҡлауҙа һәм арттырыуҙа уңыштар, урмандарыбыҙҙың мәңге шаулап тороуын  теләйем.
Индира ИШКИНА
яҙып алды.Урмансы - халыҡ байлығын һаҡлаусы

“Еңгәм янында ҡалам!”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:58 Бүлешергә:
Ата-әсәһе 12 йәшлек Илдарҙы балалар йортона тапшыра. Ташлайҙар. Малай яҡын кешеләрен, өйөн, туғандарын ғүмерлеккә юғалта. Кескенә йөрәк бындай һынауҙы нисек күтәргәндер? Түҙә әҙәм балаһы. Йәшәү өсөн көрәшә, туғандарын һағынып көн күрә. Балалар, унан ҡарттар йортонда 35 йыл ғүмерен үткәрә. Ә бер мәл уны бөтөнләй таныш булмаған ҡатын үҙ өйөнә алып ҡайта...

“Бала саҡтан десантсы булырға хыялландым”

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:56 Бүлешергә:
Шулай ти Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Рөстәм Нәбиуллин. Ул сығышы менән Иш­бирҙе ауылынан. Атаһы Радик урман­сылыҡ өлкәһендә төрлө яуаплы урындарҙа эшләй, шунлыҡтан ғаиләгә Темәс ауылына, аҙаҡ Баймаҡҡа күсергә тура килә. Бала саҡтан Рөстәмгә атаһының формаһы ни яғы менәндер хәрби кейемде хәтерләтә. Шуға күрә бәләкәйҙән уның әрмегә барыу теләге көслө була. Бигерәк тә элиталы һаналған һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт итеү хыялы тынғылыҡ бирмәй.

Афған һуғышы һалған яра

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:53 Бүлешергә:
Күптән түгел үҙҙәренең байрамын билдәләгән Рәсәй Армияһының иң алдынғы һәм элиталы ғәскәрҙәренең береһе һаналған десантсылар сафында хеҙмәт итеүселәр менән яҡындан аралашырға тура килде. Уларҙың бөгөн дә тормошта үҙ урынын табыуҙары, матур ғаилә ҡороуҙары һәм өлгөлө хеҙмәт итеүҙәре һоҡландыра.

Ниндәй генә осор булмаһын, һалдат Ватан ҡушҡанды үтәй. Үҙ илен һайлап ала алмаған кеүек, ул да ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итәсәген белдереү мөмкинлегенә эйә түгел. Күп егеттәрҙе ҡыҙыҡтырған элиталы ғәскәрҙәргә – “зәңгәр берет”тарға эләгеү бик аҙҙарҙың өлөшөнә төшә.

Сифат һәм юғары уңыш өсөн

Favicon for Табын Табын 06:52 Бүлешергә:
Райондың башҡа хужалыҡтарындағы кеүек, "Восход–СТ” хужалығында ла урып йыйыу эштәре дәррәү бара, тамамланыуға яҡынлаша.Сифат һәм юғары уңыш өсөн
Сифат һәм юғары уңыш өсөн
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Руслан Зәки улы Бакиров етәкселегендәге "Восход-СТ” ауыл хужалығы предприятиеһы бынан 10 йыл элек барлыҡҡа килеп, 350 гектарҙа халыҡтың пай ерҙәрен килешеү буйынса арендаға алып үҫемлекселек (ужым бойҙайы, ярауай бойҙай, көнбағыш) йүнәлешендә эш башлай. Һөрөнтө ерҙәрҙең майҙанын арттыра барып, хәҙер 3,500 гектар майҙанды эшкәртәләр. Артабан табышлы культура – "татлы тамыр” үҫтереүҙе планға индереп, башта ул 115 гектар тәшкил итһә, бөгөнгө көнгә 1250 гектар майҙанды биләй.
Районыбыҙҙа ауыл хужалығы өлкәһендә тотороҡло эшләп килгән предприятиеларҙың береһе булып тора "Восход-СТ”. Ҙур майҙандағы ерҙәрҙе эшкәртеү өсөн техниканың да ҡеүәтлеһе, замансаһы булырға тейешлеген аңлаған етәкселек 2013 йылда берәр өр-яңы иген урып йыйыу "Палессе GS-10” һәм шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу (Голландияла етештерелгән "Агрифак”) комбайндары һатып алыуға өлгәшә. Йылдың-йылы техника паркын тулыландыра барып, артабанғы йылдарҙа 4 "FENDT” иген комбайндарына эйә булалар. 2016 йыл аҙағында йәнә бер "Агрифак”, былтыр иһә ҡеүәтле "FENDT Vario-933 ” тракторы һәм шәкәр сөгөлдөрө тейәгес һатып алына.
"Татлы тамыр”ҙың гектар ҡеүәте 2013 йылдарҙа 210-220 центнер тәшкил итһә, былтыр иһә ҡулланылған заманса технологиялар һөҙөмтәһендә һәр гектарҙан 530-шар центнер уңыш йыйып алыуға өлгәшелә. Әлбиттә, етәкселектең башҡа предприятиеларға, сит илдәргә сығып тәжрибә туплауы үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Хужалыҡ етәкселеге өсөн теге йәки был культураны үҫтергәндә һан артынан ҡыуыу түгел, ә сифат һәм уңыштың юғары булыуы шарт.  Үҫтереп алынған культуралар кондициялы, бойҙай аҡһымға бай, II класлы, арпаны ла шундай уҡ кондицияға еткереүгә өлгәшелгән. Был культуралар, шулай уҡ һоло, борсаҡ та фураж түгел, ә аҙыҡ-түлек (продовольственный) төрө булып тора һәм сифатлы килеш етештереүселәргә оҙатыла. Был культуралар һәр гектарҙан уртаса 45 центнер уңыш биргән.
2014 йылда республика буйынса иң беренселәрҙән булып төшөмлө - аҡ әсе борсаҡ (люпин) ҡуҙаҡлы культураһын үҙҙәрендә һынап ҡарағандар. Һәм яңылышмағандар, ул ҡошсолоҡта ҡатнаш аҙыҡ өсөн бик тә туҡлыҡлы булып иҫәпләнеп, ҡатнаш аҙыҡ етештереүсе предприятие теләп һатып алған. Быйыл шулай уҡ хужалыҡта гәрсис ("Рапсодия” сорты) үҫтерелгән. Киләһе йылға йәнә яңы перс-пективалы – етен һәм рапс культураларын
сәсеп үҫтереү хаҡындағы уй-пландары менән дә уртаҡлашты хужалыҡ етәксеһе. Элекке "Родина” агрофирмаһының бар милкен ҡабул итеп алғандар һәм ҡошсолоҡто тергеҙеү буйынса ла эш алып барыла.
Ошо барлыҡ эштәр артында хужалыҡтың комбайнсы-механизаторҙарынан торған уңған коллективы тора. Бөртөклө культуралар уңышы йыйып алынып, бураларға һалынған, уртаса гектар ҡеүәте 34 центнер тирәһе тәшкил иткән. Һоло биләгән баҫыуҙың береһендә "FENDT” комбайндарында уңышты тураға урып һуғыуҙа комбайнсылар Ришат Нафиҡов, Илнур Ғәзин, яңы "Палессе”ла Мансаф Зәйнетдинов, иҫкерәгендә Рәмил Рәхмәтуллин, йәнәшәләге яланда яҫмаларға һалынғанын йыйыуҙа Радик Ҡотлозаманов менән Артур Рәхмәтуллин мәшғүл. Был майҙандарҙағы туҡ башаҡтар көслө дауыл һөҙөмтәһендә йығылғанлыҡтан, комбайнсыларға урып һуғыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Әммә тәжрибәле механизаторҙар һынатмай, уларҙың тырышлығы менән урып йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша.
Хужалыҡта йәштәрҙе лә хеҙмәткә йәлеп итеү эше алдынғы ҡарашлы етәкселектең күҙ уңынан ысҡындырылмай. Ауыл хужалығы йүнәлешендә белем алған студенттар производство практикаһын үтергә бында теләп килә. Бына Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында тракторсы һөнәрен үҙләштергән студент Илнур Ғәзин практикаһында "баҫыу карабы” штурвалы артына ултырып, комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй һәм өлкән ағайҙарынан тәжрибә туплай барып, үҙен ысын ер кешеһе итеп танытып та өлгөргән. Шуға ла етәкселек техника йәнле, үҙ эшенә яуаплы, етди ҡараған егеткә техниканы ышанып тапшырған. Әйткәндәй, Илнур бер "FENDT” комбайнын ремонтлап, үҙе әҙерлек һыҙығына ҡуйған. Комбайндарҙы техник тикшереү барышында ул "Гостехнадзор”
инспекторына "имтиханын” уңышлы тапшырғайны. Колледжды уңышлы тамамлап, хужалыҡтың өлкән быуын механизаторҙарына алмашҡа киләсәк был йәш кадрға етәкселек ҙур өмөттәр бағлай. Булдыҡлы егет БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына ла тәҡдим ителгән.
Комбайн – ырҙын табағы (Родина ауылында урынлашҡан) маршруты буйынса ашлыҡ ташыуға "КамАЗ” автомашиналары йәлеп ителгән. Ағалы-энеле Рифат һәм Рим Баязитовтар, Наил Зәйнетдинов (шәхси автомашинаһында), Олег Федоров, "МТЗ-1822”-лә Евгений Савченко комбайндарҙың туҡтап тороуына юл ҡуймай.
Әлеге мәлдә хужалыҡ баҫыуҙарында һуңғы гектарҙарҙың (ҡуҙаҡлы культуралар) уңышын йыйыу менән бер рәттән киләһе йылғыһына нигеҙ һалыу буйынса эштәр ҡыҙыу төҫ алған. Ауырғазы ра-йоны сигендә, йәғни Ивановка ауылы янындағы баҫыуҙа ике сәсеү агрегаты (механизаторҙар Ғәзим Юлмөхәмәтов, ағалы-энеле Марсель менән Динис Рәхмәтуллиндар, "КамАЗ” водителе Анатолий Долин, Константин Морозов, Вячеслав Афанасьев) ужым бойҙайы ("Московская” сортлы) сәсеү менән мәшғүл. Был культура 1000 гектарҙы биләйәсәк.
Хужалыҡ механизаторҙары алдында һуңғы культура – "татлы тамыр” уңышын йыйып алыу бурысы тора. Эште нисек башлағандар, шулай сифатлы теүәлләргә яҙһын "Восход-СТ” хужалығы баҫыу эшсәндәренә.
И.ӘЛИБАЕВА.


Һыу ҡәҙерен шишмә ҡороғас белерһең

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:47 Бүлешергә:
Яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы төбәгебеҙҙе ылыҡтырғыс итәсәк.

Хәҙерге иҡтисад үҫешен хеҙмәт миграцияһынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Башҡортостанға күрше дәүләттәрҙән эш эҙләп юлланыусылар йыл да артып тора. Ҡояшлы Тажикстан, Үзбәкстан илдәренән килгән йәш көстәрҙең беҙҙең төбәктә хәҙер инде икенсе, өсөнсө быуыны үҫеп сыҡты тиһәң дә була. Балалары рус мәктәптәрендә белем алһа ла, үҙҙәренең телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалтмай, милли традицияларын һаҡлай белгән халыҡтың әрһеҙлеге, сослоғо хайран ҡалдыра.

Яҡташыбыҙға - юғары награда

Favicon for Табын Табын 06:44 Бүлешергә:
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия
лауреаты, шағирә, яҙыусы, тәржемәсе Гөлнур Яҡупованы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
Гөлнур Миҙхәт ҡыҙын юғары дәүләт наградаһы алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да илһамланып ижад итеүен теләйбеҙ!
Яҡташыбыҙға - юғары награда

Ярҙам тойғас, һынатмайҙар

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:42 Бүлешергә:
Кәйефтәре күтәренке, игенгә хаҡ тотороҡло

“Рощинский” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Стәрлетамаҡ берләшмәһе баҫыуҙарында ла техника тауышы тынмай, һәр ерҙәгесә ураҡ бында ла дәррәү һәм ойошҡан бара. Бынан тыш, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы хәстәрләү ҙә дауам итә, пар ерҙәре һөрәләр, баҫыуҙарҙа химик утау үткәрелә. Берләшмәнең 5200 гектар һөрөнтө ере бар, баҫыуҙар тәрбиәле, йыл һайын күпләп минераль ашлама, тиреҫ индерелгәс, ауыл эшсәндәре мул уңыш алыуға өлгәшә.

Эшһөйәр халыҡҡа ихтирам арта ғына

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:39 Бүлешергә:
Агрофирма эшсәндәре тырыш хеҙмәте менән дан яулай

Республика хужалыҡтарында ауыл эшсәндәре ҙур ихласлыҡ менән баҫыуҙарҙан көҙгө муллыҡты йыйып алып, ырҙын табаҡтарына оҙата. Улар ошо мәлдең иң изгеләрҙән булыуын яҡшы аңлай.

Эшһөйәр халыҡҡа ихтирам арта ғына

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:39 Бүлешергә:
Агрофирма эшсәндәре тырыш хеҙмәте менән дан яулай

Республика хужалыҡтарында ауыл эшсәндәре ҙур ихласлыҡ менән баҫыуҙарҙан көҙгө муллыҡты йыйып алып, ырҙын табаҡтарына оҙата. Улар ошо мәлдең иң изгеләрҙән булыуын яҡшы аңлай.

Иң ҙур байлыҡ һағында

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:33 Бүлешергә:
2019 йылдың ноябренә Туймазы районында сменаһына 300 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән һәм заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған өр-яңы балалар дауалау учреждениеһы барлыҡҡа киләсәк.

Сөгөлдөр алалар

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:12 Бүлешергә:
Баҫыуҙарҙа шәкәр сөгөлдөрө йыйыу бара. Быйыл республикала был культура 46,1 мең гектар майҙанды биләй. Уны 24 район хужалығы үҫтерә.

Хеҙмәт яҡлаулы булһын

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:03 Бүлешергә:
Социаль партнерлыҡҡа – сирек быуат

Өфөләге Конгресс-холда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республика өс яҡлы комиссияһының тантаналы ултырышы үтте. Ул Башҡортостанда социаль партнерлыҡтың 25 йыллығына арналды. Сарала төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов, төрлө кимәлдәге власть органдары вәкилдәре, ойошма етәкселәре, профком рәйестәре, хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгестәр ҡатнашты.

Емешле хеҙмәткә – оло хөрмәт

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 06:00 Бүлешергә:
Награда алыусыларҙан бер төркөм: “Аманат” журналының баш мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәлмән Ярмуллин, Әбйәлил урман хужалығы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы Зариф Абдуллин, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупова, Федераль почта элемтәһе идаралығының Талбазы почтамты начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе Гүзәл Тимербулатова, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Илһам Йәндәүләтов.

Йәшел ҡалҡаныбыҙ улар ҡулында

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 05:05 Бүлешергә:
Йәшел ҡалҡаныбыҙ улар ҡулында
- Матур ҙа инде тыуған яғым тәбиғәте, мөһабәт Елмерҙәк, Олоғор һырттары, Бәштин тауы, һыуы тешкә үтерлек һалҡын да, тәмле лә йылғашишмәләре үҙенә тартып торғандай. Урман-тауҙарында әллә күпме йөрөһәң дә, күңел барыбер шул яҡтарға тартыла. Исхаҡ олатайым да бит һуғышҡа тиклем урмансы булып эшләгән. Ул да мин үткән һуҡмаҡтарҙан йөрөгәндер, шишмәләрҙең һыуын эскәндер. Әгәр ҙә яу яланында башын һалмаһа, оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт итер ине әле, - тигән уйҙар менән сираттағы хеҙмәт көнөн тултырып ҡайтты “Әүжән урмансылығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһына ҡараған Егәҙе бүлексәһе урмансыһы Марат Яҡуб улы ҠОТЛОБАЕВ.
Ботай егете Марат Ҡотлобаев мәктәпте тамамлап, Белорет металлургия техникумына уҡырға инә. Студент тормошонан һуң, ике йыл һалдат һурпаһын татый. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, бар ғүмерен уҡытыусылыҡҡа бағышлаған атаһы Яҡуб Исхаҡ улы Мараттың атаһы кеүек урмансы булыуын теләй. Атай һүҙе бер була тигәндәй, оло кешенең һүҙен йыҡмай, 1991 йылда Әүжән урман хужалығының Егәҙе урмансылығына эшкә урынлаша. 2016 йылға тиклем урмансылыҡтың дәүләт контролендә урман һаҡлау буйынса инспекторы булып хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта Егәҙе бүлексәһендә урмансы.
Егәҙе урман бүлексәһенә 73 838 гектар урман ҡарай. Участка Ишембай, Ғафури райондары, Инйәр, Туҡан урман хужалыҡтары менән сиктәш. Коллегалары менән дә тиңгә-тиң, бергәләп эшләй Марат Яҡуб улы. Урмансылар - тәбиғәтебеҙ һаҡсылары. Уларҙың эшмәкәрлеге ике тѳп йүнәлеште үҙ эсенә ала. Беренсеһе - урмандарҙы һаҡлау һәм хужаларса файҙаланыу, икенсеһе - уларҙың сифатын яҡшыртыу, яңыртыу.

Аҡса сарыф итмәйенсә матур булыу мѳмкинме?

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 05:04 Бүлешергә:
Аҡса сарыф итмәйенсә матур булыу мѳмкинме?
Матурлыҡ индустрияһы йылдам сәскә атҡан, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына түгел, ир-егеттәрҙе лә үҙ ҡанун-ҡағиҙәләре буйынса йәшәргә мәжбүр итеп, хатта ки ҡол халәтенә дусар ҡылған заманда тәбиғи гүзәллек, самимилыҡ ҡайҙалыр үткәндәрҙә тороп ҡалған төҫлө. Һынһыпатыңды күркәмерәк, килбәтлерәк итергә, ҡартайыу процесын кирегә борорға, һәр төрлө кәмселектәрҙән тиҙ арала арындырырға вәғәҙәләгән матурлыҡ үҙәктәре, бәләкәй ҡалаларҙа ла аҙым һайын тиерлек урынлашҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ салондар, кибет кәштәләрендә күҙҙе ҡыҙҙырып йылтырашҡан һәр төрлө косметик саралар булғанда, тәбиғилек тураһында һүҙ булыуы, төрлө вәсүәсәгә бирешмәй уны һаҡлап ҡалыуы, ай-һай, мөмкинме икән ул? Ә бына бар булмышынан сафлыҡ, паклыҡ бөркөлгән, ғәжәп нурлы, һөйкөмлө яҡташыбыҙ - Интернет селтәрендә ҡатынҡыҙҙың тәбиғи матурлығына һәм сәләмәтлегенә арналған “Матурлыҡ” проектының авторы Рита ВӘЛИӘХМӘТОВА (Интернет селтәрендә Рита Матурлыҡ) иһә был турала бөтөнләй икенсе фекерҙә. Уның менән тәҡдим итәсәк әңгәмә һеҙҙең донъяға, атап әйткәндә, “яһалма матурлыҡ бумы”на ҡарашығыҙҙы үҙгәртер, бәлки.

Туғандарҙың мәңгелек йортон тәрбиәләү - изге бурыс

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 05:01 Бүлешергә:
Туғандарҙың мәңгелек йортон тәрбиәләү - изге бурыс
Сермән ауылында һуңғы йылдарҙа күҙгә күренерлек, күңелдәрҙе ҡыуандырырлыҡ ғәмәлдәр атҡарылды. Йыл башында етәкселек халыҡ менән йыйылыш үткәргәндә ауыл кешеләре үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы күтәреп сыҡҡайны. Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе - ауыл уртаһында урынлашҡан зыяратты кәртәләү бурысы ҡуйылды. Ауыл активы сермәндәрҙе борсоған мәсьәлә менән муниципаль район хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итеп ҡараны. “Бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ” тигән яуаптан һуң, ауыл халҡы зыяратты үҙ көсө менән кәртәләргә хәл итте.
Әруахтарға хөрмәт бөтһә, тереләргә лә һан ҡалмай, тигән боронғолар. Ошо әйтемде иҫтә тотоп, сермәндәр 7 апрель көнө дөйөм йыйылыш үткәреп, ауыл өсөн янып-көйөп йөрөгән хөрмәтле кешеләренән - ауыл аҡһаҡалы Солтан Сиражитдинов, староста Хәкимйән Хәйретдинов, депутат Әмир Мағазов, Яныбай Хамматов исемендәге Сермән модель китапханаһы мөдире Зилә Фәхрисламоваларҙан торған төркөм төҙөп, изге эште башлап та ебәрәләр. 912 метр ҙурлыҡтағы зыяратты кәртәләү өсөн, әлбиттә, күп кенә сығымдар ҙа талап ителә. Сермәндәр, тыуған ауылдарынан ситтә йәшәүселәр изге эште дәррәү күтәреп алып, эшкә берҙәм тотона. Иғлан эленеү менән, ауылдаштар матди ярҙам күрһәтә лә башлай. Зыяраттың бағаналарын тимерҙән, профнастилдән (күренгән ерен) һәм ҡырҡылған таҡталарҙан кәртәләргә тигән дөйөм ҡарарға киләләр.

Матурлыҡ тыуҙырған ҡулдар

Favicon for Урал гәзите Урал гәзите 04:58 Бүлешергә:
Матурлыҡ тыуҙырған ҡулдар
Һәр кешенең күңеленә ятҡан эше бар. Яратҡан шѳғѳлѳңдѳң килем сығанағы булып тороуы ла үҙе бер бәхеттер, моғайын. Уңған, тырыш, маҡсатҡа ынтылған йәштәребеҙҙең береһе - Зилә ӘҠСӘНОВА тап шундай сифатҡа эйә лә инде.
Зилә Рауил ҡыҙы Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән. Мәктәптән һуң ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетының «Сервис һәм туризм» бүлегенә уҡырға инә. Тап шул осорҙа парикмахер курсын тамамлай һәм «Я» салонына һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Дүрт йыл эшләү дауамында белемен камиллаштырыуҙан туҡтамай, йәнә лә «Һатыу буйынса менеджер», «Эш башҡарыусы» курстарын тамамлай.
Бөгөнгө көндә парикмахер-визажист Зилә Әҡсәнова матурлыҡ яратыусыларға прическалар эшләү, сәс ҡырҡыу, буяу менән бер рәттән макияж һала, тырнаҡтарға дизайн эшләй һәм керпектәр үҫтерә. Бөтә булмышын эргәтирәләгеләрҙең гүзәл булыуына арнаған ҡыҙҙың эшенән клиенттары һәр ваҡыт ҡәнәғәт һәм уға теләп йөрөй. Тик унда ғына сәстәрен ҡырҡырға ышаныс белдергән ханымдар бихисап.
Клиенттарының шылтыратыуҙарына итәғәтле яуап биргән, һәр минуттың ҡәҙерен белгән Зилә Әҡсәнова тормош иптәше Евгений менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ете йәшлек Доминика быйыл I класҡа уҡырға барһа, биш йәшлек Эвелина әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәстәр икеһе лә һынлы сәнғәт түңәрәгендә һәм бассейнда шѳғѳлләнә.

“Мин – ер кешеһе, ауыл малайы!”

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 02:00 Бүлешергә:
“Мин – ер кешеһе,  ауыл малайы!”
йәки Халыҡ артисы ни өсөн һунарға йөрөмәй?

Был юлы рубрика исеме есеменә бер аҙ тура килмәне, әлбиттә. Әңгәмәләшкән шәхес редакцияға түгел, ә киреһенсә, беҙ уға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында йәшәүсе билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим ИЛЬЯСОВ ҡатыны Әнисә ханым менән ихлас күңел, яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Сәскәләргә күмелгән ишек алдында, буҙа, ҡымыҙ тәмләй-тәмләй ижад тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Тәүге мөхәббәтте нисек оноторға?

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 01:30 Бүлешергә:
Тәүге мөхәббәтте нисек  оноторға?
Үҫмер саҡтың иң сихри, татлы, ғазаплы, наҙлы, илерткес бер мәле булып кеше күңелендә тәүге мөхәббәт һаҡлана. Йылдар үтһә лә, яҙмыштар төрлөсә боролоп, әллә нисәмә кеше менән осраштырып-ҡауыштырған хәлдә лә, хәтерҙән юйылмай ошо хистәр. Йырҙа ла: Онотолмай беренсе саф мөхәббәт”, – тип моңланабыҙ бит. Был йырҙа мин һеҙҙең иғтибарығыҙҙы тап “саф” һүҙенә йүнәлтеүегеҙҙе һорар инем. Тап ошо тәүге саф хистәр беҙгә донъяны башҡа төрлө асып бирә: һин үҙеңдән дә ҡәҙерлерәк, кәрәгерәк башҡа кеше барлығын аңлай һәм тоя башлайһың, бөтөнләй ҙә сит кешене юҡһыныу, һағыныу; осрашыуҙан, тәүге ҡосаҡлашыу-наҙланыуҙан баштар әйләнеүе... Кешенең күңеле йыр-моңға, илаһи шатлыҡҡа тула. Кемдер шиғыр яҙа башлай, кемдеңдер башҡа ниндәйҙер шөғөлө асыла – бына ниндәй көскә эйә ул тәүге һөйөү! Беренсе иң көслө, ялҡынлы хистәр – улар күңелдән бер ҡасан да юйылмаясаҡ. Нормала үҫешеп һәм йомғаҡланған мөнәсәбәттәр киләсәктә кешенең йөрәгендә бер илаһи, илерткес, әкиәткә оҡшаш матур мәл булып һаҡлана. Әммә тәүге “мөхәббәттән” мәңге уңалмаҫлыҡ яра алғандар барлығын да оноторға ярамай. Йәш саҡта ни тиклем хистәрҙең ярһыу булыуын иҫәпкә алғанда, был кешеләрҙе лә аңларға булалыр. Тик ошо мәлдә мин былай тип әйтер инем: “Кешем, үткәндәрҙе онотоп булмаһа ла, һис юғында уларға рәхмәт әйтергә онотмайыҡсы... Сөнки, бер нигә ҡарамай, тап ошо хистәр аша ғына беҙгә тормош үҙенең иң беренсе йәшәйеш дәресен бирҙе, үткәрҙе. Беҙ “белемле” булдыҡ: башҡа енес менән аралашырға, уларҙы аңларға, ҡәҙерләргә һәм яратырға, бер шикһеҙ ышанырға; ҡайһылыр мәлдә уларҙан алыҫыраҡ һәм һаҡ булырға өйрәндек. Был хис беҙҙең рухты, күңелде нығытты. Үҙебеҙҙе аңларға ярҙам итте. Рәхмәт!”.
Үткәндәргә рәхмәтле булайыҡсы, дуҫтарым.

Психолог Әлмира ИСХАҠОВА әҙерләне.

Дата: 13.09.2018

Октябрьскиҙар һынатмай

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:31 Бүлешергә:
Октябрьский ҡалаһында спортты үҫтереүгә һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә. Уларҙың яңынан-яңы еңеүҙәр яулауы ошо хаҡта һөйләй.

Ҡорал өсөн аҡсалата бүләк

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:30 Бүлешергә:
“Росгвардия”ның Башҡортостан идаралығы 17–28 сентябрҙә республикала “Ҡорал тапшыр” профилактик операцияһын үткәрә.

Стратегик документ тикшерелде

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:28 Бүлешергә:
Стратегик документ тикшерелдеРеспубликабыҙ делегацияһы IV Көнсығыш иҡтисад форумында эшен дауам итә. Икенсе көн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиковтың федераль министрлыҡта стратегик планлаштырыу мәсьәләләрен көйләгән Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Живулин менән осрашыуҙан башланды.

Хәлдәрең нисек, пенсионер?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:27 Бүлешергә:
Кешегә күп кәрәкме? Йылы һүҙ, бергәләп фотоға төшөү, хөрмәт күрһәтеү һикһән йәшлектәргә лә бик килешә. “III быуын халыҡ университеты” йәмәғәт ойошмаһында тыуған көндәрҙе күмәкләп үткәреү йолаһы бар. Белем көнөндә халыҡ университеты үҙенең яңы уҡыу йылын асты.

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары?

Favicon for Башҡортостан гәзите Башҡортостан гәзите 13:22 Бүлешергә:
Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һайланған депутаттары исемлеге:

В Башкортостане коллективные договоры охватывают почти 760 тысяч работников

Favicon for Йәшлек гәзите Йәшлек гәзите 12:28 Бүлешергә:
Коллективные договоры в Башкортостане стали одним из элементов защиты трудовых прав жителей республики. Об этом Глава Башкортостана Рустэм Хамитов сообщил на заседании Республиканской трёхсторонней комиссии по регулированию социально-трудовых отношений, посвящённом 25-летию социального партнёрства в регионе.
Рустэм Хамитов отметил, что на сегодняшний день в республике заключено 7 тысяч таких договоров, которые охватывают почти 760 тысяч человек.
– В целом в республике выстроена действенная модель защиты законных прав и интересов всех участников рынка труда. Взят курс на формирование справедливой системы оплаты труда, современного трудового рынка, новое качество занятости. Мы и в дальнейшем будем объединять наши усилия в укреплении экономики и социальной стабильности, повышении уровня жизни в республике, – сказал Глава Башкортостан

Рөстәм Хәмитов Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышында сығыш яһаны

13 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә социаль партнерлыҡтың 25 йыллығына арналған Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышында сығыш яһаны.

«ТЕАТРҘАР ТӨНӨ-2018» ГӨРЛӘП УҘҘЫ!

Favicon for Башҡорт драма театры Башҡорт драма театры 11:53 Бүлешергә:

12 сентябрҙә театрыбыҙҙа уҙған Театрҙар төнө акцияһы тамашасы өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әйләнде. Йәше лә, ҡарты ла был көндө театрға ашыҡты. 18.30 cәғәттә театр майҙаны төрлө спектаклдәрҙән сағыу кейемдәрҙә ҡыҙыҡлы уйындар уҙғарған әкиәт геройҙары менән йәмләнде. Театрҙың беренсе ҡатында тамашасыларҙы композитор Урал Иҙелбаев етәкселегендә театр оркестры ҡаршы алды, улар спектаклдәрҙән төрлө композициялар уйнап, халыҡтың кәйефен күтәрҙе.

Бер аҙҙан тамашасы театр бинаһына инеп ысын мәғәнәһендә мөғжизәле һәм серле донъяға сумды: кемдер рәссам-бутафор Анатолий Жучковтың эштәрен һоҡланып ҡараһа, икенселәре театрҙың 2-се ҡатында “Башҡортостан” киностудияһы үткәргән кастингта ҡатнашты, теләгән һәр кем костюмдар кейеп, грим һалып үҙен киноактер ролендә һынап ҡараны, ә инде өсөнсөләре театрҙың Көрән залында билдәле кинорежиссер Булат Йосопов үткәргән мастер-класста ҡатнашты, бында ла теләүселәр бик күп булды. Был төндө тамашасыларыбыҙ өсөн фотозона ла ойошторолдо – унда тамашасы үҙ яратҡан артисы менән фотоға төшә алды.

Шулай уҡ, актерҙар Айҙар Шәмсетдинов һәм Илдар Ғүмәров тамашасылар менән бергә “Vedro Challenge” уйнанылар. Унда ттамашасылар үҙҙәрен ысын хоккейсы итеп тойҙо.

Башҡорт байҙары булып кейенгән актерҙар Ирек Булатов, Илсур Байымов, Хәҡим Мортазин һәм Юнир Ҡоланбаев тамашасыларҙы театр буйфетында “Ҡунаҡ ашы” менән һыйланы. Унда халыҡ гөр килде. Актерҙар ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп, төрлө йырҙар йырлап һәм, әлбиттә, ҡурайҙа уйнап тамашасыларҙы йырлатып, бейетеп, күңелдәрен астылар. Хатта буфет та тамашасылар өсөн үҙенсәлекле меню әҙерләгән ине.

Ә теп-теүәл 20.00 сәғәттә Ҙур тамаша залында алма төшөр урын юҡ ине, сөнки унда ҙур театраль тамаша уҙҙы. Тамашала фильмдарҙан һәм спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде, моңло йырҙар яңғыраны. Тамаша һуңында тамашасылар үҙҙәрен ҙур экрандан ҡарай алды. Әҙ генә ваҡыт эсендә киностудия режиссеры Роман Пожидаев кастингта ҡатнашҡандарҙың видеояҙмаһын ҙур экрандан күрһәтте. Ә театрлаштырылған тамашанан һуң беҙҙ